Һуңғы йылдарҙа милләтебеҙ тарихына бәйле байтаҡ ғилми хеҙмәт баҫыла. Күптән түгел Башҡортостан Фәндәр академияһының "Ғилем" нәшриәтендә "Мәҡсүт Юнысов һәм уның тоҡомдары" тигән тағы бер ҡыҙыҡлы китап донъя күрҙе. Тарихты ҡуҙғытырға йөрьәт иткән автор – математика фәндәре докторы Әхтәр Мағаз улы Ғайсин.
Әһәмиәте нимәлә был баҫманың? Китапта бөгөн Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәүсе тамъян ырыуы башҡорттарының этник тарихы һәр төрлө сығанаҡҡа, беренсе нәүбәттә, әлеге көнгә тиклем һаҡланған шәжәрәләргә, архив документтарына, ер-һыу атамаларына, фольклор материалдарына таянып тикшерелгән. Унда был ауылға нигеҙ һалған Ноғай даруғаһы башҡорто Юнысов Мәҡсүт мулланың сауҙа һәм илселек эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәттәр, уның
нәҫел-тоҡомоноң шәжәрәләре бирелгән. Бында 2009 – 2011 йылдарҙа автор тарафынан асыҡланған яңы генеалогик табыштар ҙа етерлек.
Шулай уҡ төрлө сығанаҡта айырым шәхес булараҡ күрһәтелгән Мәҡсүт муллаға ҡағылышлы байтаҡ асыш бар. Мәҫәлән, Ш. Мәржәни менән Р. Фәхретдиновтың хеҙмәттәрендә телгә алынған Ҡазан өйәҙенең Ура ауылынан Юныс ахундың улы Мәҡсүттең, Бохара ханлығына Рәсәй илсеһе Ф. Беневениның курьеры, урыҫ тотҡондарын азат итеү буйынса ҡарағалпаҡтар менән һөйләшеү алып барған Өфө өйәҙе башҡорто Мәҡсүт мулла Юнысовтың бер үк шәхес булыуы нигеҙләнә.
Автор яһаған һығымталар бик әһәмиәтле һәм төплө, ғилми йәһәттән һис бер кемдә шик тыуҙырмай. Китап башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүселәргә төплө таяныс булып ҡына ҡалмаясаҡ, һәр кемде тарихтың быға тиклем билдәһеҙ өр-яңы һәм ышаныслы мәғлүмәттәре менән дә байытасаҡ.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Әхтәр Мағаз улы бер нисә ғилми хеҙмәткәр башҡарырлыҡ фәнни эште бер үҙе үтәп сыҡҡан. Уның йәнә бер үҙенсәлеге: фән докторы һәр күренеште математик күҙлектән дә сығып баһалай. Баҫма ябай уҡыусыға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ – бында һүрәттәр, карталар һәм фотолар ҙа урын алған.