Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Зөлфиә"нең Парижды яулауы
"Зөлфиә"нең Парижды яулауыБүлмә уртаһында өйөрөлөп, бөтөрөлөп орсоҡ буйы ғына ҡыҙ бейей. Хәрәкәттәре шундай еңел, етеҙ. Аяҡтары иҙәнгә әллә тейә, әллә юҡ — оса ғына, күбәләктәй оса.

Атаһы Рафаэль ағай мыйыҡ аҫтынан йылмая:
— Әсәһе, тим, әсәһе. Ҡыҙыбыҙ бейеүсе булып китмәгәйе.
Раушания тәпәй баҫҡанға ҡарағанда, бейергә алдараҡ өйрәнгән, тиҙәр. Булмаҫ, тимә. Ғаилә Себер тарафтарына — нефть үҙәктәренең береһе Урай ҡалаһына күсенеп килгәндә, ул бәләкәй була әле — ҡыҙ ҡала тормошона бик тиҙ өйрәнеп китә. Мәктәпкә уҡырға төшә. Тыумыштан бейеүсе кеше башҡаса булдыра аламы ни? Бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Раушания Силәбе ҡалаһындағы Сәнғәт академияһының хореография факультетына уҡырға инә. Бында белем алған йылдарында бейеү серҙәренә ныҡлап төшөнә.
Уны ата-бабалар төйәге һәр ваҡыттағыса үҙенә тартып тора. Шуға ла форсат сығыу менән йәш белгес бөтөнләйгә Балтас яҡтарына ҡайта.
— Балалар өсөн бейеү ансамбле ойоштороу теләге миндә электән үк бар ине, — ти әңгәмәсем. — Бейеү серҙәренә төшөнөргә теләүселәрҙең шул тиклем күп икәнлегенә таң ҡалдым. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади кешеләр йыйылып һөйләштек тә айырым коллектив төҙөргә ҡарар ҡылдыҡ. Исемен дә оҙаҡ уйлап ултырырға тура килмәне. "Зөлфиә"... Ҡыҫҡа ла, матур ҙа. Шулай итеп, 1993 йылда төбәктә яңы ансамбль барлыҡҡа килә. Тәүге осорҙа унда алты-ете йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлләнә. Ансамбль көндән-көн үҫә, ҙурая, үҙенә күберәк балаларҙы ылыҡтыра бара. Бөгөн уның төркөмөндә — 6–16 йәшлек һикһән бала.
"Зөлфиә"нең Парижды яулауыРаушания Хәсәнова ҡыҙ һәм малайҙарҙы ҙур теләк менән бейеү оҫталығына өйрәтә. Балтас — күп милләтле район. Шуға ла репертуарға бында йәшәүсе һәр милләттең үҙенсәлекле бейеүҙәрен индерә. Башҡорт, татар, урыҫ, мари, удмурт бейеүҙәре тамашасы тарафынан айырыуса йылы ҡабул ителә. Ил, донъя халыҡтары бейеү өлгөләре лә күптәргә оҡшай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ансамбль сәхнәгә утыҙҙан ашыу бейеү сығара. "Зөлфиә" балалар бейеү ансамбле йылдан-йыл ҙур уңыштарға өлгәшә. 2001 йылда ул "өлгөлө" исемен ала.
"Зөлфиә" 2008 йылдың ғинуарында Сочи ҡалаһында уҙған "Роза ветров" халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижади фестивалендә II урынға лайыҡ була. Ошо уҡ фестиваль-конкурс сиктәрендә Мәскәү ҡалаһының Измайлово концерт залында уңышлы сығыш яһай. Башҡорт халыҡ бейеүе "Тарпандар"ҙы, татар халыҡ бейеүе "Типтәр"ҙе башҡарып, Балтас ҡыҙҙары һәм малайҙары 75 илдең йәш бейеүселәре араһында III урынды алып, Францияға сәйәхәткә юллама менән бүләкләнә.
"Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә "Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы" йүнәлеше буйынса ойошторолған фестиваль-конкурсҡа Рәсәйҙән йөҙгә яҡын кеше бара һәм, ниһайәт, бына ул Париж, Европаның мәҙәниәт үҙәге атаҡлы Елисей ҡырҙары, мөһабәт Эйфель башняһы, әкиәти "Дисней ленд"...
Башҡорт бейеүе үтә лә етди, талапсан француз тамашасыларын да әсир итә. Шулай итеп, 2009 йылда "Зөлфиә" Парижды яулай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779