Бүлмә уртаһында өйөрөлөп, бөтөрөлөп орсоҡ буйы ғына ҡыҙ бейей. Хәрәкәттәре шундай еңел, етеҙ. Аяҡтары иҙәнгә әллә тейә, әллә юҡ — оса ғына, күбәләктәй оса.
Атаһы Рафаэль ағай мыйыҡ аҫтынан йылмая:
— Әсәһе, тим, әсәһе. Ҡыҙыбыҙ бейеүсе булып китмәгәйе.
Раушания тәпәй баҫҡанға ҡарағанда, бейергә алдараҡ өйрәнгән, тиҙәр. Булмаҫ, тимә. Ғаилә Себер тарафтарына — нефть үҙәктәренең береһе Урай ҡалаһына күсенеп килгәндә, ул бәләкәй була әле — ҡыҙ ҡала тормошона бик тиҙ өйрәнеп китә. Мәктәпкә уҡырға төшә. Тыумыштан бейеүсе кеше башҡаса булдыра аламы ни? Бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Раушания Силәбе ҡалаһындағы Сәнғәт академияһының хореография факультетына уҡырға инә. Бында белем алған йылдарында бейеү серҙәренә ныҡлап төшөнә.
Уны ата-бабалар төйәге һәр ваҡыттағыса үҙенә тартып тора. Шуға ла форсат сығыу менән йәш белгес бөтөнләйгә Балтас яҡтарына ҡайта.
— Балалар өсөн бейеү ансамбле ойоштороу теләге миндә электән үк бар ине, — ти әңгәмәсем. — Бейеү серҙәренә төшөнөргә теләүселәрҙең шул тиклем күп икәнлегенә таң ҡалдым. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади кешеләр йыйылып һөйләштек тә айырым коллектив төҙөргә ҡарар ҡылдыҡ. Исемен дә оҙаҡ уйлап ултырырға тура килмәне. "Зөлфиә"... Ҡыҫҡа ла, матур ҙа. Шулай итеп, 1993 йылда төбәктә яңы ансамбль барлыҡҡа килә. Тәүге осорҙа унда алты-ете йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлләнә. Ансамбль көндән-көн үҫә, ҙурая, үҙенә күберәк балаларҙы ылыҡтыра бара. Бөгөн уның төркөмөндә — 6–16 йәшлек һикһән бала.
Раушания Хәсәнова ҡыҙ һәм малайҙарҙы ҙур теләк менән бейеү оҫталығына өйрәтә. Балтас — күп милләтле район. Шуға ла репертуарға бында йәшәүсе һәр милләттең үҙенсәлекле бейеүҙәрен индерә. Башҡорт, татар, урыҫ, мари, удмурт бейеүҙәре тамашасы тарафынан айырыуса йылы ҡабул ителә. Ил, донъя халыҡтары бейеү өлгөләре лә күптәргә оҡшай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ансамбль сәхнәгә утыҙҙан ашыу бейеү сығара. "Зөлфиә" балалар бейеү ансамбле йылдан-йыл ҙур уңыштарға өлгәшә. 2001 йылда ул "өлгөлө" исемен ала.
"Зөлфиә" 2008 йылдың ғинуарында Сочи ҡалаһында уҙған "Роза ветров" халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижади фестивалендә II урынға лайыҡ була. Ошо уҡ фестиваль-конкурс сиктәрендә Мәскәү ҡалаһының Измайлово концерт залында уңышлы сығыш яһай. Башҡорт халыҡ бейеүе "Тарпандар"ҙы, татар халыҡ бейеүе "Типтәр"ҙе башҡарып, Балтас ҡыҙҙары һәм малайҙары 75 илдең йәш бейеүселәре араһында III урынды алып, Францияға сәйәхәткә юллама менән бүләкләнә.
"Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә "Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы" йүнәлеше буйынса ойошторолған фестиваль-конкурсҡа Рәсәйҙән йөҙгә яҡын кеше бара һәм, ниһайәт, бына ул Париж, Европаның мәҙәниәт үҙәге атаҡлы Елисей ҡырҙары, мөһабәт Эйфель башняһы, әкиәти "Дисней ленд"...
Башҡорт бейеүе үтә лә етди, талапсан француз тамашасыларын да әсир итә. Шулай итеп, 2009 йылда "Зөлфиә" Парижды яулай.