Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әғзәм олатайҙы уҙырмын тимә!
Бөрйән районында үткән Ҡурай байрамында Мөхәмәт Ҡәҙерғолов исемендәге конкурс ойошторолдо һәм "Мәсемташ" халыҡ ансамбленең 65 йәше билдәләнде.
Сараны Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың бүләһе Азат Суфиянов асты. Һәр ҡурайсы конкурсҡа ҙур өмөт бағлай ине. Сәхнәнең зауығы, биҙәлеше, костюмдарҙың сағыулығы ла залда ултырыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Еңеүселәрҙе билдәләү жюриға, ай-һай, еңел булмағандыр — береһенән-береһе оҫта бәйгеселәр араһынан иң-иңдәрҙе һайлап ҡара! Шулай ҙа гран-при Ғәлиәкбәр ауылынан 79 йәшлек Әғзәм Әминевкә эләкте.
– Бәхетле миҙгел кисерәбеҙ, ағайҙың яңғыратып ҡурайҙа уйнауын тыңланыҡ. Элегерәк оло ҡурайсылар булһа ла, улар сәхнәгә күтәрелергә ҡыймай торғайны, – тине ҡурайсы Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов.
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында еңеүселәр түбәндәгеләр: Венер Дауытов, Азат Суфиянов, Айнур Хәсәнов, Хәйҙәр Нәҙершин (17 йәштән өлкән) I урынға сыҡты.
Ансамблдәр араһында "Аҡбуҙат" ансамбле (етәксеһе — З. Мөхәмәтдинов) I урынды алды, Иҫке Собханғол мәктәбенең ансамбленә (етәксеһе — Ә. Бикбулатов) II урын бирелде, ә Исламбай мәктәбенең ансамбле (етәксеһе — Р. Ғәлиуллина) III урынға сыҡты.
Юлай Ғәйнетдинов оло быуын ҡурайсыларына — Ҡазыйхан Ишморатовҡа, Әғзәм Әминевкә, Дәүләтбай Рәхмәтуллинға, Самат Аратовҡа — боронғо ҡурайсыларҙың яҙмаларын бүләк итте. Кисәлә ҡатнашҡан барлыҡ ҡурайсыларҙың бергәләп башҡарған "Сыңрау торна" көйө иһә (Мөхәмәт Ҡәҙерғолов варианты) байрамға йәм өҫтәне.
Миләүшә ҠАСИМОВА.


Әғзәм ӘМИНЕВ, гран-при яулаусы:
— Тәүге тапҡыр бәйгелә ҡатнашам. Ғүмер буйы урман эшендә йөрөһәм дә, электән ҡурай менән дуҫ булдым. Атайым Яхъя Әминев — оҫта ҡурайсы, үҙем — урмансы. Хәҙер өс улым, ейәндәрем ҡурайҙа уйнай.
Айгиз ҠЫУАНДЫҠОВ, иң йәш конкурсант (10 йәш):
— Иҫке Собханғол сәнғәт мәктәбендә II класта уҡыйым. Ҡурайҙа уйнарға Йәмил ағайым өйрәтте. Төрлө концерттарҙа ҡатнашам, 30-ҙан ашыу көй беләм. "Уйыл", "Маҡар" көйҙәрен уйнаным, әҙерәк ҡаушатты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780