Бөрйән районында үткән Ҡурай байрамында Мөхәмәт Ҡәҙерғолов исемендәге конкурс ойошторолдо һәм "Мәсемташ" халыҡ ансамбленең 65 йәше билдәләнде.
Сараны Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың бүләһе Азат Суфиянов асты. Һәр ҡурайсы конкурсҡа ҙур өмөт бағлай ине. Сәхнәнең зауығы, биҙәлеше, костюмдарҙың сағыулығы ла залда ултырыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Еңеүселәрҙе билдәләү жюриға, ай-һай, еңел булмағандыр — береһенән-береһе оҫта бәйгеселәр араһынан иң-иңдәрҙе һайлап ҡара! Шулай ҙа гран-при Ғәлиәкбәр ауылынан 79 йәшлек Әғзәм Әминевкә эләкте.
– Бәхетле миҙгел кисерәбеҙ, ағайҙың яңғыратып ҡурайҙа уйнауын тыңланыҡ. Элегерәк оло ҡурайсылар булһа ла, улар сәхнәгә күтәрелергә ҡыймай торғайны, – тине ҡурайсы Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов.
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында еңеүселәр түбәндәгеләр: Венер Дауытов, Азат Суфиянов, Айнур Хәсәнов, Хәйҙәр Нәҙершин (17 йәштән өлкән) I урынға сыҡты.
Ансамблдәр араһында "Аҡбуҙат" ансамбле (етәксеһе — З. Мөхәмәтдинов) I урынды алды, Иҫке Собханғол мәктәбенең ансамбленә (етәксеһе — Ә. Бикбулатов) II урын бирелде, ә Исламбай мәктәбенең ансамбле (етәксеһе — Р. Ғәлиуллина) III урынға сыҡты.
Юлай Ғәйнетдинов оло быуын ҡурайсыларына — Ҡазыйхан Ишморатовҡа, Әғзәм Әминевкә, Дәүләтбай Рәхмәтуллинға, Самат Аратовҡа — боронғо ҡурайсыларҙың яҙмаларын бүләк итте. Кисәлә ҡатнашҡан барлыҡ ҡурайсыларҙың бергәләп башҡарған "Сыңрау торна" көйө иһә (Мөхәмәт Ҡәҙерғолов варианты) байрамға йәм өҫтәне.
Миләүшә ҠАСИМОВА.
Әғзәм ӘМИНЕВ, гран-при яулаусы: — Тәүге тапҡыр бәйгелә ҡатнашам. Ғүмер буйы урман эшендә йөрөһәм дә, электән ҡурай менән дуҫ булдым. Атайым Яхъя Әминев — оҫта ҡурайсы, үҙем — урмансы. Хәҙер өс улым, ейәндәрем ҡурайҙа уйнай.
Айгиз ҠЫУАНДЫҠОВ, иң йәш конкурсант (10 йәш):— Иҫке Собханғол сәнғәт мәктәбендә II класта уҡыйым. Ҡурайҙа уйнарға Йәмил ағайым өйрәтте. Төрлө концерттарҙа ҡатнашам, 30-ҙан ашыу көй беләм. "Уйыл", "Маҡар" көйҙәрен уйнаным, әҙерәк ҡаушатты.