Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата
Ҡыш бабай тырыштарҙы яратаҺәр йыл аҙағында ҡабатлана торған сихри мәл яҡынлашты — күңел өмөткә, ышанысҡа тулған саҡ. Етеп килгән Яңы йылды шулай матур, изге уй-теләк менән ҡаршы алабыҙ. Унан айырыуса балалар мөғжизә көтә.

Ҡайһы берәүҙәрҙең яҡты хыялы тормошҡа аша башланы ла инде. Кисә, мәҫәлән, яҡшы өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар, шулай уҡ ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ҡупшы шыршы янында сағыу тамаша Ҡыш бабай тырыштарҙы яратабүләк итте.
Артабан балалар яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың алышында тәүгеһенең еңеп сығыуына тағы ла бер шаһит булды. “Ҡыш бабайҙың Яңы йылдағы спорт уйындары” тигән театрлаштырылған тамашаның нигеҙендә тап ошондай мәғәнә ята ине. Был теманы һайлау бер ҙә юҡтан түгел. Белеүебеҙсә, 26 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башлана, февралдә иһә VI Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәкбеҙ.
Республикабыҙҙың төп шыршы байрамына килгән балаларға Башҡортостан Президентының бүләге тапшырылды. Сағыу тамашаларҙан һәр кем күңел күтәренкелеге, яңы көс-дәрт алып таралышты.
Әйткәндәй, әле республикабыҙҙа хәйриә саралары ла үтә. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө дәүләт циркында республика район-ҡалаларының балалар йорттарында, һаулыҡты тергеҙеү үҙәктәрендә, махсус коррекция мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе күркәм байрам тамашаһы ойошторҙо.

Әлиә ЛАТИПОВА, Илеш районындағы Иғмәт мәктәбенең VII класс уҡыусыһы:

— Райондан алты бала килдек. Өфө лә, байрам да барыбыҙға ла шул тиклем оҡшаны! Уны ойоштороусыларға, беҙҙе һәр ваҡыт хәстәрләгән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!
Үҙемә килгәндә, тырышып уҡыйым, йырларға яратам. Халыҡ йыры “Гөльямал” күңелемә айырыуса яҡын. Киләсәктә актриса булырға хыялланам.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА
Фото: Фото авторы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578