Һәр йыл аҙағында ҡабатлана торған сихри мәл яҡынлашты — күңел өмөткә, ышанысҡа тулған саҡ. Етеп килгән Яңы йылды шулай матур, изге уй-теләк менән ҡаршы алабыҙ. Унан айырыуса балалар мөғжизә көтә.
Ҡайһы берәүҙәрҙең яҡты хыялы тормошҡа аша башланы ла инде. Кисә, мәҫәлән, яҡшы өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар, шулай уҡ ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ҡупшы шыршы янында сағыу тамаша
бүләк итте.
Артабан балалар яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың алышында тәүгеһенең еңеп сығыуына тағы ла бер шаһит булды. “Ҡыш бабайҙың Яңы йылдағы спорт уйындары” тигән театрлаштырылған тамашаның нигеҙендә тап ошондай мәғәнә ята ине. Был теманы һайлау бер ҙә юҡтан түгел. Белеүебеҙсә, 26 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башлана, февралдә иһә VI Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәкбеҙ.
Республикабыҙҙың төп шыршы байрамына килгән балаларға Башҡортостан Президентының бүләге тапшырылды. Сағыу тамашаларҙан һәр кем күңел күтәренкелеге, яңы көс-дәрт алып таралышты.
Әйткәндәй, әле республикабыҙҙа хәйриә саралары ла үтә. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө дәүләт циркында республика район-ҡалаларының балалар йорттарында, һаулыҡты тергеҙеү үҙәктәрендә, махсус коррекция мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе күркәм байрам тамашаһы ойошторҙо.
Әлиә ЛАТИПОВА, Илеш районындағы Иғмәт мәктәбенең VII класс уҡыусыһы:— Райондан алты бала килдек. Өфө лә, байрам да барыбыҙға ла шул тиклем оҡшаны! Уны ойоштороусыларға, беҙҙе һәр ваҡыт хәстәрләгән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!
Үҙемә килгәндә, тырышып уҡыйым, йырларға яратам. Халыҡ йыры “Гөльямал” күңелемә айырыуса яҡын. Киләсәктә актриса булырға хыялланам.