Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!
Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!Яңыраҡ Кубала халыҡ-ара Гавана йәрминкәһе үткәрелгәйне. Төрлө илдәрҙең алдынғы сәнәғәт ойошмалары, иҡтисадсылары йыйылған күргәҙмәлә Рәсәй ҙә ҡатнашты. Республикабыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
Ә инде Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары байрамға йәм өҫтәне.

Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, ҡурайсы Рөстәм Шәриповтың, бейеүсе Әлиә Нурғәлиеваның, алыҫ тарафтарға барып, милли йыр-моңобоҙҙо яңғыратыуы, сәнғәтебеҙҙе күрһәтеүе мәҙәниәтебеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға тип әйтергә кәрәк. Азатлыҡ утрауы — Кубаның рәсми булмаған атамаһы. Майҙаны буйынса Башҡортостандан да бәләкәйерәк был дәүләт менән хеҙмәттәшлек совет осоронда ныҡлы булған. Беҙҙекеләр утрауҙағы илгә матди ярҙам күрһәткән, төрлө йәһәттән терәк һәм таяныс ролен үтәгән.
— Кубалағы яҡты хәтирәләр әле булһа ла күңелде йылыта, — ти, тәьҫораттарға бирелеп, халыҡ артисы Римма Амангилдина. — Сит илгә барыу һәр ижадсы өсөн Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!оло бәхет инде. Гавана ҡалаһындағы сығышыбыҙҙан сикһеҙ ҡәнәғәтбеҙ. Әйткәндәй, Рәсәйҙән бары тик беҙ генә концерт күрһәттек. Урындағы етәкселек вәкилдәре, төрлө илдең абруйлы ҡунаҡтары башҡорт моңон ишеткәс, түҙмәйенсә ҡолас йәйеп бейергә төштө. “Рәхмәт һеҙгә! Сарабыҙҙы шул тиклем йәнләндереп ебәрҙегеҙ”, — тип әйтеүселәр ҙә әҙ булманы. Милли костюмдарыбыҙ, ҡурайыбыҙ уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күптәр беҙҙең менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты. Бының өсөн беҙ тәү сиратта республикабыҙ етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Башҡортостандан Фидус Ямалетдинов етәкселегендә барған рәсми делегацияның сәхнә оҫталарын да алыуы — милли сәнғәтебеҙгә ихтирам билдәһе ул.
Кубалағы тормош-көнкүреш шарттары менән дә ҡыҙыҡһынған беҙҙең артистар. Баҡтиһәң, унда барһаң, үҙеңде совет илендәге 60-сы йылдарға эләккәндәй хис итәһең. Советтар Союзы ебәргән “ЗиЛ”, “Победа”, “Волга”, “Москвич” машиналары, “Урал” мотоциклдары ҡала буйлап елдерә икән. Бындай боронғо автомобилдәрҙе хәҙер тарихи киноларҙан ғына күреп беләбеҙ. Әйткәндәй, утрауҙағы йәшәү шарттары шөкөр генә, әммә илдә техникаға ҡытлыҡ ҙур икән. Машинаһы булған кеше иң хәллеләрҙән иҫәпләнә. Сит тарафтан килгәндәргә ҡаланың бер осонан икенсеһенә эләгеү еңелдән түгел. Беҙҙәге кеүек автомобиль ҡымжып тормай, таксиҙар ҙа онотҡанда бер күҙгә салынып ҡала. Шуға ла такси урынына егелгән ат менән йөрөүҙәре унда ҡәҙимге күренеш.
— Урындағы халыҡтың ихласлығына хайран ҡалдыҡ, — ти Римма Амангилдина. — Донъя мәшәҡәте тип аптырап та бирмәйҙәрҙер ул. Һәр кемдең йөҙө яҡты, йылмайып ҡына йөрөйҙәр, етмәһә, сағыу кейенәләр. Шундай кешеләрҙе күргәс, кәйеф күтәрелеп китә.
Ошо урында Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина тураһында айырым әйтеп китмәксемен. Ул — халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарын сит ил сәхнәләрендә юғары кимәлдә башҡарған йырсы. Германия, Франция, Польша, Ҡытай, Америка, Төркиә, Эстония һәм бүтән ил тамашасылары уның моңона хайран ҡалып дәррәү алҡышлаған. Тынғыһыҙ ижадсыға быйыл республикабыҙҙың юғары награда биреүҙәре хаҡындағы хәбәрҙе күптәр шатланып ҡабул итте.
“Иң еңел эш — йырсы булыу. Сәхнәгә сығаһың да йырлайһың. Микрофондан да ауырыраҡ әйбер күтәрмәйһең”, — тигән хәбәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бындай фекерҙә булғандар күпкә яңылыша. Һәр йырҙы башҡарыу өсөн ҙур әҙерлек кәрәк. Тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар һәм тулҡынланыуҙар аша яулана йырсы уңышы.
Үҙ һөнәренә тоғро булған артистарыбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Улар бар саҡта башҡорт моңо әллә күпме тарафта яңғырар әле.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780