Яңыраҡ Кубала халыҡ-ара Гавана йәрминкәһе үткәрелгәйне. Төрлө илдәрҙең алдынғы сәнәғәт ойошмалары, иҡтисадсылары йыйылған күргәҙмәлә Рәсәй ҙә ҡатнашты. Республикабыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
Ә инде Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары байрамға йәм өҫтәне.
Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, ҡурайсы Рөстәм Шәриповтың, бейеүсе Әлиә Нурғәлиеваның, алыҫ тарафтарға барып, милли йыр-моңобоҙҙо яңғыратыуы, сәнғәтебеҙҙе күрһәтеүе мәҙәниәтебеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға тип әйтергә кәрәк. Азатлыҡ утрауы — Кубаның рәсми булмаған атамаһы. Майҙаны буйынса Башҡортостандан да бәләкәйерәк был дәүләт менән хеҙмәттәшлек совет осоронда ныҡлы булған. Беҙҙекеләр утрауҙағы илгә матди ярҙам күрһәткән, төрлө йәһәттән терәк һәм таяныс ролен үтәгән.
— Кубалағы яҡты хәтирәләр әле булһа ла күңелде йылыта, — ти, тәьҫораттарға бирелеп, халыҡ артисы Римма Амангилдина. — Сит илгә барыу һәр ижадсы өсөн
оло бәхет инде. Гавана ҡалаһындағы сығышыбыҙҙан сикһеҙ ҡәнәғәтбеҙ. Әйткәндәй, Рәсәйҙән бары тик беҙ генә концерт күрһәттек. Урындағы етәкселек вәкилдәре, төрлө илдең абруйлы ҡунаҡтары башҡорт моңон ишеткәс, түҙмәйенсә ҡолас йәйеп бейергә төштө. “Рәхмәт һеҙгә! Сарабыҙҙы шул тиклем йәнләндереп ебәрҙегеҙ”, — тип әйтеүселәр ҙә әҙ булманы. Милли костюмдарыбыҙ, ҡурайыбыҙ уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күптәр беҙҙең менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты. Бының өсөн беҙ тәү сиратта республикабыҙ етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Башҡортостандан Фидус Ямалетдинов етәкселегендә барған рәсми делегацияның сәхнә оҫталарын да алыуы — милли сәнғәтебеҙгә ихтирам билдәһе ул.
Кубалағы тормош-көнкүреш шарттары менән дә ҡыҙыҡһынған беҙҙең артистар. Баҡтиһәң, унда барһаң, үҙеңде совет илендәге 60-сы йылдарға эләккәндәй хис итәһең. Советтар Союзы ебәргән “ЗиЛ”, “Победа”, “Волга”, “Москвич” машиналары, “Урал” мотоциклдары ҡала буйлап елдерә икән. Бындай боронғо автомобилдәрҙе хәҙер тарихи киноларҙан ғына күреп беләбеҙ. Әйткәндәй, утрауҙағы йәшәү шарттары шөкөр генә, әммә илдә техникаға ҡытлыҡ ҙур икән. Машинаһы булған кеше иң хәллеләрҙән иҫәпләнә. Сит тарафтан килгәндәргә ҡаланың бер осонан икенсеһенә эләгеү еңелдән түгел. Беҙҙәге кеүек автомобиль ҡымжып тормай, таксиҙар ҙа онотҡанда бер күҙгә салынып ҡала. Шуға ла такси урынына егелгән ат менән йөрөүҙәре унда ҡәҙимге күренеш.
— Урындағы халыҡтың ихласлығына хайран ҡалдыҡ, — ти Римма Амангилдина. — Донъя мәшәҡәте тип аптырап та бирмәйҙәрҙер ул. Һәр кемдең йөҙө яҡты, йылмайып ҡына йөрөйҙәр, етмәһә, сағыу кейенәләр. Шундай кешеләрҙе күргәс, кәйеф күтәрелеп китә.
Ошо урында Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина тураһында айырым әйтеп китмәксемен. Ул — халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарын сит ил сәхнәләрендә юғары кимәлдә башҡарған йырсы. Германия, Франция, Польша, Ҡытай, Америка, Төркиә, Эстония һәм бүтән ил тамашасылары уның моңона хайран ҡалып дәррәү алҡышлаған. Тынғыһыҙ ижадсыға быйыл республикабыҙҙың юғары награда биреүҙәре хаҡындағы хәбәрҙе күптәр шатланып ҡабул итте.
“Иң еңел эш — йырсы булыу. Сәхнәгә сығаһың да йырлайһың. Микрофондан да ауырыраҡ әйбер күтәрмәйһең”, — тигән хәбәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бындай фекерҙә булғандар күпкә яңылыша. Һәр йырҙы башҡарыу өсөн ҙур әҙерлек кәрәк. Тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар һәм тулҡынланыуҙар аша яулана йырсы уңышы.
Үҙ һөнәренә тоғро булған артистарыбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Улар бар саҡта башҡорт моңо әллә күпме тарафта яңғырар әле.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.