Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр
Ҡораллы ылаусы

Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы осоронда була. 1942 йылда “Йондоҙ” колхозының бер төркөм кешеһе игенле ылау менән Ырымбур өлкәһенә юл тота. Танылған яҙыусы Сәғит Агиштың Сәйетбаба мәктәбендә уҡытып йөрөгән сағы. “Ҡалай йәтеш булды әле, яйы сыҡҡанда тыуған яҡтарымды ҡайтып күреп киләйем” тип, ул да ылаусыларҙан ҡалмай. Юл алыҫ. Килә торғас, аттары ла, үҙҙәре лә арый. Ял итергә ниәтләп, аттарын туғарып тышайҙар ҙа, бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, йоҡларға яталар. Уянып китһәләр, аттары юҡ. Баҡһаң, улары баҫыуға төшкән дә ҡарауылсылар бикләп ҡуйған икән. Шул саҡ, урыҫса иң арыу белгән кеше булараҡ, Сәғит Агиш: “Ҡана үҙем барып һөйләшәйем әле”, — ти. Әммә, ҡәһәрең, уның үҙен дә бикләп ҡуялар. Шулай ҙа ылаусылар аңшайып тормай — тегеләр күрмәгәндә аттарын шым ғына сығарып алалар ҙа һыҙыу яғын ҡарайҙар.
Бер сама ваҡыттан Сәғит Агишты ла сығаралар. Иптәштәренең инде апаруҡ юл ыратҡанын аңлаған тотҡондоң башына кинәт бер уй килә. Түбәһендәге күн фуражкаһын пистолетка оҡшатып төрә лә, һаҡсының тура йөҙөнә тоҫҡап:
— Мине хәҙер үк ылау артынан алып барып еткермәһәң, ошонда уҡ теге донъяға оҙатам, — ти етди ҡиәфәт менән.
Быны көтмәгән ҡарауылсы шыр ебәрә, йөҙө ап-аҡ була. Ул ҡурҡышынан тотлоға-тотлоға:
— Зинһар, үл-үлтерә күрмә, мин-мин, хәҙер, — ти ҙә иң яҡшы юртағын йүгәнләй.
Ылау артынан барып еткәс, Агиш пистолет тигән нәмәһен йәйеп ебәреп, башына кейеп ҡуйғас, тегенең күҙе шарҙай була. Икеһе лә көлөп ебәрә.

Шаңдау тыуҙырҙы

Әҙәбиәт бүлегенә сал сәсле ғалим килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул портфеленән ҡулъяҙмаһын сығарып, егеттәргә һондо.
— Ҡустым, теге аҙнала гәзиттә фәлән-фәләндең әҫәре сыҡҡайны. Шул хаҡта мәҡәлә яҙғайным.
— Эй, ағай, өлгөрһөгөҙ ҙә инде.
— Өлгөр тип ни, авторы, әҫәрем хаҡында шәп мәҡәлә яҙып бир әле, тип аптыратты. Әйбереңде уҡымағанмын бит, тиһәм, гәзиттең шул һанын өйгә үҙе үк килтереп бирҙе. Унан бер туҡтауһыҙ, хәлдәр нисек, тип шылтырата ла шылтырата. Ауырыйым тип тә ҡарайым, һаман ныҡыша: “Ағай, һинең генә ҡулыңдан килә”, — тип өҙмәй ҙә ҡуймай...
Иртәгәһенә редакцияға әҫәрҙең авторы үҙе килде. Егеттәр менән бер аҙ гәпләшеп ултырғас, өҫтәл ситендә ятҡан яҙыуға башы менән ымлап:
— Әллә анау ғалимдың яҙмаһы инде? — тип һораны.
— Эйе, ағай! Әҫәрегеҙ халыҡ араһында ныҡ шаңдау тыуҙырған икән. Шул турала яҙған.
— Ысынмы? — Әҙип аптырап киткәндәй булды. — Тәким килтергән, ә! Кәрәкмәй тип торам, как будты мин шуға мохтаж инде.

“Йөрәк аптырата бит...”

Ул редакциянан-редакцияға йыш йөрөй. Килеп инә лә ауыр һулап, ултырғысҡа ҡунаҡлай. Унан кеҫәһенән яулығын сығарып, битен һөртөп ала.
— Саҡ килеп еттем, үләмме тип торам.
— Ҡуй, ағай, улай тимәгеҙсе. Һеҙҙең йәштә үлеп ятырға ни.
— Йөрәк бит, ҡустым, йөрәк! Был һуңғы яҙым, ахырыһы... — Унан ағай бер аҙ йөрәк тирәһен тотоп тора. — Юҡ, мин үҙемде яҡшы беләм. Бына, ошо шиғри шәлкемем баҫылһа, бәлки, күңелем тынысланып ҡалыр ине.
— Ярай, ағай, ярай!..
Тиҙҙән уның шиғырҙары гәзиттә донъя күрә. Унан бер аҙға юғалып торған шағир йәнә пәйҙә була.
— Саҡ килеп еттем, ҡустылар. Йөрәк бит, йөрәк... — Егеттәрҙең күҙенә мөлдөрәп ҡарап ала. — Бәлки, был юлы һеҙҙе һуңғы тапҡыр күреүемдер. Үҙем иҫән саҡта тип бер шәлкем шиғырҙарымды алып килдем әле.
...Уның шулай “йөрәктән үлеүенә” тиҫтә йыл самаһы үтеп китте. Күптән түгел ул йәнә редакцияға килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан тағы ла йөрәге иҫенә төштө.
— Йөрәк аптырата бит, йөрәк...
Б. КАМАЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779