Ҡораллы ылаусы Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы осоронда була. 1942 йылда “Йондоҙ” колхозының бер төркөм кешеһе игенле ылау менән Ырымбур өлкәһенә юл тота. Танылған яҙыусы Сәғит Агиштың Сәйетбаба мәктәбендә уҡытып йөрөгән сағы. “Ҡалай йәтеш булды әле, яйы сыҡҡанда тыуған яҡтарымды ҡайтып күреп киләйем” тип, ул да ылаусыларҙан ҡалмай. Юл алыҫ. Килә торғас, аттары ла, үҙҙәре лә арый. Ял итергә ниәтләп, аттарын туғарып тышайҙар ҙа, бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, йоҡларға яталар. Уянып китһәләр, аттары юҡ. Баҡһаң, улары баҫыуға төшкән дә ҡарауылсылар бикләп ҡуйған икән. Шул саҡ, урыҫса иң арыу белгән кеше булараҡ, Сәғит Агиш: “Ҡана үҙем барып һөйләшәйем әле”, — ти. Әммә, ҡәһәрең, уның үҙен дә бикләп ҡуялар. Шулай ҙа ылаусылар аңшайып тормай — тегеләр күрмәгәндә аттарын шым ғына сығарып алалар ҙа һыҙыу яғын ҡарайҙар.
Бер сама ваҡыттан Сәғит Агишты ла сығаралар. Иптәштәренең инде апаруҡ юл ыратҡанын аңлаған тотҡондоң башына кинәт бер уй килә. Түбәһендәге күн фуражкаһын пистолетка оҡшатып төрә лә, һаҡсының тура йөҙөнә тоҫҡап:
— Мине хәҙер үк ылау артынан алып барып еткермәһәң, ошонда уҡ теге донъяға оҙатам, — ти етди ҡиәфәт менән.
Быны көтмәгән ҡарауылсы шыр ебәрә, йөҙө ап-аҡ була. Ул ҡурҡышынан тотлоға-тотлоға:
— Зинһар, үл-үлтерә күрмә, мин-мин, хәҙер, — ти ҙә иң яҡшы юртағын йүгәнләй.
Ылау артынан барып еткәс, Агиш пистолет тигән нәмәһен йәйеп ебәреп, башына кейеп ҡуйғас, тегенең күҙе шарҙай була. Икеһе лә көлөп ебәрә.
Шаңдау тыуҙырҙы Әҙәбиәт бүлегенә сал сәсле ғалим килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул портфеленән ҡулъяҙмаһын сығарып, егеттәргә һондо.
— Ҡустым, теге аҙнала гәзиттә фәлән-фәләндең әҫәре сыҡҡайны. Шул хаҡта мәҡәлә яҙғайным.
— Эй, ағай, өлгөрһөгөҙ ҙә инде.
— Өлгөр тип ни, авторы, әҫәрем хаҡында шәп мәҡәлә яҙып бир әле, тип аптыратты. Әйбереңде уҡымағанмын бит, тиһәм, гәзиттең шул һанын өйгә үҙе үк килтереп бирҙе. Унан бер туҡтауһыҙ, хәлдәр нисек, тип шылтырата ла шылтырата. Ауырыйым тип тә ҡарайым, һаман ныҡыша: “Ағай, һинең генә ҡулыңдан килә”, — тип өҙмәй ҙә ҡуймай...
Иртәгәһенә редакцияға әҫәрҙең авторы үҙе килде. Егеттәр менән бер аҙ гәпләшеп ултырғас, өҫтәл ситендә ятҡан яҙыуға башы менән ымлап:
— Әллә анау ғалимдың яҙмаһы инде? — тип һораны.
— Эйе, ағай! Әҫәрегеҙ халыҡ араһында ныҡ шаңдау тыуҙырған икән. Шул турала яҙған.
— Ысынмы? — Әҙип аптырап киткәндәй булды. — Тәким килтергән, ә! Кәрәкмәй тип торам, как будты мин шуға мохтаж инде.
“Йөрәк аптырата бит...” Ул редакциянан-редакцияға йыш йөрөй. Килеп инә лә ауыр һулап, ултырғысҡа ҡунаҡлай. Унан кеҫәһенән яулығын сығарып, битен һөртөп ала.
— Саҡ килеп еттем, үләмме тип торам.
— Ҡуй, ағай, улай тимәгеҙсе. Һеҙҙең йәштә үлеп ятырға ни.
— Йөрәк бит, ҡустым, йөрәк! Был һуңғы яҙым, ахырыһы... — Унан ағай бер аҙ йөрәк тирәһен тотоп тора. — Юҡ, мин үҙемде яҡшы беләм. Бына, ошо шиғри шәлкемем баҫылһа, бәлки, күңелем тынысланып ҡалыр ине.
— Ярай, ағай, ярай!..
Тиҙҙән уның шиғырҙары гәзиттә донъя күрә. Унан бер аҙға юғалып торған шағир йәнә пәйҙә була.
— Саҡ килеп еттем, ҡустылар. Йөрәк бит, йөрәк... — Егеттәрҙең күҙенә мөлдөрәп ҡарап ала. — Бәлки, был юлы һеҙҙе һуңғы тапҡыр күреүемдер. Үҙем иҫән саҡта тип бер шәлкем шиғырҙарымды алып килдем әле.
...Уның шулай “йөрәктән үлеүенә” тиҫтә йыл самаһы үтеп китте. Күптән түгел ул йәнә редакцияға килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан тағы ла йөрәге иҫенә төштө.
— Йөрәк аптырата бит, йөрәк...
Б. КАМАЛОВ.