Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәжмиҙе юҡһынып...
Нәжмиҙе юҡһынып...Халыҡ хәтеренә мәңгегә уйылған РСФСР-ҙың Максим Горький, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең арабыҙҙан китеүенә ун өс йыл да үтеп киткән. Башҡорт шиғриәтенең яҡты йондоҙҙарының береһе булған оло әҙиптең йырҙары телевизор, радио аша әлегәсә ҡабат-ҡабат яңғырап тороуы, иң күренекле йырсыларҙың репертуарында уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың быуындан быуынға күсеп, ныҡлы урын алыуы үҙе генә лә бик күпте аңлата.

Ә инде шиғриәт һөйөүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Уның ихлас лирикаһы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған шиғырҙары, поэмалары әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары ҡаҙаныштары иҫәбендә.
Шағирҙы яҡташтары ла, ҡәләмдәштәре лә һәр саҡ юҡһынып йәшәй. Шуға ла Яҙыусылар союзы идараһы Дүртөйлө районы хакимиәте менән берлектә сентябрь башында шағир хөрмәтенә әҙәби осрашыу кисәләре уҙғарҙы.
— Шағир үҙе иҫән саҡта ла Дүртөйлө ере был хәтлем яҙыусыларҙы күргәне булмағандыр, — тип ҡаршыланы, үҙенең сикһеҙ шатлығын белдереп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов.
Ысынлап та, районға Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе шағир Риф Тойғон етәкселегендә, урындағы әҙәбиәтселәрҙе лә иҫәпләгәндә, өс тиҫтәгә яҡын әҙип килде.
Яҙыусылар туп-тура Дүртөйлөнөң үҙәгендәге мәҙәниәт һарайы алдына — шағирҙың мөһабәт һәйкәле янына туҡтаны.
Ҡаланың шиғриәт һөйөүселәре бында эркелешеп иртүк килгәйне. Яҙыусылар һәйкәлгә сәскә һалғас, тулҡынландырғыс һәм һағышлы рухта сығыш яһаны.
Һәйкәл янындағы митингта Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, күптәрҙең оло шағирға оло һөйөүен белдереп, йөрәк һүҙҙәрен әйтте.
Унан һуң ҡунаҡтар шағирҙың тыуған ауылы Миңештегә юлланды. Улар Назар Нәжмиҙең тау башындағы ҡәберенә сәскә һалды, йорт-музейында булды.
Район үҙәк китапханаһында үткән йомғаҡлау кисәһендә Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғон, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, ғалимә Мәҙинә Хәмиҙуллина, яҙыусылар Мөкәрәмә Садиҡова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, Дүртөйлө шағиры Рафаэль Хафизов Назар Нәжми ижадының әһәмиәте хаҡында төплө фекерҙәр әйтте, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Осрашыуҙарҙы үткәреүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Азамат Ғилманов һәм һәүәҫкәр сәхнә оҫталары тос өлөш индерҙе.
И. БУЛАТОВ.
Дүртөйлө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780