Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ исемһеҙ халыҡ түгел!
Беҙ исемһеҙ халыҡ түгел!Хәҙерге ығы-зығылы тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, эреле-ваҡлы проблемаларын хәл итеүҙе кисектереп, рухи тормошҡа өҫтөнлөк биргән кешеләр мине һәр саҡ һоҡландыра. Уҙған йомала шундай рухлы бер нисә ғаилә менән Стәрлетамаҡтың ҡала мәҙәниәт һарайы алдында осрашырға тура килде. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың нәҫел тамырҙарына арналған республика шәжәрә байрамы үткәрҙеләр.

Тыштағы һалҡынса йонсоу көн дә, байрамға йыйылған халыҡ өсөн мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һис бер ниндәй хеҙмәтләндереү төрө тәҡдим ителмәүе лә, берҙән-бер буфетта йылынайым тип сәй эсеп алыу өсөн оҙон сиратта торорға тура килеүе лә, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн был сара тураһында мәғлүмәт табып булмауы ла байрам кәйефен төшөрә алманы. Ни өсөндөр тантанаға саҡырған афишаларҙы бер ҡайҙа ла күрмәнем. Улай ғына ла түгел – республика матбуғат баҫмаларынан байрамда фәҡәт “Башҡортостан” гәзитенең хәбәрсеһе генә йөрөнө, хатта бөтөн эреле-ваҡлы сараларҙы он-лайн режимында даими яҡтыртып барыусы “Башинформ” таҫмаһында ла был байрам тураһында шул көндө лә, һуңынан да бер ни ҙә бирелмәне. Был бит ҡала өсөн генә түгел, ә республика кимәлендә үткәрелгән сара. Әйткәндәй, ҡала халҡы байрам майҙанында бөтөнләй тиерлек күренмәне.
Ярай, ойоштороусылар тыйнаҡлыҡ күрһәткән һәм үҙ эшен халыҡҡа күрһәтергә тартына икән, әллә ни бәлә түгел. Уның ҡарауы, үҙ шәжәрәһен күрһәтергә килеүселәрҙең оҫталығы, үҙ нәҫел-нәсәбе хаҡында оҙаҡ итеп ентекле мәғлүмәт бирергә лә әҙер булыуы күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Баҙар иҡтисадының һис бер нигә ҡарамай табыш алыуға ғына йүнәлтелгән аяуһыҙ ҡанундары халыҡтың рухи ынтылышын һүндерә алмай барыбер!
Шәжәрәләр күргәҙмәһе байрамдың төп урыны итеп ҡабул ителә ине. Бер нисә урында шәжәрә карталары эленеп ҡуйылған. Барыһын да зауыҡ менән биҙәп эшләгәндәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарын шәжәрә ағасында айырып күрһәтергә лә онотмағандар.
“Ун-ун биш быуынға хәтлемге тамырҙарығыҙҙы ҡайһылайтып юллай алдығыҙ, ә тап ошо олатайҙың Наполеонға ҡаршы һуғышта булғанын нисек белергә була һуң?” – тип һорайым бер шәжәрә эргәһендә.
Беҙ исемһеҙ халыҡ түгел!– Әнүәр ағай Әсфәндиәровтың китабынан, – тине ҡомартҡы хужаһы (һүҙ билдәле тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың 1992 йылда Өфөлә нәшер ителгән “Любезные вы мои” тигән китабы тураһында бара).
– Бик матур эшләнгән, ә яугир тураһында ҡайҙан мәғлүмәт таптығыҙ? – тип һорайым икенсе шәжәрә эргәһендә туҡтап.
– Төп мәғлүмәттәрҙе Әнүәр Әсфәндиәровтың китабынан алдыҡ, – тиҙәр. – Бер аҙын Ырымбур архивында таптыҡ.
Өсөнсө шәжәрә янында күрәҙәлегемде һынап ҡарарға булдым:
– Һеҙ был мәғлүмәттәрҙе Әнүәр Әсфәндиәровтың китабы аша тапҡанһығыҙҙыр?
– Эйе, һеҙ ҙә күрҙегеҙме унда беҙҙең исемдәрҙе? – тип ҡыуанып китте хужабикә.
Уйлап ҡараһаң, был арҙаҡлы ғалимыбыҙ байрамдың уртаһында булырға тейеш ине. Тик ул күренмәне.
Тикеевтар тирмәһе эргәһендә “1812 йыл” тип аталған миҙалдың ҙурайтылған һүрәте эленгән. Бындай һүрәт беҙҙең гәзиттә баҫылғаны бар. Ләкин миҙалдың кире яғындағы “Не намъ, не намъ, а имени твоему” тигән яҙыуға тәүләп иғтибар иттем. Был һүҙҙәрҙең аныҡ ҡына мәғәнәһен һораштырып ҡараһам да, берәү ҙә төшөндөрә алманы (бәлки, гәзит уҡыусылар асыҡлыҡ индерер?).
Рәсми сығыштар ҙа, театрлаштырылған тамаша ла ҡәҙимгесә, йәғни тейешле кимәлдә булды. Ләкин шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны һәм күңелгә ҙур ҡәнәғәтлек биргәне – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы мәғлүмәттең һаҡланып ҡалыуы һәм шәжәрәләрҙә үҙ урынын алыуы. Ике быуат үткәс тә онотолмаһын әле! Яугир быуындарының ошо хазинаны һаҡлап ҡалған һәм халыҡ иғтибарына еткерә лә белгән белдекле вәкилдәре ҙур эш башҡарған. Тарих уларға мәңге рәхмәтле буласаҡ.
Рәшит Кәлимуллин


Миңлеғәле Нәҙерғолов, жюри рәйесе, филология фәндәре докторы:
– Шәжәрә төҙөп килтереүселәр араһында конкурс үткәрелде. Барлығы 11 шәжәрә ҡатнашты. Иң тәрән, йәғни күп быуынлы итеп төҙөлгәне тип Стәрлетамаҡ районынан Аҡсулпановтарҙың шәжәрәһен атаныҡ. Иң мәғлүмәтле шәжәрә – Иглин районынан Тикеевтарҙыҡы. Улар үҙ ата-бабалары араһында 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан өс кешене асыҡлаған. Саҡмағош районынан Бакировтарҙың шәжәрәһе лә мәғлүмәтле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Асҡын районынан Әнзирә Ғәниева төҙөгән шәжәрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурста ҡатнаша алманы, сөнки ярыш талаптарына яуап бирмәне – тирмәһе юҡ. Шулай ҙа ул зауыҡлы эшләнеше менән барыһын да йәлеп итеп торҙо. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан Ҡасимовтарҙы, ошо уҡ райондың Мырҙаш ауылынан Исхаҡовтарҙы, Ишембай районынан Ҡарамышевтарҙы айырым билдәләп үттек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780