Хәҙерге ығы-зығылы тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, эреле-ваҡлы проблемаларын хәл итеүҙе кисектереп, рухи тормошҡа өҫтөнлөк биргән кешеләр мине һәр саҡ һоҡландыра. Уҙған йомала шундай рухлы бер нисә ғаилә менән Стәрлетамаҡтың ҡала мәҙәниәт һарайы алдында осрашырға тура килде. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың нәҫел тамырҙарына арналған республика шәжәрә байрамы үткәрҙеләр.
Тыштағы һалҡынса йонсоу көн дә, байрамға йыйылған халыҡ өсөн мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һис бер ниндәй хеҙмәтләндереү төрө тәҡдим ителмәүе лә, берҙән-бер буфетта йылынайым тип сәй эсеп алыу өсөн оҙон сиратта торорға тура килеүе лә, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн был сара тураһында мәғлүмәт табып булмауы ла байрам кәйефен төшөрә алманы. Ни өсөндөр тантанаға саҡырған афишаларҙы бер ҡайҙа ла күрмәнем. Улай ғына ла түгел – республика матбуғат баҫмаларынан байрамда фәҡәт “Башҡортостан” гәзитенең хәбәрсеһе генә йөрөнө, хатта бөтөн эреле-ваҡлы сараларҙы он-лайн режимында даими яҡтыртып барыусы “Башинформ” таҫмаһында ла был байрам тураһында шул көндө лә, һуңынан да бер ни ҙә бирелмәне. Был бит ҡала өсөн генә түгел, ә республика кимәлендә үткәрелгән сара. Әйткәндәй, ҡала халҡы байрам майҙанында бөтөнләй тиерлек күренмәне.
Ярай, ойоштороусылар тыйнаҡлыҡ күрһәткән һәм үҙ эшен халыҡҡа күрһәтергә тартына икән, әллә ни бәлә түгел. Уның ҡарауы, үҙ шәжәрәһен күрһәтергә килеүселәрҙең оҫталығы, үҙ нәҫел-нәсәбе хаҡында оҙаҡ итеп ентекле мәғлүмәт бирергә лә әҙер булыуы күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Баҙар иҡтисадының һис бер нигә ҡарамай табыш алыуға ғына йүнәлтелгән аяуһыҙ ҡанундары халыҡтың рухи ынтылышын һүндерә алмай барыбер!
Шәжәрәләр күргәҙмәһе байрамдың төп урыны итеп ҡабул ителә ине. Бер нисә урында шәжәрә карталары эленеп ҡуйылған. Барыһын да зауыҡ менән биҙәп эшләгәндәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарын шәжәрә ағасында айырып күрһәтергә лә онотмағандар.
“Ун-ун биш быуынға хәтлемге тамырҙарығыҙҙы ҡайһылайтып юллай алдығыҙ, ә тап ошо олатайҙың Наполеонға ҡаршы һуғышта булғанын нисек белергә була һуң?” – тип һорайым бер шәжәрә эргәһендә.
– Әнүәр ағай Әсфәндиәровтың китабынан, – тине ҡомартҡы хужаһы (һүҙ билдәле тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың 1992 йылда Өфөлә нәшер ителгән “Любезные вы мои” тигән китабы тураһында бара).
– Бик матур эшләнгән, ә яугир тураһында ҡайҙан мәғлүмәт таптығыҙ? – тип һорайым икенсе шәжәрә эргәһендә туҡтап.
– Төп мәғлүмәттәрҙе Әнүәр Әсфәндиәровтың китабынан алдыҡ, – тиҙәр. – Бер аҙын Ырымбур архивында таптыҡ.
Өсөнсө шәжәрә янында күрәҙәлегемде һынап ҡарарға булдым:
– Һеҙ был мәғлүмәттәрҙе Әнүәр Әсфәндиәровтың китабы аша тапҡанһығыҙҙыр?
– Эйе, һеҙ ҙә күрҙегеҙме унда беҙҙең исемдәрҙе? – тип ҡыуанып китте хужабикә.
Уйлап ҡараһаң, был арҙаҡлы ғалимыбыҙ байрамдың уртаһында булырға тейеш ине. Тик ул күренмәне.
Тикеевтар тирмәһе эргәһендә “1812 йыл” тип аталған миҙалдың ҙурайтылған һүрәте эленгән. Бындай һүрәт беҙҙең гәзиттә баҫылғаны бар. Ләкин миҙалдың кире яғындағы “Не намъ, не намъ, а имени твоему” тигән яҙыуға тәүләп иғтибар иттем. Был һүҙҙәрҙең аныҡ ҡына мәғәнәһен һораштырып ҡараһам да, берәү ҙә төшөндөрә алманы (бәлки, гәзит уҡыусылар асыҡлыҡ индерер?).
Рәсми сығыштар ҙа, театрлаштырылған тамаша ла ҡәҙимгесә, йәғни тейешле кимәлдә булды. Ләкин шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны һәм күңелгә ҙур ҡәнәғәтлек биргәне – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы мәғлүмәттең һаҡланып ҡалыуы һәм шәжәрәләрҙә үҙ урынын алыуы. Ике быуат үткәс тә онотолмаһын әле! Яугир быуындарының ошо хазинаны һаҡлап ҡалған һәм халыҡ иғтибарына еткерә лә белгән белдекле вәкилдәре ҙур эш башҡарған. Тарих уларға мәңге рәхмәтле буласаҡ.
Рәшит Кәлимуллин
Миңлеғәле Нәҙерғолов, жюри рәйесе, филология фәндәре докторы:– Шәжәрә төҙөп килтереүселәр араһында конкурс үткәрелде. Барлығы 11 шәжәрә ҡатнашты. Иң тәрән, йәғни күп быуынлы итеп төҙөлгәне тип Стәрлетамаҡ районынан Аҡсулпановтарҙың шәжәрәһен атаныҡ. Иң мәғлүмәтле шәжәрә – Иглин районынан Тикеевтарҙыҡы. Улар үҙ ата-бабалары араһында 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан өс кешене асыҡлаған. Саҡмағош районынан Бакировтарҙың шәжәрәһе лә мәғлүмәтле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Асҡын районынан Әнзирә Ғәниева төҙөгән шәжәрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурста ҡатнаша алманы, сөнки ярыш талаптарына яуап бирмәне – тирмәһе юҡ. Шулай ҙа ул зауыҡлы эшләнеше менән барыһын да йәлеп итеп торҙо. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан Ҡасимовтарҙы, ошо уҡ райондың Мырҙаш ауылынан Исхаҡовтарҙы, Ишембай районынан Ҡарамышевтарҙы айырым билдәләп үттек.