Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай
Мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамайКүмертау ҡалаһынан Дилә һәм Салауат Ғатауллиндар улдары – һигеҙ йәшлек Вилдан менән биш йәшлек Артурҙың бала сағы оҙағыраҡ дауам итһә ине тип теләй. “Бала үҫтереүе, уны яңы һөнәрҙәргә өйрәтеүе – яуаплы, шул уҡ ваҡытта ифрат күңелле бурыс. Улдарыма эйәреп, хәҙер үҙем дә техникала шәп “йөҙә” башланым”, – ти әсә кеше. “Йәш ғаилә-2011” республика конкурсы финалына ошондай илһамланып тормош көтөүсе, күңел һалып бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылғайны.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә үҙ биләмәһендә еңеү яулаған алты ғаилә күтәрелде. Тамашасылар һәр береһенең йыр-моңға маһирлығына, сығыштарының үҙенсәлекле булыуына хайран ҡалды. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан Татьяна һәм Василий Галеталарҙың хис-тойғоға бай тангоһын ҡарап, уларҙы профессиональ бейеүсе тип уйларһың! Асылда ғаилә башлығы шофер булып эшләй, хужабикә яҙмышын мәктәп менән бәйләгән.
Өфөнән Гөлсәсәк менән Ринат Ғатауллиндар ғаиләләренең барлыҡҡа килеү тарихын моңло көйгә һалып йырланы. Йәрмәкәй районының Спартак ауылынан Мария һәм Евгений Аникиндар, Масленица байрамын сәхнәләштереп, балаларына милли йолаларҙы ихтирам итергә өйрәтеүҙәрен күрһәтте. Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Миләүшә һәм Ғайса Ғәйфуллиндар өс балаһы менән бергә ғаилә нигеҙен нығытыусы мөхәббәт тураһында йырланы. Төп бүләкте алған бөрйәндәр – Айгизә менән Рәмис Исламғоловтар – йыр-моңло, ҡымыҙлы башҡорт туйын күрһәтте. Ғаиләнең оло еңеүендә биш йәше лә тулмаған ҡыҙҙары Элинаның өлөшө ҙур булды: ул оҫта итеп “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы, аят уҡыны.
Республикалағы иң сағыу ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, әммә һәммәһенә һөйөүгә таянып тормош көтөү, балаларына матур тәрбиә биреүгә ынтылыш хас. Өй мөхитендәге йылы хистәр уларҙы сәнғәткә ылығырға, яҡты маҡсаттар ҡуйырға дәртләндергән икән, тимәк, Ғәйфуллиндар йырлағанса, был донъяла мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779