Күмертау ҡалаһынан Дилә һәм Салауат Ғатауллиндар улдары – һигеҙ йәшлек Вилдан менән биш йәшлек Артурҙың бала сағы оҙағыраҡ дауам итһә ине тип теләй. “Бала үҫтереүе, уны яңы һөнәрҙәргә өйрәтеүе – яуаплы, шул уҡ ваҡытта ифрат күңелле бурыс. Улдарыма эйәреп, хәҙер үҙем дә техникала шәп “йөҙә” башланым”, – ти әсә кеше. “Йәш ғаилә-2011” республика конкурсы финалына ошондай илһамланып тормош көтөүсе, күңел һалып бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылғайны.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә үҙ биләмәһендә еңеү яулаған алты ғаилә күтәрелде. Тамашасылар һәр береһенең йыр-моңға маһирлығына, сығыштарының үҙенсәлекле булыуына хайран ҡалды. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан Татьяна һәм Василий Галеталарҙың хис-тойғоға бай тангоһын ҡарап, уларҙы профессиональ бейеүсе тип уйларһың! Асылда ғаилә башлығы шофер булып эшләй, хужабикә яҙмышын мәктәп менән бәйләгән.
Өфөнән Гөлсәсәк менән Ринат Ғатауллиндар ғаиләләренең барлыҡҡа килеү тарихын моңло көйгә һалып йырланы. Йәрмәкәй районының Спартак ауылынан Мария һәм Евгений Аникиндар, Масленица байрамын сәхнәләштереп, балаларына милли йолаларҙы ихтирам итергә өйрәтеүҙәрен күрһәтте. Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Миләүшә һәм Ғайса Ғәйфуллиндар өс балаһы менән бергә ғаилә нигеҙен нығытыусы мөхәббәт тураһында йырланы. Төп бүләкте алған бөрйәндәр – Айгизә менән Рәмис Исламғоловтар – йыр-моңло, ҡымыҙлы башҡорт туйын күрһәтте. Ғаиләнең оло еңеүендә биш йәше лә тулмаған ҡыҙҙары Элинаның өлөшө ҙур булды: ул оҫта итеп “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы, аят уҡыны.
Республикалағы иң сағыу ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, әммә һәммәһенә һөйөүгә таянып тормош көтөү, балаларына матур тәрбиә биреүгә ынтылыш хас. Өй мөхитендәге йылы хистәр уларҙы сәнғәткә ылығырға, яҡты маҡсаттар ҡуйырға дәртләндергән икән, тимәк, Ғәйфуллиндар йырлағанса, был донъяла мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай.
Нурзиә ХӘСӘНОВА