Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен!
Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен!Туғанлыҡтан бөйөгөрәк көс бармы икән? Бер-береңдең уй-хисен, серен йөрәк аша ишетеү, күңелдәрҙең бер телдә һөйләшеүе, кисерештәрҙең ишлеге, тойғоларҙың берлеге... Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе йыйған “Туғанлыҡ” фестивале тап ошондай мөхиттә үтте.
Мәҙәни сараның төрки телле халыҡтарҙы яҡынайтыу, бер ҡорға туплауҙа роле баһалап бөткөһөҙ. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, илдең өлөштәргә тарҡалған мәлендә, яңы ғына аяҡҡа баҫҡан “Туғанлыҡ” һаҡлап ҡалына, сөнки бөйөк хисте ҡыйратыу мөмкин түгел.
— Ҡатмарлы осорҙа ошо уртаҡ тамашабыҙҙы күмәкләп ҡурсалап ҡалыу милли үҙаңыбыҙҙың үҫешенә, алға табан ҡыйыу атларға этәргес бирҙе, — тип хәтерләй танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов.
Биш йыл һайын осрашҡан туғандаш халыҡтар быйыл да һағынышып күреште, бер-береһенең тамашаһынан кинәнес, рухи көс алды, аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Тәмле ризыҡ күп булмай тигәндәй, аҙналыҡ фестиваль бер көнлөк кенә кеүек үтеп тә китте.
— Милли байрам барлыҡ йәмғиәтте мәҙәниәткә яҡынайтты, — тине “Туғанлыҡ”тың йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Гәзиттәрҙә, телевидениела, радиола театрҙар эшмәкәрлеге, спектаклдәр хаҡында көн дә фекер алышыу, сағыу сығыштар булды. Тимәк, халыҡ битараф түгел. Ошо бер аҙнала спектаклдәрҙе һигеҙ мең тирәһе кешенең ҡарауы ла был фекерҙе тағы нығыта.
Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен!Бүләкләү — байрамдың иң матур, тулҡынландырғыс мәле. Фестивалдең I дәрәжә дипломына лайыҡ булған артистарҙы һәм театр коллективтарын тамашасылар көслө алҡышҡа күмде. Номинацияларҙың күплеге спектаклдәрҙең һәр йәһәттән уңышлы булыуына сағыу бер дәлил булды. Айырым артистарҙың һәләтенә ҙур иғтибар бүленеүе айырыуса һөйөндөрҙө. Әйтәйек, Тотуханым Осаева (Дағстан), Александра Кривогорницына (Саха Республикаһы) ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылһа, ир-егет араһынан Валерий Топоев (Хакасия) менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан Филарит Бакировҡа етеүсе булманы.
Беҙҙең яҡташтарҙың уңышы бының менән генә бөтмәне: “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакле менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов еңеп сыҡты! Ә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Мәскәү — Васютки” спектакле (режиссеры — Азат Йыһаншин) иң яҡшы тип табылып, фестивалдең Гран-приһын яуланы! Ике режиссерҙың да күптән түгел эш башлаған, әммә талантлы йәштәр булыуы башҡорт театрының яҡты киләсәгенә ышанысты арттырҙы.

Азат ЙЫҺАНШИН, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры:
— Еңербеҙ тип һис тә көтмәгәйнем. Ҡунаҡ булараҡ ҡына сығыш яһағайныҡ, жюри ағзалары спектаклде конкурс программаһына индерергә ҡарар итте. Иң ҙур рәхмәтем — Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса менән Филарит Бакировтарға, ҡуйыусы-рәссам Альберт Нестеровҡа. Һәм, әлбиттә, спектаклдең уңышлы килеп сығыуында уның авторы Флорид Бүләковтың роле баһалап бөткөһөҙ. Яратҡан драматургыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙең сәхнәлә артабан да ҡуйылыр, тип ышанам.

Байсолтан ОСАЕВ, Дағстан Республикаһының Ҡумыҡ дәүләт музыкаль-драма театры артисы:
— Ҡунаҡсыл Башҡортостан халҡына беҙҙе йылы ҡаршылауы, туғандарса мөнәсәбәте өсөн ҙур рәхмәт! Бындай фестивалдәр бик кәрәк. Һөйләшер һүҙебеҙ күп, уртаҡ шатлыҡ-проблемабыҙ бихисап. Тамашанан яңы көс, рух туплап ҡайтабыҙ. Алтынсы фестивалдә мотлаҡ еңербеҙ ҙә әле! Әммә унда бер түгел, кәмендә ике спектакль алып килергә рөхсәт ителһен ине.

Айрат АБУШАХМАНОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры:
— “Иң яҡшы режиссер эше” наградаһын спектаклдә ҡатнашҡан барлыҡ артистарҙың хеҙмәт емеше тип ҡабул иттем. Беҙгә шундай ышаныс бағлап, артабан да рухланып эшләргә этәргес биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт! “Туғанлыҡ” йәшәргә тейеш!
Дилбәр ИШМОРАТОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 781

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 462

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 413

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577