Туғанлыҡтан бөйөгөрәк көс бармы икән? Бер-береңдең уй-хисен, серен йөрәк аша ишетеү, күңелдәрҙең бер телдә һөйләшеүе, кисерештәрҙең ишлеге, тойғоларҙың берлеге... Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе йыйған “Туғанлыҡ” фестивале тап ошондай мөхиттә үтте.
Мәҙәни сараның төрки телле халыҡтарҙы яҡынайтыу, бер ҡорға туплауҙа роле баһалап бөткөһөҙ. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, илдең өлөштәргә тарҡалған мәлендә, яңы ғына аяҡҡа баҫҡан “Туғанлыҡ” һаҡлап ҡалына, сөнки бөйөк хисте ҡыйратыу мөмкин түгел.
— Ҡатмарлы осорҙа ошо уртаҡ тамашабыҙҙы күмәкләп ҡурсалап ҡалыу милли үҙаңыбыҙҙың үҫешенә, алға табан ҡыйыу атларға этәргес бирҙе, — тип хәтерләй танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов.
Биш йыл һайын осрашҡан туғандаш халыҡтар быйыл да һағынышып күреште, бер-береһенең тамашаһынан кинәнес, рухи көс алды, аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Тәмле ризыҡ күп булмай тигәндәй, аҙналыҡ фестиваль бер көнлөк кенә кеүек үтеп тә китте.
— Милли байрам барлыҡ йәмғиәтте мәҙәниәткә яҡынайтты, — тине “Туғанлыҡ”тың йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Гәзиттәрҙә, телевидениела, радиола театрҙар эшмәкәрлеге, спектаклдәр хаҡында көн дә фекер алышыу, сағыу сығыштар булды. Тимәк, халыҡ битараф түгел. Ошо бер аҙнала спектаклдәрҙе һигеҙ мең тирәһе кешенең ҡарауы ла был фекерҙе тағы нығыта.
Бүләкләү — байрамдың иң матур, тулҡынландырғыс мәле. Фестивалдең I дәрәжә дипломына лайыҡ булған артистарҙы һәм театр коллективтарын тамашасылар көслө алҡышҡа күмде. Номинацияларҙың күплеге спектаклдәрҙең һәр йәһәттән уңышлы булыуына сағыу бер дәлил булды. Айырым артистарҙың һәләтенә ҙур иғтибар бүленеүе айырыуса һөйөндөрҙө. Әйтәйек, Тотуханым Осаева (Дағстан), Александра Кривогорницына (Саха Республикаһы) ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылһа, ир-егет араһынан Валерий Топоев (Хакасия) менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан Филарит Бакировҡа етеүсе булманы.
Беҙҙең яҡташтарҙың уңышы бының менән генә бөтмәне: “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакле менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов еңеп сыҡты! Ә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Мәскәү — Васютки” спектакле (режиссеры — Азат Йыһаншин) иң яҡшы тип табылып, фестивалдең Гран-приһын яуланы! Ике режиссерҙың да күптән түгел эш башлаған, әммә талантлы йәштәр булыуы башҡорт театрының яҡты киләсәгенә ышанысты арттырҙы.
Азат ЙЫҺАНШИН, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры:
— Еңербеҙ тип һис тә көтмәгәйнем. Ҡунаҡ булараҡ ҡына сығыш яһағайныҡ, жюри ағзалары спектаклде конкурс программаһына индерергә ҡарар итте. Иң ҙур рәхмәтем — Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса менән Филарит Бакировтарға, ҡуйыусы-рәссам Альберт Нестеровҡа. Һәм, әлбиттә, спектаклдең уңышлы килеп сығыуында уның авторы Флорид Бүләковтың роле баһалап бөткөһөҙ. Яратҡан драматургыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙең сәхнәлә артабан да ҡуйылыр, тип ышанам.
Байсолтан ОСАЕВ, Дағстан Республикаһының Ҡумыҡ дәүләт музыкаль-драма театры артисы:
— Ҡунаҡсыл Башҡортостан халҡына беҙҙе йылы ҡаршылауы, туғандарса мөнәсәбәте өсөн ҙур рәхмәт! Бындай фестивалдәр бик кәрәк. Һөйләшер һүҙебеҙ күп, уртаҡ шатлыҡ-проблемабыҙ бихисап. Тамашанан яңы көс, рух туплап ҡайтабыҙ. Алтынсы фестивалдә мотлаҡ еңербеҙ ҙә әле! Әммә унда бер түгел, кәмендә ике спектакль алып килергә рөхсәт ителһен ине.
Айрат АБУШАХМАНОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры:
— “Иң яҡшы режиссер эше” наградаһын спектаклдә ҡатнашҡан барлыҡ артистарҙың хеҙмәт емеше тип ҡабул иттем. Беҙгә шундай ышаныс бағлап, артабан да рухланып эшләргә этәргес биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт! “Туғанлыҡ” йәшәргә тейеш!
Дилбәр ИШМОРАТОВА