Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышы — бейеүҙә
Яҙмышы — бейеүҙәҺуңғы осорҙа һәр ерҙә үҙҙәренең ете мөғжизәһен барлау йолаға инеп китте. Әгәр Әбйәлилдә лә шундай тауыш биреү ойошторһаң, яҡташтарыбыҙ, һис шикһеҙ, ете мөғжизәнең береһе тип “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблен атар ине. “Йәшлек” — райондың визит карточкаһы, уның йөҙөк ҡашы, ҡото, ғорурлығы. Беҙҙә “Йәшлек” тип аталған бәләкәй генә ил бар, “йәшлектәр” тип аталған халыҡ бар. Ансамблдең 40 йыл самаһы ижад итеү дәүерендә әбйәлилдәр араһында: “Беҙ “Йәшлек”тә бейенек!” — тип ғорурланып әйтерлек нисәмә быуын бер-береһен алмаштырҙы.

Шулай ҙа районда “Йәшлек”тән ғүмере буйы айырылмаған бер кеше бар — ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлхиә Исхаҡова! Ярты быуат ғүмеренең 33 йылын райондың мәҙәниәтен үҫтереүгә, “Йәшлек”тең данын күтәреүгә бағышлаған Зөлхиә Рәшит ҡыҙының алтын юбилейы уңайынан район мәҙәниәт һарайында “Яҙмышым — бейеүҙә” тигән ижад кисәһе үтте.
Зөлхиә бәләкәй сағынан бейергә, йырларға яратһа ла, күңеленән генә артист булырға хыялланһа ла, атаһының теләге буйынса китапханасы һөнәрен һайлай, ошо йүнәлеш буйынса башта техникум, аҙаҡ академия тамамлай. Әммә яҙмыш уны барыбер сәнғәткә килтерә. Асҡарҙағы иҫке клуб китапхана менән бер бинала була торғайны. Зөлхиә йыш ҡына “Йәшлек”тең репетицияларын ҡарап ултыра. Бер көндө ансамблгә бер ҡыҙ тултыра алмай аптыраналар. Шул ваҡыт мәҙәниәт йорто директоры Римма Солтанова: “Бынауындай матур ҡыҙҙың бейей белмәүе мөмкин түгел”, — тип залда моңайып ултырған китапханасыны сәхнәгә саҡыра. “Йәшлек”тең балетмейстеры Фәүҡинур Фәтхуллина Зөлхиәгә бер нисә хәрәкәтте күрһәтә, уныһы иһә артынан килештереп ҡабатлай.
Шулай Зөлхиә Рәшит ҡыҙы “Йәшлек” донъяһына аяҡ баҫа. Уға хатта ансамблдең данлыҡлы бейеүсеһе Булат Мусиндың партнеры булырға яҙа. Аҙаҡ, ансамбль етәксеһеҙ ҡалғас, китапхананы ташлап, был вазифаны ла иңенә алырға һәм 15 йыл буйы алһыҙ-ялһыҙ тартырға тура килә. Нәҡ Зөлхиә Исхаҡова етәкләгән осорҙа “Йәшлек” Австрия, Германия, Португалия, Испания сәхнәләрен яулай, күрше республикаларҙы урап сыға, Волга буйы ҡалалары буйлап сәйәхәттә ҡатнаша, ЮНЕСКО янындағы Халыҡ ижады ассоциацияһы ағзаһы итеп алына. “Уның бейеүсе булыуы ғына түгел, ә ансамблгә етәкселек итеүе ҙур баһаға лайыҡ”, — тип юҡҡа әйтмәй Әшираф Илһамов.
Сценарий авторҙары, режиссерҙары һәм алып барыусылар — Илүзә Шәйәхмәтова менән Марс Сәйетғәлин әлеге сара матур үтһен өсөн бар тырышлығын һалды. Әлбиттә, бейеүсенең юбилейында “Йәшлек”тең төрлө быуын вәкилдәре, Асҡарҙың 1-се урта мәктәбенең “Алтынай” бейеү ансамбле, Сибай ҡалаһының “Ете ырыу” ансамбле, Сибай филармонияһы солисы Илфат Мусин, Атауҙынан Римма Замалетдинова, Байымдың йәш бейеүселәре Айһылыу Сәйетғәлина менән Динис Әхмәтов башҡарыуындағы бейеүҙәр бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо. Зөлхиә Рәшит ҡыҙының ижад кисәһе генә түгел, ҙур бейеү байрамы ла булды был.
Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779