Һуңғы осорҙа һәр ерҙә үҙҙәренең ете мөғжизәһен барлау йолаға инеп китте. Әгәр Әбйәлилдә лә шундай тауыш биреү ойошторһаң, яҡташтарыбыҙ, һис шикһеҙ, ете мөғжизәнең береһе тип “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблен атар ине. “Йәшлек” — райондың визит карточкаһы, уның йөҙөк ҡашы, ҡото, ғорурлығы. Беҙҙә “Йәшлек” тип аталған бәләкәй генә ил бар, “йәшлектәр” тип аталған халыҡ бар. Ансамблдең 40 йыл самаһы ижад итеү дәүерендә әбйәлилдәр араһында: “Беҙ “Йәшлек”тә бейенек!” — тип ғорурланып әйтерлек нисәмә быуын бер-береһен алмаштырҙы.
Шулай ҙа районда “Йәшлек”тән ғүмере буйы айырылмаған бер кеше бар — ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлхиә Исхаҡова! Ярты быуат ғүмеренең 33 йылын райондың мәҙәниәтен үҫтереүгә, “Йәшлек”тең данын күтәреүгә бағышлаған Зөлхиә Рәшит ҡыҙының алтын юбилейы уңайынан район мәҙәниәт һарайында “Яҙмышым — бейеүҙә” тигән ижад кисәһе үтте.
Зөлхиә бәләкәй сағынан бейергә, йырларға яратһа ла, күңеленән генә артист булырға хыялланһа ла, атаһының теләге буйынса китапханасы һөнәрен һайлай, ошо йүнәлеш буйынса башта техникум, аҙаҡ академия тамамлай. Әммә яҙмыш уны барыбер сәнғәткә килтерә. Асҡарҙағы иҫке клуб китапхана менән бер бинала була торғайны. Зөлхиә йыш ҡына “Йәшлек”тең репетицияларын ҡарап ултыра. Бер көндө ансамблгә бер ҡыҙ тултыра алмай аптыраналар. Шул ваҡыт мәҙәниәт йорто директоры Римма Солтанова: “Бынауындай матур ҡыҙҙың бейей белмәүе мөмкин түгел”, — тип залда моңайып ултырған китапханасыны сәхнәгә саҡыра. “Йәшлек”тең балетмейстеры Фәүҡинур Фәтхуллина Зөлхиәгә бер нисә хәрәкәтте күрһәтә, уныһы иһә артынан килештереп ҡабатлай.
Шулай Зөлхиә Рәшит ҡыҙы “Йәшлек” донъяһына аяҡ баҫа. Уға хатта ансамблдең данлыҡлы бейеүсеһе Булат Мусиндың партнеры булырға яҙа. Аҙаҡ, ансамбль етәксеһеҙ ҡалғас, китапхананы ташлап, был вазифаны ла иңенә алырға һәм 15 йыл буйы алһыҙ-ялһыҙ тартырға тура килә. Нәҡ Зөлхиә Исхаҡова етәкләгән осорҙа “Йәшлек” Австрия, Германия, Португалия, Испания сәхнәләрен яулай, күрше республикаларҙы урап сыға, Волга буйы ҡалалары буйлап сәйәхәттә ҡатнаша, ЮНЕСКО янындағы Халыҡ ижады ассоциацияһы ағзаһы итеп алына. “Уның бейеүсе булыуы ғына түгел, ә ансамблгә етәкселек итеүе ҙур баһаға лайыҡ”, — тип юҡҡа әйтмәй Әшираф Илһамов.
Сценарий авторҙары, режиссерҙары һәм алып барыусылар — Илүзә Шәйәхмәтова менән Марс Сәйетғәлин әлеге сара матур үтһен өсөн бар тырышлығын һалды. Әлбиттә, бейеүсенең юбилейында “Йәшлек”тең төрлө быуын вәкилдәре, Асҡарҙың 1-се урта мәктәбенең “Алтынай” бейеү ансамбле, Сибай ҡалаһының “Ете ырыу” ансамбле, Сибай филармонияһы солисы Илфат Мусин, Атауҙынан Римма Замалетдинова, Байымдың йәш бейеүселәре Айһылыу Сәйетғәлина менән Динис Әхмәтов башҡарыуындағы бейеүҙәр бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо. Зөлхиә Рәшит ҡыҙының ижад кисәһе генә түгел, ҙур бейеү байрамы ла булды был.
Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.