Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң эйәһе Илдар
Моң эйәһе ИлдарТәүге аҙымдар

Шулған ауылында тыуып үҫкән Әнисә һәм Фәзиф Кәшиповтар матур ғаилә ҡороп, ике малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Колхоз, өйҙәге бихисап эшенән бер аҙ бушағас, Фәзиф кистәрен ҡулына гармун ала, ә ҡатыны моңло тауышы менән уға ҡушыла. “Сарман”, “Рамай”... Ағыла халыҡ йырҙары, урам көйҙәре. Ата-әсәһенең йыр-моңға һөйөүе балаларына ла күсә. Сирена, Илдар һәм Хәлилдең был йәһәттән һәләте бик иртә асыла. Бәләкәй Кәшиповтар мәктәптә, ауылда үткәрелгән һәр сарала ихлас ҡатнаша, сәхнәнән төшмәй. Өсөһө лә оҫта гармунсы булып үҫә.
Илдарға ла шулай музыка “ене” ҡағылған саҡ. Бер көндө малай урамда Рәүис Суфияровты осрата. Өфөлә уҡып йөрөй ул. Каникулға ҡайтҡан икән.
Рәүис баш ҡала, үҙе уҡыған мәктәп тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Бишенсе класты тамамлағас, Илдар ҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәп-интернатына уҡырға китә. Бында ул быға ҡәҙәр ишетеп-күреп тә белмәгән тромбон серҙәренә өйрәнә башлай. Уҡыуының беренсе айҙарында уҡ ул мәктәптә үткән барлыҡ концерттарҙа ла ихлас ҡатнаша. Илдар иң яҡшы уҡыусыларҙың береһенә әйләнә.
Ә инде йәйге каникулға ҡайтҡас... Ғүмер буйына тальян моңона күнеккән ауыл өсөн тромбон тауышы нисектер бер аҙ ят та була. Уның ҡарауы, рәхәтләнеп, кинәнеп баҫыуҙа туҡ башаҡтар йырын тыңлай егет. Ураҡ етеү менән Илдар комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Атаһы уға ошо һөнәрҙең серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.
Мәктәп-интернатты уңышлы тамамлағас, Илдар Калининград хәрби-инженер училищеһына инә. Тынлы оркестрҙа уйнай башлай.

Гимнастерканы һалғас

Һалдат гимнастеркаһын һалғас, Илдар хеҙмәт юлын ауыл мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай. Ике йылдан директор итеп ҡуялар. Бер үк ваҡытта мәктәптә музыка дәрестәре лә алып бара.
Ә инде урып йыйыу эштәре башланғас, Илдар йәнә комбайн штурвалы артына ултыра. Ул арала ҡустыһы Хәлил дә ысын комбайнсы булып өлгөрә. Ураҡтың башынан аҙағына ҡәҙәр аталы-уллы Кәшиповтарҙың комбайндары баҫыуҙан ҡайтып инмәй, меңдәрсә центнер ашлыҡ һуғалар.
1989 йылда Шулғанда район музыка мәктәбенең филиалы асыла. Илдар Фәзиф улын уҡытыусы итеп саҡыралар. Һәләтле белгес балаларҙы тенор, баритон серҙәренә, торба, тромбонда уйнарға өйрәтә. Үҙе, тынлы инструменттарҙан тыш, гармунда, гитарала, синтезаторҙа өҙҙөрә. Ҡулына ниндәй генә музыка ҡоралын алһа ла, халыҡ көйҙәрен күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡара ул.
Композитор булараҡ та Илдарҙың һәләте иртә асыла. Диңгеҙ кеүек тулҡынланып ултырған иген баҫыуҙарын гиҙеү дәрт биргәндер, илһамландырғандыр инде, беренсе йырын ул мәктәптә уҡытҡан сағында уҡ яҙа.
— Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр, — тип хәтерләй композитор. — Ноталарҙы бер аҙ айырһам да, теория-алымдарҙы белгән юҡ ине ул саҡта.
Профессиональ белем алғас, аҡрынлап тәжрибә лә туплана, оҫталыҡ та килә. Илдар әлеге көнгә ҡырҡҡа яҡын йыр ижад иткән, ике альбомы донъя күргән, яңылары өҫтөндә эшләй. Дилә Булгакова, Рәйес Ғимаҙиев, Дилбәр Исламова һүҙҙәренә йыш мөрәжәғәт итә. Сарман Рәшитов һүҙҙәренә яҙылған “Тәтешле — тыуған яғым” йыры күптән инде төбәктең гимнына, йөҙөк ҡашына әйләнгән.

Йырлы-моңло ғаилә

Кәшиповтар йәшәгән йортта йыр яңғырамаған көн юҡтыр ҙа. Был татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ҙа мәҙәниәт, сәнғәткә ғашиҡ. Төмән нефтселәрендә эшләп йөрөгән Илнар тромбон, гитарала оҫта уйнай. Лира — һоҡланғыс тауышлы йырсы. Ҡатыны — мәктәптә егерме йыл башҡорт, татар телдәре уҡытҡан Илзидә халыҡ йырҙарын пропагандалауҙа, яңы тыуған йырҙары өсөн шиғыр һайлауҙа ярҙамлаша.
Илдар үҙенең ижадын педагогик эш менән бәйләп алып бара. Остаз үҙ уҡыусыларының музыка донъяһында бик мәғлүмәтле булыуын теләй, күп әҫәрҙәр өйрәтә.
Илдар Кәшиповтың сығышын һәр ерҙә көтөп алалар, көслө алҡыштарға күмәләр. Уға киләсәктә лә яңынан-яңы уңыш юрайҙар.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781