Тәүге аҙымдар Шулған ауылында тыуып үҫкән Әнисә һәм Фәзиф Кәшиповтар матур ғаилә ҡороп, ике малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Колхоз, өйҙәге бихисап эшенән бер аҙ бушағас, Фәзиф кистәрен ҡулына гармун ала, ә ҡатыны моңло тауышы менән уға ҡушыла. “Сарман”, “Рамай”... Ағыла халыҡ йырҙары, урам көйҙәре. Ата-әсәһенең йыр-моңға һөйөүе балаларына ла күсә. Сирена, Илдар һәм Хәлилдең был йәһәттән һәләте бик иртә асыла. Бәләкәй Кәшиповтар мәктәптә, ауылда үткәрелгән һәр сарала ихлас ҡатнаша, сәхнәнән төшмәй. Өсөһө лә оҫта гармунсы булып үҫә.
Илдарға ла шулай музыка “ене” ҡағылған саҡ. Бер көндө малай урамда Рәүис Суфияровты осрата. Өфөлә уҡып йөрөй ул. Каникулға ҡайтҡан икән.
Рәүис баш ҡала, үҙе уҡыған мәктәп тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Бишенсе класты тамамлағас, Илдар ҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәп-интернатына уҡырға китә. Бында ул быға ҡәҙәр ишетеп-күреп тә белмәгән тромбон серҙәренә өйрәнә башлай. Уҡыуының беренсе айҙарында уҡ ул мәктәптә үткән барлыҡ концерттарҙа ла ихлас ҡатнаша. Илдар иң яҡшы уҡыусыларҙың береһенә әйләнә.
Ә инде йәйге каникулға ҡайтҡас... Ғүмер буйына тальян моңона күнеккән ауыл өсөн тромбон тауышы нисектер бер аҙ ят та була. Уның ҡарауы, рәхәтләнеп, кинәнеп баҫыуҙа туҡ башаҡтар йырын тыңлай егет. Ураҡ етеү менән Илдар комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Атаһы уға ошо һөнәрҙең серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.
Мәктәп-интернатты уңышлы тамамлағас, Илдар Калининград хәрби-инженер училищеһына инә. Тынлы оркестрҙа уйнай башлай.
Гимнастерканы һалғас Һалдат гимнастеркаһын һалғас, Илдар хеҙмәт юлын ауыл мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай. Ике йылдан директор итеп ҡуялар. Бер үк ваҡытта мәктәптә музыка дәрестәре лә алып бара.
Ә инде урып йыйыу эштәре башланғас, Илдар йәнә комбайн штурвалы артына ултыра. Ул арала ҡустыһы Хәлил дә ысын комбайнсы булып өлгөрә. Ураҡтың башынан аҙағына ҡәҙәр аталы-уллы Кәшиповтарҙың комбайндары баҫыуҙан ҡайтып инмәй, меңдәрсә центнер ашлыҡ һуғалар.
1989 йылда Шулғанда район музыка мәктәбенең филиалы асыла. Илдар Фәзиф улын уҡытыусы итеп саҡыралар. Һәләтле белгес балаларҙы тенор, баритон серҙәренә, торба, тромбонда уйнарға өйрәтә. Үҙе, тынлы инструменттарҙан тыш, гармунда, гитарала, синтезаторҙа өҙҙөрә. Ҡулына ниндәй генә музыка ҡоралын алһа ла, халыҡ көйҙәрен күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡара ул.
Композитор булараҡ та Илдарҙың һәләте иртә асыла. Диңгеҙ кеүек тулҡынланып ултырған иген баҫыуҙарын гиҙеү дәрт биргәндер, илһамландырғандыр инде, беренсе йырын ул мәктәптә уҡытҡан сағында уҡ яҙа.
— Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр, — тип хәтерләй композитор. — Ноталарҙы бер аҙ айырһам да, теория-алымдарҙы белгән юҡ ине ул саҡта.
Профессиональ белем алғас, аҡрынлап тәжрибә лә туплана, оҫталыҡ та килә. Илдар әлеге көнгә ҡырҡҡа яҡын йыр ижад иткән, ике альбомы донъя күргән, яңылары өҫтөндә эшләй. Дилә Булгакова, Рәйес Ғимаҙиев, Дилбәр Исламова һүҙҙәренә йыш мөрәжәғәт итә. Сарман Рәшитов һүҙҙәренә яҙылған “Тәтешле — тыуған яғым” йыры күптән инде төбәктең гимнына, йөҙөк ҡашына әйләнгән.
Йырлы-моңло ғаилә Кәшиповтар йәшәгән йортта йыр яңғырамаған көн юҡтыр ҙа. Был татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ҙа мәҙәниәт, сәнғәткә ғашиҡ. Төмән нефтселәрендә эшләп йөрөгән Илнар тромбон, гитарала оҫта уйнай. Лира — һоҡланғыс тауышлы йырсы. Ҡатыны — мәктәптә егерме йыл башҡорт, татар телдәре уҡытҡан Илзидә халыҡ йырҙарын пропагандалауҙа, яңы тыуған йырҙары өсөн шиғыр һайлауҙа ярҙамлаша.
Илдар үҙенең ижадын педагогик эш менән бәйләп алып бара. Остаз үҙ уҡыусыларының музыка донъяһында бик мәғлүмәтле булыуын теләй, күп әҫәрҙәр өйрәтә.
Илдар Кәшиповтың сығышын һәр ерҙә көтөп алалар, көслө алҡыштарға күмәләр. Уға киләсәктә лә яңынан-яңы уңыш юрайҙар.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы.