Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауаттың рухы — мәңгелек
Салауаттың рухы — мәңгелекСалауат районында ике ҙур ваҡиға булды. Башҡорт халҡының тарихына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмағандарҙың барыһы ла Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһенә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамына йыйылды. Ошонда уҡ һабантуй ҙа булды. Тантаналарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Байрамға тотош республиканан ҡунаҡтар килгәйне. Райондың һәр ауыл Советы үҙ тирмәһен ҡорҙо. Башҡорт шәжәрәләре лә сағыу биҙәлгәйне. Салауат Юлаевтың Салауаттың рухы — мәңгелектыуған ере — Әлкә ауылы Советының тирмәһе төбәк етәксеһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Милли батырҙың шәжәрәһе хаҡында Президентҡа ентекле һөйләнеләр. Артабан Рөстәм Хәмитов Арҡауыл ихатаһында булды. Сөнки бында үҙенсәлекле ваҡиға — Нәфрүзә менән Ғәтиәт Ҡаҙнаевтарҙың алтын туйы билдәләнде. Президент уларға юбилейҙары айҡанлы ихлас ҡотлауын еткерҙе. Көҫәпәй ауылы тирмәһе лә төбәк етәксеһенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был биләмә “2011 йылдың айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сыҡҡан.
Салауаттың рухы — мәңгелекБайрамға килеүселәрҙе ҡотлап, Рөстәм Хәмитов, Салауат районы республикалағы иң әһәмиәтле муниципалитеттарҙың береһе, тип билдәләне.
— Был — Салауат Юлаев, мәшһүр шағирҙар, музыканттар, яҙыусылар төйәге, — тине ул. — Бәрәкәтле ер таланттарға, ауыр шарттарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән тырыш кешеләргә бай. Быйыл сәсеү эштәре, байрамға әҙерлек саралары уңышлы башҡарылды. Башҡортостан етәкселеге ауыл халҡына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә Салауаттың рухы — мәңгелектырыша. Биләмәләр башҡарған ҙур эшкә нисек итеп яуап ҡайтарыу хаҡында уйлашабыҙ. Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн ҙур өҫтөнлөк булып тора.
Артабан Рөстәм Хәмитов Рәшит Аҡбашев менән Риф Вахитовҡа “Салауат районының почетлы гражданы” таныҡлығын тапшырҙы.
Салауаттың рухы — мәңгелек“Салауаттың васыяты” театрлаштырылған тамашаһы айырым тәьҫир ҡалдырҙы. 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан сағыу музыкаль композицияны башҡорт батырының тормошон сағылдырған тарихи-биографик реконструкция тип атарға мөмкин.
Әйткәндәй, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған йыйын тәүге тапҡыр Салауат районында 2004 йылда үткәрелгәйне. Шул осорҙан алып был байрам батырҙың тыуған яғында ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла — Крәҫтиәндәр һуғышы, Салауаттың көрәштәштәре менән бәйле төбәктәрҙә уҙғарыла. Ошондай уҡ саралар Балтас, Саҡмағош, Ишембай һәм башҡа райондарҙа ойошторолдо ла инде.
Салауат ерендә спорт ярыштары, ижади конкурстар йәнле үтте. Волейбол һәм футбол, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар халыҡтың күңеленә хуш килде. 12-14 йәшлек үҫмерҙәр уҡ атып, һөңгө ырғытып, “Йүрүҙән бөркөтө” конкурсында көс һынашты. Һабантуй, ғәҙәттәгесә, ат сабышы, милли көрәшһеҙ үтмәне. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576