Салауат районында ике ҙур ваҡиға булды. Башҡорт халҡының тарихына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмағандарҙың барыһы ла Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһенә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамына йыйылды. Ошонда уҡ һабантуй ҙа булды. Тантаналарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Байрамға тотош республиканан ҡунаҡтар килгәйне. Райондың һәр ауыл Советы үҙ тирмәһен ҡорҙо. Башҡорт шәжәрәләре лә сағыу биҙәлгәйне. Салауат Юлаевтың
тыуған ере — Әлкә ауылы Советының тирмәһе төбәк етәксеһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Милли батырҙың шәжәрәһе хаҡында Президентҡа ентекле һөйләнеләр. Артабан Рөстәм Хәмитов Арҡауыл ихатаһында булды. Сөнки бында үҙенсәлекле ваҡиға — Нәфрүзә менән Ғәтиәт Ҡаҙнаевтарҙың алтын туйы билдәләнде. Президент уларға юбилейҙары айҡанлы ихлас ҡотлауын еткерҙе. Көҫәпәй ауылы тирмәһе лә төбәк етәксеһенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был биләмә “2011 йылдың айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сыҡҡан.
Байрамға килеүселәрҙе ҡотлап, Рөстәм Хәмитов, Салауат районы республикалағы иң әһәмиәтле муниципалитеттарҙың береһе, тип билдәләне.
— Был — Салауат Юлаев, мәшһүр шағирҙар, музыканттар, яҙыусылар төйәге, — тине ул. — Бәрәкәтле ер таланттарға, ауыр шарттарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән тырыш кешеләргә бай. Быйыл сәсеү эштәре, байрамға әҙерлек саралары уңышлы башҡарылды. Башҡортостан етәкселеге ауыл халҡына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә
тырыша. Биләмәләр башҡарған ҙур эшкә нисек итеп яуап ҡайтарыу хаҡында уйлашабыҙ. Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн ҙур өҫтөнлөк булып тора.
Артабан Рөстәм Хәмитов Рәшит Аҡбашев менән Риф Вахитовҡа “Салауат районының почетлы гражданы” таныҡлығын тапшырҙы.
“Салауаттың васыяты” театрлаштырылған тамашаһы айырым тәьҫир ҡалдырҙы. 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан сағыу музыкаль композицияны башҡорт батырының тормошон сағылдырған тарихи-биографик реконструкция тип атарға мөмкин.
Әйткәндәй, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған йыйын тәүге тапҡыр Салауат районында 2004 йылда үткәрелгәйне. Шул осорҙан алып был байрам батырҙың тыуған яғында ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла — Крәҫтиәндәр һуғышы, Салауаттың көрәштәштәре менән бәйле төбәктәрҙә уҙғарыла. Ошондай уҡ саралар Балтас, Саҡмағош, Ишембай һәм башҡа райондарҙа ойошторолдо ла инде.
Салауат ерендә спорт ярыштары, ижади конкурстар йәнле үтте. Волейбол һәм футбол, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар халыҡтың күңеленә хуш килде. 12-14 йәшлек үҫмерҙәр уҡ атып, һөңгө ырғытып, “Йүрүҙән бөркөтө” конкурсында көс һынашты. Һабантуй, ғәҙәттәгесә, ат сабышы, милли көрәшһеҙ үтмәне. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.