Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ҙә ял итә беләбеҙ!
Беҙ ҙә ял итә беләбеҙ!Донъя, ил, республика, район йәки ҡала яңылыҡтары, башҡаларға өлгө булырҙай кешеләр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күренештәр тураһында мәҡәлә, тапшырыу әҙерләгән журналистарҙың тормошо йыш ҡына йәмәғәтселектең иғтибарынан ситтә ҡала. Әммә беҙ ҙә ял ваҡытын матур уҙғара беләбеҙ. Аҙна аҙағында Архангел районының йәмле Инйәр йылғаһы буйында ойошторолған журналистар фестивале — ошоноң бер дәлиле.

Быйылғы сара Башҡортостандың Журналистар союзына нигеҙ һалыныуға 55 йыл тулыуға арналды. Үҙенсәлекле һабантуйҙа гәзит-журнал редакцияларында, Беҙ ҙә ял итә беләбеҙ!телевидение һәм радиола, Интернет-баҫмаларҙа эшләүсе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Тулы коллективтары менән йыйылған район гәзите редакциялары айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтте.
“Башҡортостан”дан да ике еңел машина юлланды тәбиғәт ҡосағына. Инйәр буйындағы ялан палаткалар, тирмәләр менән тулғайны. Улар янында усаҡ яғылған, ҡаҙанда боҫрап аш бешә, күптәр гармун уйнап, йырлашып ултыра.
Беҙ ҙә ял итә беләбеҙ!Күп тә үтмәй, байрамдың рәсми өлөшө башланды. Журналистар союзын һәм йыйылған халыҡты байрам менән Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡотланы. Алдынғы хәбәрселәргә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ мәғлүмәт саралары вәкилдәренә “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдары тапшырылды. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының Почет грамоталары, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары бирелде. Журналистар союзын урындағы ижади берекмәләр ҙә ҡотланы.
Үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндө Союзға 35 яңы ағза ҡабул ителде. Байрам тантанаһы юҡтан ғына йылға буйында ойошторолмаған икән: яр ситендә Беҙ ҙә ял итә беләбеҙ!уларҙы тәбрикләү йолаһы үтәлде — “Нептун” үҙе йылғанан сығып, йәш ағзаларға ижади уңыштар теләне, ә “шайтан балалары” һыу менән ҡойондорҙо.
Артабан спорт бәйгеләре, төрлө конкурс һәм ярыштар дауам итте. Журналистар волейбол, көрәш, дартс, шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, тоҡ кейеп уҙышты, арҡан тартышты... Теләгән һәр кем көн дауамында квадроциклда йөрөнө, ҡайһы берәүҙәр, ҡармаҡ тотоп, балыҡлыраҡ урынға ыңғайланы. Кискә ҡарай концерт башланды, ул аҙаҡ дискотекаға әүерелеп, ярты төнгәсә дауам итте.
Бик күңелле ял итеү мөмкинлеге генә түгел ине был һабантуй. Быға тиклем мәҡәлә һәм тапшырыуҙары, исемдәре аша ғына билдәле булған ҡәләмдәштәр бер-береһе менән яҡындан танышты, аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Тәбиғәт ҡосағындағы ял, шулай итеп, журналистарҙы яңынан-яңы ижади бейеклектәргә дәртләндерҙе, илһам ҡанаттары ҡуйҙы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780