Донъя, ил, республика, район йәки ҡала яңылыҡтары, башҡаларға өлгө булырҙай кешеләр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күренештәр тураһында мәҡәлә, тапшырыу әҙерләгән журналистарҙың тормошо йыш ҡына йәмәғәтселектең иғтибарынан ситтә ҡала. Әммә беҙ ҙә ял ваҡытын матур уҙғара беләбеҙ. Аҙна аҙағында Архангел районының йәмле Инйәр йылғаһы буйында ойошторолған журналистар фестивале — ошоноң бер дәлиле.
Быйылғы сара Башҡортостандың Журналистар союзына нигеҙ һалыныуға 55 йыл тулыуға арналды. Үҙенсәлекле һабантуйҙа гәзит-журнал редакцияларында,
телевидение һәм радиола, Интернет-баҫмаларҙа эшләүсе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Тулы коллективтары менән йыйылған район гәзите редакциялары айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтте.
“Башҡортостан”дан да ике еңел машина юлланды тәбиғәт ҡосағына. Инйәр буйындағы ялан палаткалар, тирмәләр менән тулғайны. Улар янында усаҡ яғылған, ҡаҙанда боҫрап аш бешә, күптәр гармун уйнап, йырлашып ултыра.
Күп тә үтмәй, байрамдың рәсми өлөшө башланды. Журналистар союзын һәм йыйылған халыҡты байрам менән Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡотланы. Алдынғы хәбәрселәргә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ мәғлүмәт саралары вәкилдәренә “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдары тапшырылды. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының Почет грамоталары, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары бирелде. Журналистар союзын урындағы ижади берекмәләр ҙә ҡотланы.
Үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндө Союзға 35 яңы ағза ҡабул ителде. Байрам тантанаһы юҡтан ғына йылға буйында ойошторолмаған икән: яр ситендә
уларҙы тәбрикләү йолаһы үтәлде — “Нептун” үҙе йылғанан сығып, йәш ағзаларға ижади уңыштар теләне, ә “шайтан балалары” һыу менән ҡойондорҙо.
Артабан спорт бәйгеләре, төрлө конкурс һәм ярыштар дауам итте. Журналистар волейбол, көрәш, дартс, шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, тоҡ кейеп уҙышты, арҡан тартышты... Теләгән һәр кем көн дауамында квадроциклда йөрөнө, ҡайһы берәүҙәр, ҡармаҡ тотоп, балыҡлыраҡ урынға ыңғайланы. Кискә ҡарай концерт башланды, ул аҙаҡ дискотекаға әүерелеп, ярты төнгәсә дауам итте.
Бик күңелле ял итеү мөмкинлеге генә түгел ине был һабантуй. Быға тиклем мәҡәлә һәм тапшырыуҙары, исемдәре аша ғына билдәле булған ҡәләмдәштәр бер-береһе менән яҡындан танышты, аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Тәбиғәт ҡосағындағы ял, шулай итеп, журналистарҙы яңынан-яңы ижади бейеклектәргә дәртләндерҙе, илһам ҡанаттары ҡуйҙы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА