Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙ — ветерандарға
Һүҙ — ветерандарғаНәҡиә Әйүп ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА:
— Беҙ эшләгән осорҙа гәзитте баҫырға әҙерләү еңел түгел ине, шулай ҙа мауыҡтырғыс хеҙмәт ялҡытманы. Ҡасан ҡайтырыбыҙҙы белмәй килә инек, сөнки Мәскәүҙән ебәрелгән оҙон-оҙон докладтарҙы, етәкселәрҙең телмәрен төндәр буйы көтөп ултыра торғайныҡ. Әммә ул саҡтарҙы һис тә ауыр осор тип хәтерләмәйем, әле булһа бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде һағынып, матур хәтирәләр менән йәшәйем. Коллективыбыҙ тотороҡло, берҙәм ине, һүҙ оҫталарынан тупланғайны, шуға ла ҡытыршылыҡтар тыуғанда ла уйын-көлкөгә бороп, еңел генә үткәрә белделәр.
Бер мәл Хәйбулланан апайым ҡунаҡҡа килде, ә мин көнө-төнө тигәндәй эштә, уның менән һөйләшеп ултыра ла алмайым. Ул беҙҙең ярты төнгә ҡәҙәр гәзит сығарыуыбыҙға аптыраған, көндөҙ генә эшләһәләр етмәйме икән ни, тип ғәжәпләнгән. Ҡайтҡан сағында аэропортта иртә таңдан гәзит уҡып ултырыусыларҙы күргәс: “Төнөн эшләүҙәре юҡҡа түгел икән, бына бит таң һарыһынан “Башҡортостан”ды тотоп ултыралар”, — тип үҙенсә һығымта яһаған.
Баҫманың тиражы ҙур булды, халыҡ яҙыла ине. Уҡымлы ла ине, гәзит уҡыусылар үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, редакцияла эшләгән йылдар ваҡиғаларға бай осор булған. Баҫма һүҙҙең ҡөҙрәтенә үҙебеҙ ҙә ныҡ инанған булғанбыҙ, уҡыусылар ҙа ышанып хеҙмәттәшлек иткән.

Һүҙ — ветерандарғаТамара Ивановна ТИМОФЕЕВА:
— “Башҡортостан” минең өсөн йәшәү сығанағы ғына булманы, ә шәхес булараҡ формалашыуыма ла, дөрөҫ юл табыуыма ла булышлыҡ итте, тип әйтә алам. Барый Сафин, Вәли Нафиҡов, Ғәли Зөлҡәрнәев ағайҙар һәм Мәҙинә Сакаева кеүек апайҙар менән бергә эшләү дәүере ысын тормош мәктәбе булды.
Гәзит ысын мәғәнәһендә йәшәйешебеҙ көҙгөһө ине. Республика үҫеше лә яҡтыртылды, телде яҡлау һәм һаҡлауға ла булышлыҡ итте.
Беҙ эшләгән осорҙа һәр хәреф ҡул менән йыйыла, һәр юл ҡурғаштан ҡойола ине. Эш сәғәте бөттө тигәнде белмәнек, ҡасан баҫырға әҙерләнеү тамамлана, шунда ҡайтабыҙ. “Башҡортостан” төрлө дәүерҙә лә сығыуҙан туҡтаманы, артабан да таратылһын, үҙ уҡыусыһын юғалтмаһын, тип теләге килә. Гәзит уҡыған кеше, һис һүҙһеҙ, мәҙәниәтле була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779