Нәҡиә Әйүп ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА:— Беҙ эшләгән осорҙа гәзитте баҫырға әҙерләү еңел түгел ине, шулай ҙа мауыҡтырғыс хеҙмәт ялҡытманы. Ҡасан ҡайтырыбыҙҙы белмәй килә инек, сөнки Мәскәүҙән ебәрелгән оҙон-оҙон докладтарҙы, етәкселәрҙең телмәрен төндәр буйы көтөп ултыра торғайныҡ. Әммә ул саҡтарҙы һис тә ауыр осор тип хәтерләмәйем, әле булһа бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде һағынып, матур хәтирәләр менән йәшәйем. Коллективыбыҙ тотороҡло, берҙәм ине, һүҙ оҫталарынан тупланғайны, шуға ла ҡытыршылыҡтар тыуғанда ла уйын-көлкөгә бороп, еңел генә үткәрә белделәр.
Бер мәл Хәйбулланан апайым ҡунаҡҡа килде, ә мин көнө-төнө тигәндәй эштә, уның менән һөйләшеп ултыра ла алмайым. Ул беҙҙең ярты төнгә ҡәҙәр гәзит сығарыуыбыҙға аптыраған, көндөҙ генә эшләһәләр етмәйме икән ни, тип ғәжәпләнгән. Ҡайтҡан сағында аэропортта иртә таңдан гәзит уҡып ултырыусыларҙы күргәс: “Төнөн эшләүҙәре юҡҡа түгел икән, бына бит таң һарыһынан “Башҡортостан”ды тотоп ултыралар”, — тип үҙенсә һығымта яһаған.
Баҫманың тиражы ҙур булды, халыҡ яҙыла ине. Уҡымлы ла ине, гәзит уҡыусылар үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, редакцияла эшләгән йылдар ваҡиғаларға бай осор булған. Баҫма һүҙҙең ҡөҙрәтенә үҙебеҙ ҙә ныҡ инанған булғанбыҙ, уҡыусылар ҙа ышанып хеҙмәттәшлек иткән.
Тамара Ивановна ТИМОФЕЕВА: — “Башҡортостан” минең өсөн йәшәү сығанағы ғына булманы, ә шәхес булараҡ формалашыуыма ла, дөрөҫ юл табыуыма ла булышлыҡ итте, тип әйтә алам. Барый Сафин, Вәли Нафиҡов, Ғәли Зөлҡәрнәев ағайҙар һәм Мәҙинә Сакаева кеүек апайҙар менән бергә эшләү дәүере ысын тормош мәктәбе булды.
Гәзит ысын мәғәнәһендә йәшәйешебеҙ көҙгөһө ине. Республика үҫеше лә яҡтыртылды, телде яҡлау һәм һаҡлауға ла булышлыҡ итте.
Беҙ эшләгән осорҙа һәр хәреф ҡул менән йыйыла, һәр юл ҡурғаштан ҡойола ине. Эш сәғәте бөттө тигәнде белмәнек, ҡасан баҫырға әҙерләнеү тамамлана, шунда ҡайтабыҙ. “Башҡортостан” төрлө дәүерҙә лә сығыуҙан туҡтаманы, артабан да таратылһын, үҙ уҡыусыһын юғалтмаһын, тип теләге килә. Гәзит уҡыған кеше, һис һүҙһеҙ, мәҙәниәтле була.