Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотолған байрам
Онотолған байрамБәләкәй авиация үҙәгенең Кушнаренко районында урынлашҡан “Первушино” аэродромында“Асыҡ һауа” тип аталған ғаилә спорт һәм ял байрамы уҙҙы. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды. Авиация-спорт байрамын асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яңы йолаға – авиация байрамдарын үткәреүгә нигеҙ һалабыҙ. Ҡасандыр бындай саралар ғәҙәти ине, әле уларҙы ҡайтанан тергеҙәбеҙ. Башҡортостанда бәләкәй авиация үҫеш аласаҡ, шулай уҡ самолет, осоу аппараттары ла етештереләсәк, – тине республика етәксеһе, халыҡты байрам менән ҡотлап.Онотолған байрамҘур сараны ойоштороусыларҙың береһе, Өфө авиация клубының директоры Сергей Миңлеғолов бындай фестивалдең “Первушино” аэродромында икенсегә үткәрелеүен билдәләне, тәүгеһе былтыр еңел авиация буйынса Рәсәй чемпионатына арналған. Осоусы-һынаусы Урал Солтанов, байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, космонавтикаға һәм авиацияға хеҙмәт иткәне өсөн С. Миңлеғоловҡа Юрий Гагарин исемендәге миҙал тапшырҙы.
Онотолған байрамАртабан бар халыҡ төп ваҡиғаның урыны булған осоу майҙанының сигенә эркелде. Аэродромда башлыса республикала етештерелгән вертолеттар, еңел самолеттар, башҡа осоу аппараттары урын алған ине. Бына самолеттар бер-бер артлы һауаға күтәрелде. Хәҙер инде һәр кем, комментатор тауышына ҡолаҡ һалып, күк йөҙөнән күҙен алмай, түҙемһеҙләнеп буласаҡ тамашаны көтә. Ә осоусы юрамал көттөргән кеүек: болот араһынан килеп сыға ла бына хәҙер һикерә башларҙар инде, тип уйлаһаң, кире юғала. Билдәләнгән бейеклеккә лә еткән инде – ерҙән 1200 метр Онотолған байрамсамаһы. Баш өҫтөндә ҙур болоттар йөҙә. Һәм нимә күрәбеҙ: уның араһынан бер-бер артлы парашютсылар пәйҙә булды. Улар ҡотҡарыусылар отряды хеҙмәткәрҙәре икән, араларында 300 – 1000 тапҡыр һикереүселәр ҙә бар. Сара барышында юғары пилотаж оҫталығын күрһәткән Өфө еңел авиация уҡытыу методик үҙәге осоусыларын да һоҡланып күҙәтте халыҡ.
Онотолған байрамКүккә барлығы тиҫтәнән ашыу самолет, вертолет күтәрелде. Авиаклуб етәксеһе әйтеүенсә, улар менән идара итеүе еңел, бәләкәй майҙандан да осоп китергә була, нәҡ туристарға иҫәпләнгән. Һуңғараҡ ҡыйыуҙарға хатта осоусы менән һауаға күтәрелергә мөмкинлек бирелде. Ғөмүмән, хәҙер һәр кем үҙәктә күнекмәләр үтеп, ярты йылда самолет, вертолет менән идара итеүгә өйрәнә аласаҡ. Мәҫәлән, Онотолған байрамүҙешмәкәр композитор Александр Лынникка бының өсөн өс-дүрт ай ҙа еткән. “Тимер ҡош”то ул оҫта йөрөтә.
Шау-шыулы ҡала тормошонан бер аҙға ғына айырылып, асыҡ һауала ойошторолған ғаилә байрамына килгән һәр кем был көндө йән тыныслығы, күңел рәхәте, көс-дәрт, бай тәьҫораттар алғандыр. Байрам программаһы ифрат йөкмәткеле булды. Балалар өсөн дә саралар күп ине. Улар бигерәк тә БСТ-ның “Тамыр” студияһы әҙерләгән шәп музыкаль тамашаны яратып ҡараны. ”Тамыр”ҙар сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалманы, тамашасыларға балалар каналына ҡағылышлы викторина һорауҙары бирҙе, кескәйҙәргә заман бейеүе ойоштороп, улар менән бергә бейеп, әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә өләште.
Ойоштороусылар үҙҙәренең маҡсатына өлгәште. Интернет-биттәрҙәге ыңғай баһаламалар ҙа шуны раҫлай.
Фаил Ҡылысбаев




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779