Бәләкәй авиация үҙәгенең Кушнаренко районында урынлашҡан “Первушино” аэродромында“Асыҡ һауа” тип аталған ғаилә спорт һәм ял байрамы уҙҙы. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды. Авиация-спорт байрамын асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яңы йолаға – авиация байрамдарын үткәреүгә нигеҙ һалабыҙ. Ҡасандыр бындай саралар ғәҙәти ине, әле уларҙы ҡайтанан тергеҙәбеҙ. Башҡортостанда бәләкәй авиация үҫеш аласаҡ, шулай уҡ самолет, осоу аппараттары ла етештереләсәк, – тине республика етәксеһе, халыҡты байрам менән ҡотлап.
Ҙур сараны ойоштороусыларҙың береһе, Өфө авиация клубының директоры Сергей Миңлеғолов бындай фестивалдең “Первушино” аэродромында икенсегә үткәрелеүен билдәләне, тәүгеһе былтыр еңел авиация буйынса Рәсәй чемпионатына арналған. Осоусы-һынаусы Урал Солтанов, байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, космонавтикаға һәм авиацияға хеҙмәт иткәне өсөн С. Миңлеғоловҡа Юрий Гагарин исемендәге миҙал тапшырҙы.
Артабан бар халыҡ төп ваҡиғаның урыны булған осоу майҙанының сигенә эркелде. Аэродромда башлыса республикала етештерелгән вертолеттар, еңел самолеттар, башҡа осоу аппараттары урын алған ине. Бына самолеттар бер-бер артлы һауаға күтәрелде. Хәҙер инде һәр кем, комментатор тауышына ҡолаҡ һалып, күк йөҙөнән күҙен алмай, түҙемһеҙләнеп буласаҡ тамашаны көтә. Ә осоусы юрамал көттөргән кеүек: болот араһынан килеп сыға ла бына хәҙер һикерә башларҙар инде, тип уйлаһаң, кире юғала. Билдәләнгән бейеклеккә лә еткән инде – ерҙән 1200 метр
самаһы. Баш өҫтөндә ҙур болоттар йөҙә. Һәм нимә күрәбеҙ: уның араһынан бер-бер артлы парашютсылар пәйҙә булды. Улар ҡотҡарыусылар отряды хеҙмәткәрҙәре икән, араларында 300 – 1000 тапҡыр һикереүселәр ҙә бар. Сара барышында юғары пилотаж оҫталығын күрһәткән Өфө еңел авиация уҡытыу методик үҙәге осоусыларын да һоҡланып күҙәтте халыҡ.
Күккә барлығы тиҫтәнән ашыу самолет, вертолет күтәрелде. Авиаклуб етәксеһе әйтеүенсә, улар менән идара итеүе еңел, бәләкәй майҙандан да осоп китергә була, нәҡ туристарға иҫәпләнгән. Һуңғараҡ ҡыйыуҙарға хатта осоусы менән һауаға күтәрелергә мөмкинлек бирелде. Ғөмүмән, хәҙер һәр кем үҙәктә күнекмәләр үтеп, ярты йылда самолет, вертолет менән идара итеүгә өйрәнә аласаҡ. Мәҫәлән,
үҙешмәкәр композитор Александр Лынникка бының өсөн өс-дүрт ай ҙа еткән. “Тимер ҡош”то ул оҫта йөрөтә.
Шау-шыулы ҡала тормошонан бер аҙға ғына айырылып, асыҡ һауала ойошторолған ғаилә байрамына килгән һәр кем был көндө йән тыныслығы, күңел рәхәте, көс-дәрт, бай тәьҫораттар алғандыр. Байрам программаһы ифрат йөкмәткеле булды. Балалар өсөн дә саралар күп ине. Улар бигерәк тә БСТ-ның “Тамыр” студияһы әҙерләгән шәп музыкаль тамашаны яратып ҡараны. ”Тамыр”ҙар сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалманы, тамашасыларға балалар каналына ҡағылышлы викторина һорауҙары бирҙе, кескәйҙәргә заман бейеүе ойоштороп, улар менән бергә бейеп, әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә өләште.
Ойоштороусылар үҙҙәренең маҡсатына өлгәште. Интернет-биттәрҙәге ыңғай баһаламалар ҙа шуны раҫлай.
Фаил Ҡылысбаев