Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡамсыларға сәбәп юҡ
Ҡамсыларға сәбәп юҡӨфө районының һабантуйына “Башҡортостан” гәзите вәкилдәрен тәүгә саҡырҙылар, шикелле. Баш ҡала менән сиктәш булһа ла, был биләмә һәр саҡ йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалып килде, тигән һығымта менән бәхәсләшеүсе табылмаҫтыр. Журналистарҙы йырағыраҡ төбәктәр нығыраҡ тартыуы сәбәпсе инеме икән, әллә урындағы етәкселек асыҡлыҡҡа әҙер булманымы?..

Байрам ойошторолған Николаевка ауылына ҡарай юл тотҡанда күңелдә ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар ҡайнаны. Тәү ҡарашҡа матур, бай район кеүек. Халҡы ла тырыш, Ҡамсыларға сәбәп юҡихлас, берҙәм, тиҙәр. Тик ниңәлер быларҙың барыһы ла матбуғатта күренеп бармай. Өфө районының барлығы тураһында республика халҡының күпселеге белмәй, тиһәләр ҙә, шикләнмәҫ инем. Шуныһы ла ғәжәп: тәнҡит был биләмәне бик һирәк ваҡытта урап үтә.
Һәр нәмәгә шик менән ҡарап киләм. Ана, кәзә үләне күпереп үҫә башлаған яландан һыбайлылар елдерә, мыҡты ғына биш-алты егет, сискән күлдәктәрен биленә урап алып, асфальт ситенән атлай. Моғайын, ат сабышында, көрәштә ҡатнашырға ашығаларҙыр. Берәүҙәренең сәсеүлекте тапауы оҡшамаһа, икенселәренең ултырып Ҡамсыларға сәбәп юҡбарырға машинаһы булмауына борсолам. Туҡтап, “Волга”ға ултырырға тәҡдим итеп ҡараныҡ, әммә егеттәр йәйәүләүҙе хуп күрҙе.
Николаевкала тағы бер хәл күңелде ҡырҙы. “Һабантуй” тигән яҙыуҙы бензин һатыусы ойошмаға юлды күрһәтеүсе таҡтаға беркеткәндәр, шунлыҡтан яңылышып, һулға боролоп киткәнбеҙ. “Ҡорбан”дар бер беҙ генә түгел инек, әлбиттә. Айырым плакатҡа ҡағыҙ йәлләмәһәләр ҙә булыр ине, тип барыһы ла ныҡ һуҡранды.
Ғөмүмән, китек кәйеф менән барып төштөк яланға. Юл буйын һаман таҙартып бөтмәгәндәрен, сәхнәлә майка, ҡыҫҡа итәк кейгән йәштәрҙең “Гөлнәзирә” бейеүенә Ҡамсыларға сәбәп юҡрепетиция яһап йөрөүен күргәс, матур байрамға өмөт тамам өҙөлгәйне...
Ләкин барыһы ла киреһенсә булып сыҡты. Тәүге тәьҫоратҡа ышанырға ярамай, тиҙәр бит. Һабантуй башланырға бер сәғәт тирәһе ваҡыт ҡалғанда, бында күргән-ишеткәндәрҙән фекерем үҙгәреп, һоҡланыуға тиклем барып еткәйнем. Ысынлап та, ойоштороу кимәленә юғары баһа бирмәҫлек түгел: район хужалыҡтарының күбеһе тирмә ҡорған, уның тирәләй ихата эшләп, үҙҙәре етештергән продукция төрҙәренән күргәҙмә ҡуйған; бер нисә урында тауыҡ себеше, ҡаҙ бәпкәһе, йорт ҡуяны, кәзә Ҡамсыларға сәбәп юҡбәрәсе һатып алырға мөмкин; мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеү, ҡул эштәре өлгөләре менән халыҡты үҙ янына йыя; аҙым һайын ҡымыҙ, бал, сәк-сәк тәҡдим итәләр... Дөйөм алғанда, тотош ялан байрам кәйефенә бирелгән. Шул уҡ ваҡытта иҫеректәр түгел, ҡыҙмасалар ҙа осраманы.
“Башҡортостан” гәзите генә түгел, республиканың иң юғары етәкселәре лә тәүгә ҡатнаша икән Өфө районының һабантуйында. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бында эш сәфәрен ауыл хужалығы предприятиеларының күргәҙмәһен ҡарауҙан башланы. Ғәҙәттәгесә, эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр уны уратып алып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, ниәттәре хаҡында һөйләне.
— Был төбәк — миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалабыҙҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тороусы ҡулса, — тине Рөстәм Зәки улы, район хеҙмәтсәндәрен яҙғы Ҡамсыларға сәбәп юҡбаҫыу эштәренең уңышлы тамамланыуы айҡанлы ҡотлап. — Һуңғы йылдарҙа ул йылдам үҫә: ауыл хужалығы нығына, яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Беҙҙең Хөкүмәт ауыл эшсәндәренең хәлен еңеләйтеү маҡсатында барыһын да тәьмин итергә тырыша, шул иҫәптән техника һатып алыусыларға субсидия бирә, дотациялар бүлә, сәсеү һәм ураҡ осоронда ярҙамлаша. Шул уҡ ваҡытта Өфө районының тағы бер ҙур бурысы — ҙур сәнәғәт предприятиеларын ошо биләмәгә ылыҡтырыу. Әле инвесторҙар менән эш һөҙөмтәле бара.
Президент артабан һабантуй сәхнәһендә райондың хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. “Алексеевка” совхозы һауынсыһы Ризида Хәсәнова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнһә, “Николаевка” агрофирмаһы тракторсыһы Рафаил Сәйетов Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре булып танылды.
Ҡамсыларға сәбәп юҡ— Баҫыу эштәре һәйбәт үтте, 35 мең самаһы гектарҙа иген һәм меңдән ашыу гектар майҙанда картуф сәстек. Кисә, ниһайәт, ямғыр яуып үтте, тимәк, мул уңышҡа өмөт итергә мөмкин, — тине район хакимиәте башлығы Рәшит Саттаров үҙ сығышында. — Иң ҡыуаныслыһы — һикһән йыллыҡ тарихыбыҙҙа тәүге тапҡыр һабантуйыбыҙға республика башлығы килде. Был беҙҙе илһамландыра, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә дәртләндерә.
Хакимиәт башлығы Башҡортостан Президентына иҫтәлеккә, боронғо йолаға ярашлы, ҙур перәник менән ҡамсы бүләк итте. “Тантаналы өлөштән һуң теләгән һәр кем минең менән бер тирмәлә ошо татлы ризыҡтан ауыҙ итеп, сәй эсә ала. Ҡамсыны ҡулланырға иһә сәбәп юҡ, шуға ул ситтәрәк эленеп торор”, — тине Рөстәм Хәмитов.Ҡамсыларға сәбәп юҡБайрамдың мәҙәни өлөшө Рәсәй тарихы йылына һәм Ватан һуғышының 200 йыллығына арналыуы менән үҙенсәлекле булды. Дәртле йыр һәм бейеүҙәрҙән һуң тамашасылар ҡырынан һуҡа менән ер һөрөүсе “крәҫтиән”дәр, иген сәсеүсе “йәш-елкенсәк”, милли кейемдәге төрлө халыҡ вәкилдәре генә түгел, “Төньяҡ амурҙары”, “Кутузов”, “Наполеон” да үтте. Гүйә, ил яҙмышы күҙ алдынан уҙа...
Райондың хужалыҡ һәм ойошмалары парадын ҡарағанда тулҡынланмау мөмкин түгел ине. Унда төбәктәге ауыл хужалығының ғына түгел, спорт, мәҙәниәт, мәғариф кеүек өлкәләрҙең дә ҡаҙаныштары сағылды. Был дөрөҫ тә, сөнки хеҙмәтһеҙ икмәк булмаһа, рухиәтһеҙ эшкә дәрт тә, сәм дә, йәшәүгә ғәм дә юҡ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779