Өфө районының һабантуйына “Башҡортостан” гәзите вәкилдәрен тәүгә саҡырҙылар, шикелле. Баш ҡала менән сиктәш булһа ла, был биләмә һәр саҡ йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалып килде, тигән һығымта менән бәхәсләшеүсе табылмаҫтыр. Журналистарҙы йырағыраҡ төбәктәр нығыраҡ тартыуы сәбәпсе инеме икән, әллә урындағы етәкселек асыҡлыҡҡа әҙер булманымы?..
Байрам ойошторолған Николаевка ауылына ҡарай юл тотҡанда күңелдә ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар ҡайнаны. Тәү ҡарашҡа матур, бай район кеүек. Халҡы ла тырыш,
ихлас, берҙәм, тиҙәр. Тик ниңәлер быларҙың барыһы ла матбуғатта күренеп бармай. Өфө районының барлығы тураһында республика халҡының күпселеге белмәй, тиһәләр ҙә, шикләнмәҫ инем. Шуныһы ла ғәжәп: тәнҡит был биләмәне бик һирәк ваҡытта урап үтә.
Һәр нәмәгә шик менән ҡарап киләм. Ана, кәзә үләне күпереп үҫә башлаған яландан һыбайлылар елдерә, мыҡты ғына биш-алты егет, сискән күлдәктәрен биленә урап алып, асфальт ситенән атлай. Моғайын, ат сабышында, көрәштә ҡатнашырға ашығаларҙыр. Берәүҙәренең сәсеүлекте тапауы оҡшамаһа, икенселәренең ултырып
барырға машинаһы булмауына борсолам. Туҡтап, “Волга”ға ултырырға тәҡдим итеп ҡараныҡ, әммә егеттәр йәйәүләүҙе хуп күрҙе.
Николаевкала тағы бер хәл күңелде ҡырҙы. “Һабантуй” тигән яҙыуҙы бензин һатыусы ойошмаға юлды күрһәтеүсе таҡтаға беркеткәндәр, шунлыҡтан яңылышып, һулға боролоп киткәнбеҙ. “Ҡорбан”дар бер беҙ генә түгел инек, әлбиттә. Айырым плакатҡа ҡағыҙ йәлләмәһәләр ҙә булыр ине, тип барыһы ла ныҡ һуҡранды.
Ғөмүмән, китек кәйеф менән барып төштөк яланға. Юл буйын һаман таҙартып бөтмәгәндәрен, сәхнәлә майка, ҡыҫҡа итәк кейгән йәштәрҙең “Гөлнәзирә” бейеүенә
репетиция яһап йөрөүен күргәс, матур байрамға өмөт тамам өҙөлгәйне...
Ләкин барыһы ла киреһенсә булып сыҡты. Тәүге тәьҫоратҡа ышанырға ярамай, тиҙәр бит. Һабантуй башланырға бер сәғәт тирәһе ваҡыт ҡалғанда, бында күргән-ишеткәндәрҙән фекерем үҙгәреп, һоҡланыуға тиклем барып еткәйнем. Ысынлап та, ойоштороу кимәленә юғары баһа бирмәҫлек түгел: район хужалыҡтарының күбеһе тирмә ҡорған, уның тирәләй ихата эшләп, үҙҙәре етештергән продукция төрҙәренән күргәҙмә ҡуйған; бер нисә урында тауыҡ себеше, ҡаҙ бәпкәһе, йорт ҡуяны, кәзә
бәрәсе һатып алырға мөмкин; мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеү, ҡул эштәре өлгөләре менән халыҡты үҙ янына йыя; аҙым һайын ҡымыҙ, бал, сәк-сәк тәҡдим итәләр... Дөйөм алғанда, тотош ялан байрам кәйефенә бирелгән. Шул уҡ ваҡытта иҫеректәр түгел, ҡыҙмасалар ҙа осраманы.
“Башҡортостан” гәзите генә түгел, республиканың иң юғары етәкселәре лә тәүгә ҡатнаша икән Өфө районының һабантуйында. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бында эш сәфәрен ауыл хужалығы предприятиеларының күргәҙмәһен ҡарауҙан башланы. Ғәҙәттәгесә, эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр уны уратып алып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, ниәттәре хаҡында һөйләне.
— Был төбәк — миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалабыҙҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тороусы ҡулса, — тине Рөстәм Зәки улы, район хеҙмәтсәндәрен яҙғы
баҫыу эштәренең уңышлы тамамланыуы айҡанлы ҡотлап. — Һуңғы йылдарҙа ул йылдам үҫә: ауыл хужалығы нығына, яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Беҙҙең Хөкүмәт ауыл эшсәндәренең хәлен еңеләйтеү маҡсатында барыһын да тәьмин итергә тырыша, шул иҫәптән техника һатып алыусыларға субсидия бирә, дотациялар бүлә, сәсеү һәм ураҡ осоронда ярҙамлаша. Шул уҡ ваҡытта Өфө районының тағы бер ҙур бурысы — ҙур сәнәғәт предприятиеларын ошо биләмәгә ылыҡтырыу. Әле инвесторҙар менән эш һөҙөмтәле бара.
Президент артабан һабантуй сәхнәһендә райондың хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. “Алексеевка” совхозы һауынсыһы Ризида Хәсәнова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнһә, “Николаевка” агрофирмаһы тракторсыһы Рафаил Сәйетов Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре булып танылды.
— Баҫыу эштәре һәйбәт үтте, 35 мең самаһы гектарҙа иген һәм меңдән ашыу гектар майҙанда картуф сәстек. Кисә, ниһайәт, ямғыр яуып үтте, тимәк, мул уңышҡа өмөт итергә мөмкин, — тине район хакимиәте башлығы Рәшит Саттаров үҙ сығышында. — Иң ҡыуаныслыһы — һикһән йыллыҡ тарихыбыҙҙа тәүге тапҡыр һабантуйыбыҙға республика башлығы килде. Был беҙҙе илһамландыра, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә дәртләндерә.
Хакимиәт башлығы Башҡортостан Президентына иҫтәлеккә, боронғо йолаға ярашлы, ҙур перәник менән ҡамсы бүләк итте. “Тантаналы өлөштән һуң теләгән һәр кем минең менән бер тирмәлә ошо татлы ризыҡтан ауыҙ итеп, сәй эсә ала. Ҡамсыны ҡулланырға иһә сәбәп юҡ, шуға ул ситтәрәк эленеп торор”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Байрамдың мәҙәни өлөшө Рәсәй тарихы йылына һәм Ватан һуғышының 200 йыллығына арналыуы менән үҙенсәлекле булды. Дәртле йыр һәм бейеүҙәрҙән һуң тамашасылар ҡырынан һуҡа менән ер һөрөүсе “крәҫтиән”дәр, иген сәсеүсе “йәш-елкенсәк”, милли кейемдәге төрлө халыҡ вәкилдәре генә түгел, “Төньяҡ амурҙары”, “Кутузов”, “Наполеон” да үтте. Гүйә, ил яҙмышы күҙ алдынан уҙа...
Райондың хужалыҡ һәм ойошмалары парадын ҡарағанда тулҡынланмау мөмкин түгел ине. Унда төбәктәге ауыл хужалығының ғына түгел, спорт, мәҙәниәт, мәғариф кеүек өлкәләрҙең дә ҡаҙаныштары сағылды. Был дөрөҫ тә, сөнки хеҙмәтһеҙ икмәк булмаһа, рухиәтһеҙ эшкә дәрт тә, сәм дә, йәшәүгә ғәм дә юҡ.
Даян МӘЖИТОВ