Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Оҙон көй”гә башҡорт рухы һеңгән
Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы үтте. Күптән инде республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда ныҡлы урын алған һәм танылған был ижади бәйге йылдың-йылы юғары кимәлдә уҙғарыла. Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.

Белеүебеҙсә, конкурста махсус вокаль белеме булмаған һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүе лә юҡ. Быйылғы бәйгегә республиканың һигеҙ ҡалаһынан, 21 районынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән 69 һәүәҫкәр йырсы йыйылды. Иң бәләкәй ҡатнашыусы – Балтастан һигеҙ йәшлек Амалия Ғәйнәхмәтова, ә иң олоһо Бөрйән районынан 81 йәшлек Дәүләтбай Рәхмә­туллин булды. Дәүләтбай уҙаман онотолоп барған халыҡ йыры “Бәҙри­ямал”ды башҡарып, олоһоноң да, кесеһенең дә һөйөүен яуланы.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова етәкләгән абруйлы баһалама ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Азамат Тимеров, Латина ҡалаһындағы (Италия) консерваторияның йыр кафедраһы профессоры Суфия Мөхәмәтова-Бадиали, билдәле музыка белгесе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, Туймазы ҡалаһын­дағы Балалар музыка мәктәбе директоры Рәмзин Әбсәләмов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова – барыһы ла оҙон көйҙәребеҙҙең бәҫен һәм баһаһын аңлаған, сәнғәт өлкәһенә фиҙакәр хеҙмәт иткән шәхестәр.

Быйылғы “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсының төп еңеүсеһе гран-при хужаһы Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов булды. Әлфиә Мырҙа­баева (Ейәнсура районы), Морат Заһиров (Туймазы), Фуат Юнысбаев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) I дәрәжә диплом лауреаттары тип табылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән Республика халыҡ ижады үҙәге Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстандан килгән башҡарыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Конкурсты ябыу тантанаһы, йәғни гала-концерт, сағыу тамашаға әйләнде. Унда республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ижади бәйгелә еңеү яулаған моңһөйәр­ҙәргә халҡыбыҙҙың һүнмәҫ мираҫы булған оҙон көйҙәребеҙгә тоғролоҡ өсөн оло рәхмәт белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780