Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы үтте. Күптән инде республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда ныҡлы урын алған һәм танылған был ижади бәйге йылдың-йылы юғары кимәлдә уҙғарыла. Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.
Белеүебеҙсә, конкурста махсус вокаль белеме булмаған һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүе лә юҡ. Быйылғы бәйгегә республиканың һигеҙ ҡалаһынан, 21 районынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән 69 һәүәҫкәр йырсы йыйылды. Иң бәләкәй ҡатнашыусы – Балтастан һигеҙ йәшлек Амалия Ғәйнәхмәтова, ә иң олоһо Бөрйән районынан 81 йәшлек Дәүләтбай Рәхмәтуллин булды. Дәүләтбай уҙаман онотолоп барған халыҡ йыры “Бәҙриямал”ды башҡарып, олоһоноң да, кесеһенең дә һөйөүен яуланы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова етәкләгән абруйлы баһалама ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Азамат Тимеров, Латина ҡалаһындағы (Италия) консерваторияның йыр кафедраһы профессоры Суфия Мөхәмәтова-Бадиали, билдәле музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, Туймазы ҡалаһындағы Балалар музыка мәктәбе директоры Рәмзин Әбсәләмов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова – барыһы ла оҙон көйҙәребеҙҙең бәҫен һәм баһаһын аңлаған, сәнғәт өлкәһенә фиҙакәр хеҙмәт иткән шәхестәр.
Быйылғы “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсының төп еңеүсеһе гран-при хужаһы Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов булды. Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Морат Заһиров (Туймазы), Фуат Юнысбаев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) I дәрәжә диплом лауреаттары тип табылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән Республика халыҡ ижады үҙәге Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстандан килгән башҡарыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Конкурсты ябыу тантанаһы, йәғни гала-концерт, сағыу тамашаға әйләнде. Унда республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ижади бәйгелә еңеү яулаған моңһөйәрҙәргә халҡыбыҙҙың һүнмәҫ мираҫы булған оҙон көйҙәребеҙгә тоғролоҡ өсөн оло рәхмәт белдерҙе.