Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы...
Бал тамыҙһаң, балл өҫтәлә

Оҙаҡламай ил мәктәптәрендә шаулап-гөрләп һуңғы ҡыңғырауҙар үтәсәк. Иртәгәһенә ҡалаларҙағы урам һепереүселәргә эш етерлек буласаҡ: араҡы, һыра шешәләре, тәмәке төпсөктәренең ғәҙәттәгенән өсләтә күберәк булыуы, таң атҡансы яңғыраған шатлыҡлы һәм бик үк айныҡ булмаған ауаздар тағы ла ҙур төркөм кисәге балаларҙың өлкәндәр сафына ҡушылыуын аңғартасаҡ. Бер тәүлеккә бәйҙән ысҡынып алғас, сығарылыш класс уҡыусылары йәнә өҫтәл артына ултырып, дәреслектәренә сумасаҡ. Хәҙер инде Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға кәрәк. Төплө белемең булмай тороп, һәйбәт юғары уҡыу йортона инерлек балл йыйыуы ҡыйын. Илле баш умартаһы булған, улы ла ҡыҙы ла университетта уҡыған күршем генә башҡасараҡ уйлай.
— Феләкләп бал өҫтәһәң, балл тигәндәре ғәләмәт арта ла китә ул, — тип ихласлап тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша ла бот сабып ҡуя. — Балдың ҡөҙрәте сикһеҙ икән шул.

Алашаға ҡалған көн


Бөтә илде солғап алған “оптимизация” үҙ һөҙөмтәһен бирә. Рәсәй ауылдарындағы мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны ҡот осҡос тиҙлектә кәмей бара. Мәктәптәрҙең байтағы газ, электр менән йылытыуҙан утын яғыуға күсте, ә ҡайһы бер фельдшер-акушерлыҡ пункттарында “Тиҙ ярҙам” машинаһын... ат алыштыра икән. Бәләкәй ауылдарҙағы пункттарҙы япҡас, дауаханалар башлыса район үҙәктәрендә тороп ҡалды. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған махсус кәңәшмәлә, реформалар уңышлы бара, тип маһайғайны министр Татьяна Голикова. Ауыл халҡын медицина ярҙамынан мәхрүм итә торған да реформа була икән?! Ә бит һуңғы 10–12 йылда илдә 17 меңләп ауыл юҡҡа сыҡҡан. Реформа уңышлы тамамланһын өсөн тағы күпме ауыл-ҡорбан кәрәк икән?

Һабантуй кем өсөн?

Республика һабантуйҙарға әҙерләнә. Бынан егерме йыл элек кенә, һабантуй һәр колхоз-совхозда ойошторолған саҡта, ауылдар ваҡытлыса бушап ҡала, бөтә халыҡ хеҙмәт байрамында күңел аса, аралаша, көс һынаша ине. Ауыр заманға һылтанып, күпселек төбәктәрҙә хәҙер һабантуйҙы район үҙәгендә генә уҙғаралар.
Ҙур райондарҙа байрам күрер өсөн 50 – 60 саҡрым араны нисектер үтергә кәрәк. Унан килеп, элек ауыл халҡының үҙ хужалығынан килгән тирмәләрҙә тамаҡ ялғап сығыу мөмкинлеге бар ине. Ә хәҙер ниндәйҙер комиссия баһалағанын, баш ҡаланан килгән дәрәжәле ҡунаҡтарҙың кереп сыҡҡанын көтөп ауылдаштарын яҡын да юлатмайҙар. Барыһы ла өҫтәге түрәләргә ярар өсөн генә ойошторолған кеүек. Элекке һабантуйҙар күңеллерәк, ихласыраҡ үтә, халыҡ өсөн ойошторола ине. Һуғыш ваҡытында барыһы ла еңеү өсөн тигән девиз менән булһа, хәҙергеһе ябай ғына — барыһы ла түрәнең маҡтау һүҙе өсөн!
Марат ӘМИНЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779