Бал тамыҙһаң, балл өҫтәләОҙаҡламай ил мәктәптәрендә шаулап-гөрләп һуңғы ҡыңғырауҙар үтәсәк. Иртәгәһенә ҡалаларҙағы урам һепереүселәргә эш етерлек буласаҡ: араҡы, һыра шешәләре, тәмәке төпсөктәренең ғәҙәттәгенән өсләтә күберәк булыуы, таң атҡансы яңғыраған шатлыҡлы һәм бик үк айныҡ булмаған ауаздар тағы ла ҙур төркөм кисәге балаларҙың өлкәндәр сафына ҡушылыуын аңғартасаҡ. Бер тәүлеккә бәйҙән ысҡынып алғас, сығарылыш класс уҡыусылары йәнә өҫтәл артына ултырып, дәреслектәренә сумасаҡ. Хәҙер инде Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға кәрәк. Төплө белемең булмай тороп, һәйбәт юғары уҡыу йортона инерлек балл йыйыуы ҡыйын. Илле баш умартаһы булған, улы ла ҡыҙы ла университетта уҡыған күршем генә башҡасараҡ уйлай.
— Феләкләп бал өҫтәһәң, балл тигәндәре ғәләмәт арта ла китә ул, — тип ихласлап тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша ла бот сабып ҡуя. — Балдың ҡөҙрәте сикһеҙ икән шул.
Алашаға ҡалған көнБөтә илде солғап алған “оптимизация” үҙ һөҙөмтәһен бирә. Рәсәй ауылдарындағы мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны ҡот осҡос тиҙлектә кәмей бара. Мәктәптәрҙең байтағы газ, электр менән йылытыуҙан утын яғыуға күсте, ә ҡайһы бер фельдшер-акушерлыҡ пункттарында “Тиҙ ярҙам” машинаһын... ат алыштыра икән. Бәләкәй ауылдарҙағы пункттарҙы япҡас, дауаханалар башлыса район үҙәктәрендә тороп ҡалды. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған махсус кәңәшмәлә, реформалар уңышлы бара, тип маһайғайны министр Татьяна Голикова. Ауыл халҡын медицина ярҙамынан мәхрүм итә торған да реформа була икән?! Ә бит һуңғы 10–12 йылда илдә 17 меңләп ауыл юҡҡа сыҡҡан. Реформа уңышлы тамамланһын өсөн тағы күпме ауыл-ҡорбан кәрәк икән?
Һабантуй кем өсөн?Республика һабантуйҙарға әҙерләнә. Бынан егерме йыл элек кенә, һабантуй һәр колхоз-совхозда ойошторолған саҡта, ауылдар ваҡытлыса бушап ҡала, бөтә халыҡ хеҙмәт байрамында күңел аса, аралаша, көс һынаша ине. Ауыр заманға һылтанып, күпселек төбәктәрҙә хәҙер һабантуйҙы район үҙәгендә генә уҙғаралар.
Ҙур райондарҙа байрам күрер өсөн 50 – 60 саҡрым араны нисектер үтергә кәрәк. Унан килеп, элек ауыл халҡының үҙ хужалығынан килгән тирмәләрҙә тамаҡ ялғап сығыу мөмкинлеге бар ине. Ә хәҙер ниндәйҙер комиссия баһалағанын, баш ҡаланан килгән дәрәжәле ҡунаҡтарҙың кереп сыҡҡанын көтөп ауылдаштарын яҡын да юлатмайҙар. Барыһы ла өҫтәге түрәләргә ярар өсөн генә ойошторолған кеүек. Элекке һабантуйҙар күңеллерәк, ихласыраҡ үтә, халыҡ өсөн ойошторола ине. Һуғыш ваҡытында барыһы ла еңеү өсөн тигән девиз менән булһа, хәҙергеһе ябай ғына — барыһы ла түрәнең маҡтау һүҙе өсөн!
Марат ӘМИНЕВ.