Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үәт, исмаһам, ахырызаман!”
Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән ҡыуандырҙы – Мөҙәрис Багаевтың “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһы сәхнәгә сыҡты (режиссеры – Азат Йыһаншин).

“Исемең дә бит Һарун һинең, ҡарун һүҙенә оҡ­шаған!” – тиҙәр уға әсенеп тә, үпкәләп тә. Ысынлап та, ваҡиғаның төп геройы Һарундың (Нәғим Нурғәлин) һаранлығы арҡаһында яманаты сыҡҡан: бар аҡсаны һандығында бикләп тота, шулай уҡ ишегенә ат башындай йоҙаҡ эленгән һыуытҡысы тулы ит, ә ҡатынына аҙ­наһына бер аш һалырға ҡуша, уныһына ла “һур­паһына сыҡһа еткән” тип бәләкәй генә кәзә ҡойроғо тоттора.
Үҙе ямалып бөткән ке­йемдә, ҡатынының да күптән яңы күлдәк күргәне юҡ, кибеткә барып, аҙыҡ-түлек алыу ҡайҙа, хатта икмәк урынына соланда хан заманынан ҡатып торған сохарыйҙы ебетеп ашайҙар. Бар эшен ҡәйнеше Зәйни теүәлләй, уға ла рәхмәт йөҙөнән үҙе ҡыуған сәмәйен ҡапҡасҡа ғына ҡойоп бирә. Ҡатыны Хәмдиә (Зилә Сәйетова) “Балаларыңдың нисек ыҙа сигеп йәшәгәнен генә түгел, хатта нисә ейән-ейәнсәрең барлығын да белмәйһең бит!” тип үпкәләй. Ә аҡса – бер һандыҡ...

Бәлки, артабан да һаман шулай йәшәп ятырҙар ине, бер ваҡыт ауыл халҡы араһында “ахырызаман етеп килә” тигән имеш-мимеш тарала. Һарун менән Хәмдиә тәүҙә ышана һалып бар­маһалар ҙа, уларға йыш инеп йөрөгән Зәйни (Радмир Абдуллин), Ишбикә ҡарсыҡ (Аида Күлбаева), хатта Һарундың бер туған ағаһы, ауыл муллаһы Ишмырҙа ла (Венер Камалов) был хәбәрҙе бер тауыштан раҫлай. Шунда башлана ла инде иң ҡыҙығы...
“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” спектакленең театрҙың бәләкәй сәхнәһендә ҡуйы­лыуын комедияның режиссеры, театрҙың художество етәксеһе Азат Йыһаншин “киләсәктә район-ҡалалар буйлап гастролгә сығыуға йүнәлеш тотабыҙ” тип аң­латты. Минеңсә, спектакль бәләкәй сәхнәлә уйналыуы менән отто ла, сөнки өй йылыһы, уңайлы мөхит тойҙо тамашасы, уны ошо күренеш хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, үҙен иркен тоторға, рәхәтләнеп көлөргә этәрҙе.

Көлөү тигәндәй, ул тамаша дауамында бөтөнләй тымманы, тиерлек. Был, әлбиттә, театр актерҙарының уйнау оҫталыҡтарына бәйле, үрҙә һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла һәләттәре, ихласлыҡтары менән алдыра. Комедия булыуына ҡарамаҫтан, сәхнәлә барған ваҡиғаларға ыша­нырға, геройҙар менән бергә ҡыуанырға, көйөнөргә мәжбүр итәләр. Бигерәк тә Аида Күл­баеваның әбей ролен бирелеп башҡарыуы күңелгә ятты.
Комедия элек-электән театр сәнғәтенең иң мөһим жанрҙарының береһе булып ҡала. Ҡоро тамашасыларҙың күңелен асыу маҡсаты менән генә ҡуйылмай ул, ә кешелек араһында киң танылған етеш­һеҙлектәрҙән көлә, тәнҡитләй. Шулай итеп, уларҙы юҡ итер­гә, нимә насар, нимә яҡшы икәнен аңлатырға тырыша.

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһын ҡарап, һәр кем яҡшы кәйеф менән генә түгел, ә уйланып, ғибрәт-фәһем алып та сыҡҡандыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779