Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән ҡыуандырҙы – Мөҙәрис Багаевтың “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһы сәхнәгә сыҡты (режиссеры – Азат Йыһаншин).
“Исемең дә бит Һарун һинең, ҡарун һүҙенә оҡшаған!” – тиҙәр уға әсенеп тә, үпкәләп тә. Ысынлап та, ваҡиғаның төп геройы Һарундың (Нәғим Нурғәлин) һаранлығы арҡаһында яманаты сыҡҡан: бар аҡсаны һандығында бикләп тота, шулай уҡ ишегенә ат башындай йоҙаҡ эленгән һыуытҡысы тулы ит, ә ҡатынына аҙнаһына бер аш һалырға ҡуша, уныһына ла “һурпаһына сыҡһа еткән” тип бәләкәй генә кәзә ҡойроғо тоттора.
Үҙе ямалып бөткән кейемдә, ҡатынының да күптән яңы күлдәк күргәне юҡ, кибеткә барып, аҙыҡ-түлек алыу ҡайҙа, хатта икмәк урынына соланда хан заманынан ҡатып торған сохарыйҙы ебетеп ашайҙар. Бар эшен ҡәйнеше Зәйни теүәлләй, уға ла рәхмәт йөҙөнән үҙе ҡыуған сәмәйен ҡапҡасҡа ғына ҡойоп бирә. Ҡатыны Хәмдиә (Зилә Сәйетова) “Балаларыңдың нисек ыҙа сигеп йәшәгәнен генә түгел, хатта нисә ейән-ейәнсәрең барлығын да белмәйһең бит!” тип үпкәләй. Ә аҡса – бер һандыҡ...
Бәлки, артабан да һаман шулай йәшәп ятырҙар ине, бер ваҡыт ауыл халҡы араһында “ахырызаман етеп килә” тигән имеш-мимеш тарала. Һарун менән Хәмдиә тәүҙә ышана һалып бармаһалар ҙа, уларға йыш инеп йөрөгән Зәйни (Радмир Абдуллин), Ишбикә ҡарсыҡ (Аида Күлбаева), хатта Һарундың бер туған ағаһы, ауыл муллаһы Ишмырҙа ла (Венер Камалов) был хәбәрҙе бер тауыштан раҫлай. Шунда башлана ла инде иң ҡыҙығы...
“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” спектакленең театрҙың бәләкәй сәхнәһендә ҡуйылыуын комедияның режиссеры, театрҙың художество етәксеһе Азат Йыһаншин “киләсәктә район-ҡалалар буйлап гастролгә сығыуға йүнәлеш тотабыҙ” тип аңлатты. Минеңсә, спектакль бәләкәй сәхнәлә уйналыуы менән отто ла, сөнки өй йылыһы, уңайлы мөхит тойҙо тамашасы, уны ошо күренеш хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, үҙен иркен тоторға, рәхәтләнеп көлөргә этәрҙе.
Көлөү тигәндәй, ул тамаша дауамында бөтөнләй тымманы, тиерлек. Был, әлбиттә, театр актерҙарының уйнау оҫталыҡтарына бәйле, үрҙә һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла һәләттәре, ихласлыҡтары менән алдыра. Комедия булыуына ҡарамаҫтан, сәхнәлә барған ваҡиғаларға ышанырға, геройҙар менән бергә ҡыуанырға, көйөнөргә мәжбүр итәләр. Бигерәк тә Аида Күлбаеваның әбей ролен бирелеп башҡарыуы күңелгә ятты.
Комедия элек-электән театр сәнғәтенең иң мөһим жанрҙарының береһе булып ҡала. Ҡоро тамашасыларҙың күңелен асыу маҡсаты менән генә ҡуйылмай ул, ә кешелек араһында киң танылған етешһеҙлектәрҙән көлә, тәнҡитләй. Шулай итеп, уларҙы юҡ итергә, нимә насар, нимә яҡшы икәнен аңлатырға тырыша.
“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһын ҡарап, һәр кем яҡшы кәйеф менән генә түгел, ә уйланып, ғибрәт-фәһем алып та сыҡҡандыр.