Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пришиб немецтары нисек йәшәй?
Благовар районының Пришиб ауылы немецтар йәшәүе менән күптәргә билдәлелер. Ошо көндәрҙә унда Германиянан студенттар ҡунаҡҡа килде. Әйткәндәй, бындай ваҡиғалар күптән инде яҡшы йолаға әүерелгән.

Студенттарҙы концерт менән ҡаршы­ла­нылар, немец йырҙары яңғыраны, дәрт­ле бейеүҙәр башҡарылды. Урындағы немец мәҙәни үҙәгендә баш белгес Юлия Артес ойошманың, музейҙың эшмәкәрлеге, “Weinachten”, “Ostern” байрамдары, Изге Мартин көнө, шулай уҡ район биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың милли байрамдары тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар немецтарҙың бында күсеү тарихын йотло­ғоп тыңланы.

Украинанан атҡа атланып әлегәсә билдәһеҙ яңы урынға күсеп, тормош башлауҙары тураһындағы сәхифә­ләргә ышаныуы бик ҡыйын ине. Йәштәр Пришиб ауыл модель китапханаһында ла булды. Күп милләтле районда урынлаш­ҡанға күрә, китапханала биш телдә әҙәбиәт тупланған. Китапханасы Марина Бобб балаларҙың ҡул эштәрен күрһәтте. Ҡунаҡтар иһә немец телен­дәге китаптарҙы бүләк итте. Германия студенттарын милли аш-һыу менән һыйланылар.

Белеүебеҙсә, Пришиб ауылында илле йылдан ашыу инде “Volksklang” немец халыҡ фольклор ансамбле эшләй. Ул ауылда, ра­йонда һәм республикала үткәрелгән сара­ларҙың барыһында ла тиерлек ҡатнаша. Ансамбль 1956 йылда ойошторолған. “Халыҡ ансамбле” исеме 1990 йылда бирелгән. Коллективтың етәксеһе – Светлана Кунц, төп составта – 13 кеше. 2008 йылда мәҙәни алмашыу тәртибендә Германияла булып ҡайтҡандар.

Әйткәндәй, Светлана Кунц сентябрь айы йомғаҡтары буйынса “Минең телем — дуҫлыҡ теле” республика акцияһында еңеп сыҡҡан. Ул немец халыҡ йыры оҙатыуында “Баҡсала” шиғырын уҡыған. Белеүебеҙсә, был конкурс Башҡортос­тандың дәүләт телдәрендә, республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрендә Ватан, туған тел тураһында шиғырҙарҙы тасуири уҡыуҙы күҙаллай.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781