Благовар районының Пришиб ауылы немецтар йәшәүе менән күптәргә билдәлелер. Ошо көндәрҙә унда Германиянан студенттар ҡунаҡҡа килде. Әйткәндәй, бындай ваҡиғалар күптән инде яҡшы йолаға әүерелгән.
Студенттарҙы концерт менән ҡаршыланылар, немец йырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Урындағы немец мәҙәни үҙәгендә баш белгес Юлия Артес ойошманың, музейҙың эшмәкәрлеге, “Weinachten”, “Ostern” байрамдары, Изге Мартин көнө, шулай уҡ район биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың милли байрамдары тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар немецтарҙың бында күсеү тарихын йотлоғоп тыңланы.
Украинанан атҡа атланып әлегәсә билдәһеҙ яңы урынға күсеп, тормош башлауҙары тураһындағы сәхифәләргә ышаныуы бик ҡыйын ине. Йәштәр Пришиб ауыл модель китапханаһында ла булды. Күп милләтле районда урынлашҡанға күрә, китапханала биш телдә әҙәбиәт тупланған. Китапханасы Марина Бобб балаларҙың ҡул эштәрен күрһәтте. Ҡунаҡтар иһә немец телендәге китаптарҙы бүләк итте. Германия студенттарын милли аш-һыу менән һыйланылар.
Белеүебеҙсә, Пришиб ауылында илле йылдан ашыу инде “Volksklang” немец халыҡ фольклор ансамбле эшләй. Ул ауылда, районда һәм республикала үткәрелгән сараларҙың барыһында ла тиерлек ҡатнаша. Ансамбль 1956 йылда ойошторолған. “Халыҡ ансамбле” исеме 1990 йылда бирелгән. Коллективтың етәксеһе – Светлана Кунц, төп составта – 13 кеше. 2008 йылда мәҙәни алмашыу тәртибендә Германияла булып ҡайтҡандар.
Әйткәндәй, Светлана Кунц сентябрь айы йомғаҡтары буйынса “Минең телем — дуҫлыҡ теле” республика акцияһында еңеп сыҡҡан. Ул немец халыҡ йыры оҙатыуында “Баҡсала” шиғырын уҡыған. Белеүебеҙсә, был конкурс Башҡортостандың дәүләт телдәрендә, республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрендә Ватан, туған тел тураһында шиғырҙарҙы тасуири уҡыуҙы күҙаллай.