Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйәнемде моңдар иле тиҙәр...
Матур сара яҡташтарҙы йыйҙы.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған “Тарих биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен был юлы бөрйәндәр шаулатты. Улар тарихҡа байҡау яһалған йөкмәткеле, шиғыр, йыр-бейеүгә һуғарылған сағыу сығыштар ғына бүләк итеп ҡалманы, яҡташтарын, ҡунаҡтарҙы тамаша дауамында видеояҙма менән дә ҡыуандырҙы: унда райондың тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө, арҙаҡлы шәхестәре, оло ҡаҙаныштары сағылды.

“Мәсемташ” халыҡ ҡурай­сылар ансамбле “Урал”ды һуҙып ебәреү менән, зал аяғүрә баҫты. Бер ерҙә тыуып, бер йылғаның һыуын эсеп үҫкән яҡташтар йыйыны тап ошолай башланып китеүе осраҡлы түгел: борон ата-бабаларыбыҙ ҙа мөһим ҡор алдынан гел “Урал”ды тыңлар булған бит.
Артабан сәхнәлә Урал батыр, Мәсемхан, Алдар батыр ҡорға йыйылды. Ирек Шәмиғолов, Булат Ғиззәтуллин, Фәнис Үтәбаев Бөрйән ырыуының батырҙарын һынландырһа, “Атайсал” ансамбле “Алдар батырҙы данлап” йыры менән тарих шаршауын нығыраҡ “асты”.

Елән ябынған, ҡамсат бүрек­тәре аҫтынан бөркөт ҡараштары яндырып алып барған йәш егеттәр, йөҙҙәренән тыйнаҡ йылмайыуҙары китмәгән алсаҡ ҡыҙҙар һалмаҡ, әммә ҡыйыу һәм ышаныслы баҫа – “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле “Урал бәйете” бейеүен башҡара. Артабан уларға фольклор, вокал ансамблдәре ҡушыла.
Алып барыусыларҙың тантаналы тәбрикләүенән һуң тарих биттәренә яҡыныраҡ байҡау яһала.

Үткән быуаттың 30-сы йылдары... Леспромхоз йыйылышы. Һәүәҫкәр артистар тимәҫһең, һәр береһе килештереп уйнай.

“Умырзая” халыҡ фольклор ансамбленең “Ритәтүк”, Гүзәл Фәйзуллина башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек” шул ваҡыттарҙағы хәл-ваҡиға­лар ҡоролошон тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итһә, “Һалдат ҡайтты” сәхнәләштереүе шанлы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға нығыраҡ яҡынайтты. Бөрйәндәр 1945 йылда Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадында ҡатнашҡан Әбделғәни Ҡулбир­ҙинды ла иҫкә алды. “Гөлдәр” ха­лыҡ йыр ансамбле башҡары­уындағы Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан “Тол ҡатындар” композицияһын ҡарап, шул мәлдәрҙең шаңдауы, бар афәте, ғазабы йөрәк аша үтһә, Бөйөк Ватан һуғы­шына Бөрйән районынан күпме кеше китеүе, күпме яугирҙең һәләк булыуы, хәбәрһеҙ юға­лыуы хаҡындағы мәғлүмәттең яңғырауы йәнә-йәнә тетрән­дерҙе. Муса Нурдәүләтовтың моңло тауышы ғына һуғыш хәтирәләре һалған һағышты таратып ебәргәндәй итте, уға “Элгеләү”, “Үҙән” халыҡ фольклор ансамблдәренең күңелле сығыштары ла ҡушылды.

“Зәңгәр күкте байҡап оса
Уралтау бөркөттәре.
Бер ҡарауҙа ғашиҡ итә
Бөрйәндең егеттәре”,
тип сәхнәне йыр-моңға, тамаша залын алҡыштарға күмде “Атайсал” ансамбленең Бөрйән егеттәре. Йыр дауамында Райман Ишбаев, Йәнғәле Вахитов, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләй­мә­нов, Хәләф Ишморатов, Исмә­ғил Ғәбитов һәм башҡа район­дың арҙаҡлы ир-уҙамандарының фотоһүрәттәре ҙур экранда бер-береһен алмаштырыуы, моға­йын да, был кисәнең иң көслө мәлдә­ренең береһе булғандыр. Бөр­йән, Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, халҡы­на фиҙакәр хеҙмәт иткән донъя тотҡаһы ир-уҙаман­дарыбыҙ булыуы ысынлап та оло ғорурлыҡ бит.

Ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы, “Бөр­йән ҡыҙҙары” бейеүен быуындар бәйләнеше аша күрһәтеү бигерәк тә отошло килеп сыҡты: тәүҙә сәхнәне өс ҡатын-ҡыҙ йәмләһә, уларға инде буй етеп килгән ҡыҙҙар ҡушылды, аҙағыраҡ, бар тамашасыны алҡышларға мәж­бүр итеп, кескәй ҡыҙсыҡ­тарыбыҙ ҙа сығып өҙә баҫты.

Бейеү, тигәндә бөрйәндәр бул­дыра. Ирек Шәмиғолов башҡарыуындағы “Мәсемхан” бейеүен тын да алмай ҡараған тамашасы “Фатима” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының сығышын да көслө алҡыштарға күмде. Ә бына “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле бейеп кенә ҡалманы, “Милли кейем – милләт йөҙө” тип өҙҙөрөп таҡмағын да әйтте.

Ете быуынын белгән халыҡ­тың бәхете лә, киләсәге лә бар. Артур Нәжметдинов үҙенең “Шә­жәрә” йыры менән тәү сиратта ата-бабаларға хөрмәт күрһәтте.

Күренекле сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева Бөрйәненә мәҙхиә йырланы, уны “Бөрйәнем” йыры менән “Инсебикә”, “Бөрйәнем”, “Гөлдәр” халыҡ ансамбл­дәре дәррәү күтәреп алды.

“Йәйғор” вокаль ансамбле баш­ҡарыуындағы “Башҡорт­остан” йырынан тындар иркенә­йеп киткәндәй – үҙеңдең ошо бөйөк республиканың, уның йөҙөк ҡашы булған Бөрйәндең бер тамсыһы булыуынан ғорурлыҡ кисерәһең.

— Был сараны оло ғорурлыҡ, тәрән тулҡынланыу, ҡыуаныс менән көтөп алдыҡ, әҙерләндек, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та. – Бөрйәндең 100 йыл­лыҡ тарихын еткерергә тырыштыҡ. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн һәр бер Бөрйән кешеһенә, үҙен Бөрйәндеке итеп таныған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Йәшәһен Бөрйән, йәшәһен Рәсәйҙең көслө төбәктәренең береһе — Башҡортостан!

Концерт “Бөрйәндә байрам” композицияһы менән тамамланды, әммә осрашыуҙан, иҫтәлекле тамашанан елкенгән халыҡ таралырға ашыҡманы. Көндөҙ­ҙән алып арыу-талыу белмәй эшләгән төрлө күргәҙмәләр, бал йәрминкәләре тирәһенән дә кеше өҙөлмәне, һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡый ине. Өфөлә йәшәүсе, белем алыусы яҡташтар Бөрйән сәнғәт әһелдәрен алҡыштарға, сәскәләргә күмеп ҡаршы алған­дай йылы, маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре менән оҙатып та ҡалды.

“Тарих биттәре” фестиваль-марафоны менән үҙҙәре лә райондың ғына түгел, респуб­ликаның да тарих биттәренә инеп ҡалды бөрйәндәр, йыр-моңло, һөнәри кимәлдәге сығыш­тары менән тамашасыларҙы әсир иттеләр. Бында, әлбиттә, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаеваның да хеҙмәте ҙур. Районда 22 мәҙәниәт усағының тап уның ҡул аҫтында уңышлы эшләп килеүе, ошондай мәртәбәле сараларҙа юғары кимәлдә сығыш яһауы күп нәмә хаҡында һөйләй.

Бөрйәндең моңдар иле икәнен тағы бер тапҡыр лайыҡ­лы рәүештә иҫбатланылар сы­ғыш яһаусылар, үҙҙәренә лә, баш ҡалала йәшәүсе, тыуған яҡтарын һағыныусы яҡташ­тарына ла етеп килгән Республика көнө айҡанлы оло байрам бүләк иттеләр.
“Тарих биттәре” марафо­нының эстафетаһы Ғафури районына тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783