Матур сара яҡташтарҙы йыйҙы.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған “Тарих биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен был юлы бөрйәндәр шаулатты. Улар тарихҡа байҡау яһалған йөкмәткеле, шиғыр, йыр-бейеүгә һуғарылған сағыу сығыштар ғына бүләк итеп ҡалманы, яҡташтарын, ҡунаҡтарҙы тамаша дауамында видеояҙма менән дә ҡыуандырҙы: унда райондың тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө, арҙаҡлы шәхестәре, оло ҡаҙаныштары сағылды.
“Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле “Урал”ды һуҙып ебәреү менән, зал аяғүрә баҫты. Бер ерҙә тыуып, бер йылғаның һыуын эсеп үҫкән яҡташтар йыйыны тап ошолай башланып китеүе осраҡлы түгел: борон ата-бабаларыбыҙ ҙа мөһим ҡор алдынан гел “Урал”ды тыңлар булған бит.
Артабан сәхнәлә Урал батыр, Мәсемхан, Алдар батыр ҡорға йыйылды. Ирек Шәмиғолов, Булат Ғиззәтуллин, Фәнис Үтәбаев Бөрйән ырыуының батырҙарын һынландырһа, “Атайсал” ансамбле “Алдар батырҙы данлап” йыры менән тарих шаршауын нығыраҡ “асты”.
Елән ябынған, ҡамсат бүректәре аҫтынан бөркөт ҡараштары яндырып алып барған йәш егеттәр, йөҙҙәренән тыйнаҡ йылмайыуҙары китмәгән алсаҡ ҡыҙҙар һалмаҡ, әммә ҡыйыу һәм ышаныслы баҫа – “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле “Урал бәйете” бейеүен башҡара. Артабан уларға фольклор, вокал ансамблдәре ҡушыла.
Алып барыусыларҙың тантаналы тәбрикләүенән һуң тарих биттәренә яҡыныраҡ байҡау яһала.
Үткән быуаттың 30-сы йылдары... Леспромхоз йыйылышы. Һәүәҫкәр артистар тимәҫһең, һәр береһе килештереп уйнай.
“Умырзая” халыҡ фольклор ансамбленең “Ритәтүк”, Гүзәл Фәйзуллина башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек” шул ваҡыттарҙағы хәл-ваҡиғалар ҡоролошон тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итһә, “Һалдат ҡайтты” сәхнәләштереүе шанлы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға нығыраҡ яҡынайтты. Бөрйәндәр 1945 йылда Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадында ҡатнашҡан Әбделғәни Ҡулбирҙинды ла иҫкә алды. “Гөлдәр” халыҡ йыр ансамбле башҡарыуындағы Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан “Тол ҡатындар” композицияһын ҡарап, шул мәлдәрҙең шаңдауы, бар афәте, ғазабы йөрәк аша үтһә, Бөйөк Ватан һуғышына Бөрйән районынан күпме кеше китеүе, күпме яугирҙең һәләк булыуы, хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡындағы мәғлүмәттең яңғырауы йәнә-йәнә тетрәндерҙе. Муса Нурдәүләтовтың моңло тауышы ғына һуғыш хәтирәләре һалған һағышты таратып ебәргәндәй итте, уға “Элгеләү”, “Үҙән” халыҡ фольклор ансамблдәренең күңелле сығыштары ла ҡушылды.
“Зәңгәр күкте байҡап оса
Уралтау бөркөттәре.
Бер ҡарауҙа ғашиҡ итә
Бөрйәндең егеттәре”,
тип сәхнәне йыр-моңға, тамаша залын алҡыштарға күмде “Атайсал” ансамбленең Бөрйән егеттәре. Йыр дауамында Райман Ишбаев, Йәнғәле Вахитов, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Хәләф Ишморатов, Исмәғил Ғәбитов һәм башҡа райондың арҙаҡлы ир-уҙамандарының фотоһүрәттәре ҙур экранда бер-береһен алмаштырыуы, моғайын да, был кисәнең иң көслө мәлдәренең береһе булғандыр. Бөрйән, Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, халҡына фиҙакәр хеҙмәт иткән донъя тотҡаһы ир-уҙамандарыбыҙ булыуы ысынлап та оло ғорурлыҡ бит.
Ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы, “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен быуындар бәйләнеше аша күрһәтеү бигерәк тә отошло килеп сыҡты: тәүҙә сәхнәне өс ҡатын-ҡыҙ йәмләһә, уларға инде буй етеп килгән ҡыҙҙар ҡушылды, аҙағыраҡ, бар тамашасыны алҡышларға мәжбүр итеп, кескәй ҡыҙсыҡтарыбыҙ ҙа сығып өҙә баҫты.
Бейеү, тигәндә бөрйәндәр булдыра. Ирек Шәмиғолов башҡарыуындағы “Мәсемхан” бейеүен тын да алмай ҡараған тамашасы “Фатима” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының сығышын да көслө алҡыштарға күмде. Ә бына “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле бейеп кенә ҡалманы, “Милли кейем – милләт йөҙө” тип өҙҙөрөп таҡмағын да әйтте.
Ете быуынын белгән халыҡтың бәхете лә, киләсәге лә бар. Артур Нәжметдинов үҙенең “Шәжәрә” йыры менән тәү сиратта ата-бабаларға хөрмәт күрһәтте.
Күренекле сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева Бөрйәненә мәҙхиә йырланы, уны “Бөрйәнем” йыры менән “Инсебикә”, “Бөрйәнем”, “Гөлдәр” халыҡ ансамблдәре дәррәү күтәреп алды.
“Йәйғор” вокаль ансамбле башҡарыуындағы “Башҡортостан” йырынан тындар иркенәйеп киткәндәй – үҙеңдең ошо бөйөк республиканың, уның йөҙөк ҡашы булған Бөрйәндең бер тамсыһы булыуынан ғорурлыҡ кисерәһең.
— Был сараны оло ғорурлыҡ, тәрән тулҡынланыу, ҡыуаныс менән көтөп алдыҡ, әҙерләндек, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та. – Бөрйәндең 100 йыллыҡ тарихын еткерергә тырыштыҡ. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн һәр бер Бөрйән кешеһенә, үҙен Бөрйәндеке итеп таныған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Йәшәһен Бөрйән, йәшәһен Рәсәйҙең көслө төбәктәренең береһе — Башҡортостан!
Концерт “Бөрйәндә байрам” композицияһы менән тамамланды, әммә осрашыуҙан, иҫтәлекле тамашанан елкенгән халыҡ таралырға ашыҡманы. Көндөҙҙән алып арыу-талыу белмәй эшләгән төрлө күргәҙмәләр, бал йәрминкәләре тирәһенән дә кеше өҙөлмәне, һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡый ине. Өфөлә йәшәүсе, белем алыусы яҡташтар Бөрйән сәнғәт әһелдәрен алҡыштарға, сәскәләргә күмеп ҡаршы алғандай йылы, маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре менән оҙатып та ҡалды.
“Тарих биттәре” фестиваль-марафоны менән үҙҙәре лә райондың ғына түгел, республиканың да тарих биттәренә инеп ҡалды бөрйәндәр, йыр-моңло, һөнәри кимәлдәге сығыштары менән тамашасыларҙы әсир иттеләр. Бында, әлбиттә, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаеваның да хеҙмәте ҙур. Районда 22 мәҙәниәт усағының тап уның ҡул аҫтында уңышлы эшләп килеүе, ошондай мәртәбәле сараларҙа юғары кимәлдә сығыш яһауы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Бөрйәндең моңдар иле икәнен тағы бер тапҡыр лайыҡлы рәүештә иҫбатланылар сығыш яһаусылар, үҙҙәренә лә, баш ҡалала йәшәүсе, тыуған яҡтарын һағыныусы яҡташтарына ла етеп килгән Республика көнө айҡанлы оло байрам бүләк иттеләр.
“Тарих биттәре” марафонының эстафетаһы Ғафури районына тапшырылды.