Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Серле шәфәҡ булып балҡыны”
Күренекле шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшриәттә яңы китап – “Һайланма әҫәрҙәр” донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа баш һүҙ яҙыусы шағирә, тәржемәсе, З. Биишева исе­мен­дәге премия лауреаты Әнисә Таһирова Яҡуп Ҡолмойҙоң ижады ха­ҡында төплө, үткер һәм бай фекер үткәрә, бер һүҙ менән әйткәндә, уның ижад донъяһына туҡтала, бигерәк тә әҙиптең сонеттарына һоҡлана. “Яҡташ, ижадташ, сонетташ хаҡында” тип атай ул мәҡәләһен һәм уны тү­бәндәге шиғыр юлдары менән башлай:
“Күңелемә сонет нурын сәсте,
Шул сонеттың нурлы ялҡыны
Рухыбыҙҙы нығыраҡ яҡынайтты,
Серле шәфәҡ булып балҡыны”.

Әнисә Таһированың әйтеүенсә, Яҡуп Ҡолмой ысын мәғәнәһендә әҙәбиәттә үҙен “сонетсы” тип танытты. Эйе, әҙиптең ниндәй генә әҫәрен уҡып ҡарама, барыһы ла ҙур оҫталыҡ менән яҙылған, уларҙың һәр береһендә лә тиерлек сонет жанры өҫтөнлөк итә, яугир-шағир еренә, иленә, Ватанына дан йырлай.

Баҫманың тәүге өлөшөндә туп­лан­ған “Төрлө йылдарҙа ижад ител­гән шиғырҙар”ы араһында әҙиптең “Йыр һәм ҡурай”, “Һәләүек ярында”, “Йырҙарым”, “Тыуған төйәк”, “Уралға”, “Әсәгә”, “Серле тел” кеүек бик күп шиғырҙары урын алған. Яҡуп Ҡолмой уларҙың һәр береһендә лә лирик шағир булараҡ сығыш яһай. Тыуған илгә, тыуған яҡҡа, әсәгә, телгә, тәбиғәткә һоҡланыуын белдерә.

Тыуған яғым, бар матурлыҡ
һиндә,
Гөлдәрең дә һинең нурлыраҡ.
Ағыраҡ бит һинең аҡ ҡарың да,
Ҡояшың да һинең йылыраҡ, –
тип яҙа ул “Бар матурлыҡ һиндә” исемле шиғырында.

Китаптың артабанғы бүлеге “Фронт шиғырҙары” тип атала. Уларҙа Яҡуп Ҡолмой үҙ уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә һалдат-шағир образында мөрәжәғәт итә. Ҡырыҫ яҙмыш, утлы йылдар шағирҙы бик иртә һалдат яһаған, хәтәр заманалар әҙипте шағир булыуҙан бигерәк һалдат булыуын талап иткән:
Яу күкрәгән көндән башлап,
Шағир һәм һалдат.
Йыр һәм автоматы менән
Тыныслыҡ яулай.
(“Шағир һәм һалдат”).

Йыйынтыҡтың “Мөхәббәт шиғыр­ҙары” исемле бүлегендә шағирҙы мөхәббәт йырсыһы булараҡ күрәбеҙ. Ләкин был мөхәббәт егет менән ҡыҙ мөхәббәте генә түгел, ә тәбиғәткә, тыуған ергә булған һөйөү һәм һоҡланыу.

Үрҙә әйтеп үтелеүенсә, Яҡуп Ҡолмойҙоң ижадында сонет жанры үҙәк урындарҙың береһендә тора. Китаптың “Сонеттар” тип аталған өлөшөндә әҙиптең ҙур ғына күләмле әҫәрҙәре урын алған.

Шағирҙың һәр шиғыры, һәр сонеты йырға яҡын, ә йырҙары халыҡҡа яҡын. Йыйынтыҡтың “Йырҙар” бүлегендә иһә халыҡ араһында күптән таралған, яратып йырланған һәм тыңланған йырҙары тупланған. Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә. “Уралым”, “Былбылым”, “Тыуған илем”, “Томбойоҡ бүләк итмә”, “Бәхет йыры” кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.

Яҡуп Ҡолмойҙоң үлемһеҙ ҡыйыу­лығы менән таң ҡалдырған яҡта­шыбыҙ Александр Матросов хаҡында “Беҙҙең ҡала егете”, “Яуҙа сыныҡҡан йәшлек”, “Хаттар һөйләй” исемле поэмалары баҫманың “Поэмалар” тигән бүлегенә индерелгән.

Ғөмүмән, авторҙың һәр бер әҫәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.
Китапты төҙөүсе автор Миләүшә Ҡолмөхәмәтова “Былбылдарҙы һай­ратыр шағир” мәҡәләһендә шуларҙы яҙа: “Яҡуп Ҡолмойҙоң “Һайланма әҫәрҙәр”енең ниндәй генә бүлеген алма, унда әҙиптең төрлө йылдарҙа ижад ителеп, бешеп еткән алмалар төҫлө өлгөргән, аҡыл һәм хис тулы, фәлсәфәле әҫәрҙәре тупланды. Уларҙа әҙип тыныс тормош, мөхәббәт, мәңгелек, йәшлек, үткән ғүмер һәм тормош асылы хаҡында уйлана, йыш ҡына хәтирәләргә бирелә. Әҫәрҙәренең теле ябай һәм уҡымлы, шағир һүҙ менән оҫта эш итә”.

Йырҙар, сонеттар, поэмалар һәм шиғырҙар тупланған баҫма “Китап” нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сығарылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780