Күренекле шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшриәттә яңы китап – “Һайланма әҫәрҙәр” донъя күрҙе.
Йыйынтыҡҡа баш һүҙ яҙыусы шағирә, тәржемәсе, З. Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһирова Яҡуп Ҡолмойҙоң ижады хаҡында төплө, үткер һәм бай фекер үткәрә, бер һүҙ менән әйткәндә, уның ижад донъяһына туҡтала, бигерәк тә әҙиптең сонеттарына һоҡлана. “Яҡташ, ижадташ, сонетташ хаҡында” тип атай ул мәҡәләһен һәм уны түбәндәге шиғыр юлдары менән башлай:
“Күңелемә сонет нурын сәсте,
Шул сонеттың нурлы ялҡыны
Рухыбыҙҙы нығыраҡ яҡынайтты,
Серле шәфәҡ булып балҡыны”.
Әнисә Таһированың әйтеүенсә, Яҡуп Ҡолмой ысын мәғәнәһендә әҙәбиәттә үҙен “сонетсы” тип танытты. Эйе, әҙиптең ниндәй генә әҫәрен уҡып ҡарама, барыһы ла ҙур оҫталыҡ менән яҙылған, уларҙың һәр береһендә лә тиерлек сонет жанры өҫтөнлөк итә, яугир-шағир еренә, иленә, Ватанына дан йырлай.
Баҫманың тәүге өлөшөндә тупланған “Төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙар”ы араһында әҙиптең “Йыр һәм ҡурай”, “Һәләүек ярында”, “Йырҙарым”, “Тыуған төйәк”, “Уралға”, “Әсәгә”, “Серле тел” кеүек бик күп шиғырҙары урын алған. Яҡуп Ҡолмой уларҙың һәр береһендә лә лирик шағир булараҡ сығыш яһай. Тыуған илгә, тыуған яҡҡа, әсәгә, телгә, тәбиғәткә һоҡланыуын белдерә.
Тыуған яғым, бар матурлыҡ
һиндә,
Гөлдәрең дә һинең нурлыраҡ.
Ағыраҡ бит һинең аҡ ҡарың да,
Ҡояшың да һинең йылыраҡ, –
тип яҙа ул “Бар матурлыҡ һиндә” исемле шиғырында.
Китаптың артабанғы бүлеге “Фронт шиғырҙары” тип атала. Уларҙа Яҡуп Ҡолмой үҙ уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә һалдат-шағир образында мөрәжәғәт итә. Ҡырыҫ яҙмыш, утлы йылдар шағирҙы бик иртә һалдат яһаған, хәтәр заманалар әҙипте шағир булыуҙан бигерәк һалдат булыуын талап иткән:
Яу күкрәгән көндән башлап,
Шағир һәм һалдат.
Йыр һәм автоматы менән
Тыныслыҡ яулай.
(“Шағир һәм һалдат”).
Йыйынтыҡтың “Мөхәббәт шиғырҙары” исемле бүлегендә шағирҙы мөхәббәт йырсыһы булараҡ күрәбеҙ. Ләкин был мөхәббәт егет менән ҡыҙ мөхәббәте генә түгел, ә тәбиғәткә, тыуған ергә булған һөйөү һәм һоҡланыу.
Үрҙә әйтеп үтелеүенсә, Яҡуп Ҡолмойҙоң ижадында сонет жанры үҙәк урындарҙың береһендә тора. Китаптың “Сонеттар” тип аталған өлөшөндә әҙиптең ҙур ғына күләмле әҫәрҙәре урын алған.
Шағирҙың һәр шиғыры, һәр сонеты йырға яҡын, ә йырҙары халыҡҡа яҡын. Йыйынтыҡтың “Йырҙар” бүлегендә иһә халыҡ араһында күптән таралған, яратып йырланған һәм тыңланған йырҙары тупланған. Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә. “Уралым”, “Былбылым”, “Тыуған илем”, “Томбойоҡ бүләк итмә”, “Бәхет йыры” кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.
Яҡуп Ҡолмойҙоң үлемһеҙ ҡыйыулығы менән таң ҡалдырған яҡташыбыҙ Александр Матросов хаҡында “Беҙҙең ҡала егете”, “Яуҙа сыныҡҡан йәшлек”, “Хаттар һөйләй” исемле поэмалары баҫманың “Поэмалар” тигән бүлегенә индерелгән.
Ғөмүмән, авторҙың һәр бер әҫәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.
Китапты төҙөүсе автор Миләүшә Ҡолмөхәмәтова “Былбылдарҙы һайратыр шағир” мәҡәләһендә шуларҙы яҙа: “Яҡуп Ҡолмойҙоң “Һайланма әҫәрҙәр”енең ниндәй генә бүлеген алма, унда әҙиптең төрлө йылдарҙа ижад ителеп, бешеп еткән алмалар төҫлө өлгөргән, аҡыл һәм хис тулы, фәлсәфәле әҫәрҙәре тупланды. Уларҙа әҙип тыныс тормош, мөхәббәт, мәңгелек, йәшлек, үткән ғүмер һәм тормош асылы хаҡында уйлана, йыш ҡына хәтирәләргә бирелә. Әҫәрҙәренең теле ябай һәм уҡымлы, шағир һүҙ менән оҫта эш итә”.
Йырҙар, сонеттар, поэмалар һәм шиғырҙар тупланған баҫма “Китап” нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сығарылды.