Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яу ҡаһармандарына хөрмәт күрһәтелде
Хәйбулла

Бөгөн районда 45 һуғыш ветераны, 187 тол ҡатын һәм 799 тыл хеҙмәткәре йәшәй. Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын халыҡ ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән ҡаршыланы. Һәр ауыл биләмәһендә тантаналы митинг һәм һәйкәлдәргә гөлләмә һалыу сараһы үтте. Район хакимиәте башлығы Р. Хәйруллин, ветерандар советы рәйесе Р. Аллағолова, башҡа етәкселәр ололарҙы байрам менән ҡотларға һәр ауылға барҙы.

Сибай

Еңеү яҙын сибайҙар яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән ҡаршы алды. Байрам саралары 6 майҙа Советтар Союзы Геройҙары Федор Белов менән Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Еңеү скверындағы “Мәңгелек ут” обелискы янында уҙған митингта һуғыш һәм тыл ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары, депутаттар, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Ҡала хакимиәте башлығы Х. Сөләймәнов, ветерандар советы рәйесе Р. Иҙрисов тантанаға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне.

Әбйәлил

Районда ветерандар өсөн “тура бәйләнеш” ойошторолдо. Барлығы 15 шылтыратыу ҡабул ителде. Артабан район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙов һуғыш ветерандарын ҡабул итте, уларға бүләктәр тапшырҙы. Әле Әбйәлилдә 34 һуғыш ветераны йәшәй, уларҙың күбеһенә торлаҡ сертификаты тапшырылған.
Район үҙәгендә матур йолаға әүерелгән парадта һуғыш һәм тыл ветерандары, мәктәп уҡыусылары, 93-сө һөнәрселек училищеһы курсанттары, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, санинструкторҙар, спортсылар ҡатнашты.

Баймаҡ

Күсей ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына тиҙҙән 90 йыл тула. Күсейҙәр үҙҙәренең ҡаһарман улының бюсы янында хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрҙе.
Темәс ауылынан һуғыш ветераны Әбделхәлит Ирназаров менән Билалдан тыл ветераны Морат Айытбаевҡа Өфөлә үткән Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әле районда 51 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Йылайыр

Райондағы 19 Бөйөк Ватан һуғышы һәм 545 тыл ветеранына хакимиәт башлығы И. Фәтҡуллин исеменән ҡотлау открыткаһы һәм бүләк тапшырылды.
Йылайыр ере — илебеҙгә һигеҙ Советтар Союзы Геройы биргән төбәк, Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын билдәләгән көндә яҡташтары уларҙы ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә алды.
К. ИШБУЛДИНА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 688

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 068

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 589

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 788

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 614

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 467

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 519

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 425

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 683

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 419

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 582