Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икеһе лә балалар өсөн
Икеһе лә балалар өсөнБөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөлә. Уларҙың береһе Ағиҙел ҡасабаһында сафҡа инәсәк. Бында эштәр апрель айында ғына башланһа ла, төҙөүселәр бинаның нигеҙен ҡороп бөтөп, стеналарҙы күтәреүгә тотонған. Йәйге йылы көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша улар. Объектты киләһе йылдың 1 сентябренә тапшырырға ниәтләнәләр.

Ә Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһындағы төҙөлөш тамамланыу алдында. Республика бюджетынан бүлен­гән 168 миллион һум аҡсаға төҙөлгән объект 108 уҡыусыға һәм мәктәпкәсә йәштәге 90 балаға иҫәпләнгән. Дөйөм майҙаны 3620 кв.м. тәшкил иткән комплекстың нигеҙе 2017 йылда һалына башлай, бөгөн бинаның эсендә буяу-ағартыу эштәре бара, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Ике ҡатлы объект бер ҡыйыҡ аҫтындағы өс блоктан тора: мәктәп, спорт залы һәм балалар баҡсаһы. Үҙенең айырым ҡаҙанлығы ла бар, бина газ менән йылытыласаҡ.
– Ике төҙөлөштөң дә проекттары бер. Аукцион шарттары буйынса подрядсы бурыстарын үҙ иңенә йөкмәгән “Капитал Строй” йәмғиәте яуаплы эште еренә еткереп үтәй. Планға ярашлы, Яңы Собханғол һәм Мөсәт ауылдары араһындағы комплекс 2019 йылда ҡулланылыуға тапшырылырға тейеш ине, бөгөн объект ваҡы­тынан алда, ноябрь айҙарында, сафҡа инер тип күҙаллайбыҙ, – ти Бөрйән районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Азат Фәтхетдинов.
Ике ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт бинаның төҙөлөп бөтөүен урындағы халыҡ түҙем­һеҙләнеп көтә, сөнки яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү – янһарылар һәм мөсәттәр өсөн күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
– Әлеге мәктәбебеҙгә – ярты быуат, уға 1968 йылда нигеҙ һалынған. Ағастан төҙөлгән иҫке бинала балалар өсөн рәхәтләнеп уҡырға уңайлы шарттар булманы. Бүрәнәләр, тәҙрә яңаҡтары серей башлағас, таяуҙар ҡуйҙыҡ. Мәк­тәпте мейес яғып йылыттыҡ, ҡыш балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа быйма кейеп йөрөргә мәжбүр булды. Дәрестәр ике сменала алып барылды, спорт залының майҙаны бәләкәй булыу сәбәпле, иркенләп спорт менән дә шөғөл­ләнеү мөмкин түгел ине. Ниһайәт, беҙгә лә тиҙҙән яңы мәктәптә уҡыу бәхете йылмаясаҡ. Республика һәм район етәкселегенә пробле­маға етди ҡарап, йәш быуынды хәстәрләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, – ти Яңы Собханғол мәк­тәбе директоры Нияз Хоҙай­бирҙин.
– Беҙҙең балалар баҡсаһы 25 йыл элек төҙөлгән. Һыу менән тәьмин итеү, канализация мәсьә­ләһе хәл ителмәгәс, уңайһыҙ­лыҡтар тыуа. Бөгөн баҡсаға 60 бала йөрөй, әммә сират мәсьә­ләһе киҫкен тора, урындар етешмәй. Күптәр балаларын ра­йон үҙәгенә йөрөтөргә мәжбүр. Яңы комплекстың ике ауыл уртаһында урынлашыуы бик ҡулай, сөнки Мөсәттә лә балалар һаны күп. Барыһы ла яңы ком­плекстың асылыуын түҙемһеҙ­ләнеп көтә, – ти Яңы Собханғол балалар баҡсаһы мөдире Миңһылыу Шәмиғолова.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа республикала ғына түгел, тотош ил буйынса демографик хәлдең насарайыуы күҙәтелә. “Ауылда балалар һаны күп” тигән хәбәрҙе ишетеү – хәҙер һирәк күренеш. Ғәҙәттә, ауыл ерҙәрендә балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, мәк­тәптәр, баҡсалар ябыла. Ә бына Яңы Собханғол һәм Мөсәт ауылдары һуңғы йылдарҙа үҫә, йәштәр ситкә китмәй, ауылдарында төпләнергә тырыша. Бәлки, быға ултыраҡтарҙың район үҙәгенән яҡын урынлашыуы ла сәбәпсе­лер.
Бөгөн Яңы Собханғолда 193 йортта 774 кеше йәшәй, Мөсәттә 122 йортта 479 кеше көн итә. Ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек йыл һайын яңы йорттар ҡалҡа.
Тимәк, ике ауылдың да килә­сәге өмөтлө, ә бөгөн көн талабы һаналған социаль объекттың барлыҡҡа килеүе уларҙың үҫе­ше­нә тағы ла нығыраҡ этәргес бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780