Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөлә. Уларҙың береһе Ағиҙел ҡасабаһында сафҡа инәсәк. Бында эштәр апрель айында ғына башланһа ла, төҙөүселәр бинаның нигеҙен ҡороп бөтөп, стеналарҙы күтәреүгә тотонған. Йәйге йылы көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша улар. Объектты киләһе йылдың 1 сентябренә тапшырырға ниәтләнәләр.Ә Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһындағы төҙөлөш тамамланыу алдында. Республика бюджетынан бүленгән 168 миллион һум аҡсаға төҙөлгән объект 108 уҡыусыға һәм мәктәпкәсә йәштәге 90 балаға иҫәпләнгән. Дөйөм майҙаны 3620 кв.м. тәшкил иткән комплекстың нигеҙе 2017 йылда һалына башлай, бөгөн бинаның эсендә буяу-ағартыу эштәре бара, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Ике ҡатлы объект бер ҡыйыҡ аҫтындағы өс блоктан тора: мәктәп, спорт залы һәм балалар баҡсаһы. Үҙенең айырым ҡаҙанлығы ла бар, бина газ менән йылытыласаҡ.
– Ике төҙөлөштөң дә проекттары бер. Аукцион шарттары буйынса подрядсы бурыстарын үҙ иңенә йөкмәгән “Капитал Строй” йәмғиәте яуаплы эште еренә еткереп үтәй. Планға ярашлы, Яңы Собханғол һәм Мөсәт ауылдары араһындағы комплекс 2019 йылда ҡулланылыуға тапшырылырға тейеш ине, бөгөн объект ваҡытынан алда, ноябрь айҙарында, сафҡа инер тип күҙаллайбыҙ, – ти Бөрйән районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Азат Фәтхетдинов.
Ике ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт бинаның төҙөлөп бөтөүен урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү – янһарылар һәм мөсәттәр өсөн күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
– Әлеге мәктәбебеҙгә – ярты быуат, уға 1968 йылда нигеҙ һалынған. Ағастан төҙөлгән иҫке бинала балалар өсөн рәхәтләнеп уҡырға уңайлы шарттар булманы. Бүрәнәләр, тәҙрә яңаҡтары серей башлағас, таяуҙар ҡуйҙыҡ. Мәктәпте мейес яғып йылыттыҡ, ҡыш балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа быйма кейеп йөрөргә мәжбүр булды. Дәрестәр ике сменала алып барылды, спорт залының майҙаны бәләкәй булыу сәбәпле, иркенләп спорт менән дә шөғөлләнеү мөмкин түгел ине. Ниһайәт, беҙгә лә тиҙҙән яңы мәктәптә уҡыу бәхете йылмаясаҡ. Республика һәм район етәкселегенә проблемаға етди ҡарап, йәш быуынды хәстәрләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, – ти Яңы Собханғол мәктәбе директоры Нияз Хоҙайбирҙин.
– Беҙҙең балалар баҡсаһы 25 йыл элек төҙөлгән. Һыу менән тәьмин итеү, канализация мәсьәләһе хәл ителмәгәс, уңайһыҙлыҡтар тыуа. Бөгөн баҡсаға 60 бала йөрөй, әммә сират мәсьәләһе киҫкен тора, урындар етешмәй. Күптәр балаларын район үҙәгенә йөрөтөргә мәжбүр. Яңы комплекстың ике ауыл уртаһында урынлашыуы бик ҡулай, сөнки Мөсәттә лә балалар һаны күп. Барыһы ла яңы комплекстың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә, – ти Яңы Собханғол балалар баҡсаһы мөдире Миңһылыу Шәмиғолова.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа республикала ғына түгел, тотош ил буйынса демографик хәлдең насарайыуы күҙәтелә. “Ауылда балалар һаны күп” тигән хәбәрҙе ишетеү – хәҙер һирәк күренеш. Ғәҙәттә, ауыл ерҙәрендә балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, мәктәптәр, баҡсалар ябыла. Ә бына Яңы Собханғол һәм Мөсәт ауылдары һуңғы йылдарҙа үҫә, йәштәр ситкә китмәй, ауылдарында төпләнергә тырыша. Бәлки, быға ултыраҡтарҙың район үҙәгенән яҡын урынлашыуы ла сәбәпселер.
Бөгөн Яңы Собханғолда 193 йортта 774 кеше йәшәй, Мөсәттә 122 йортта 479 кеше көн итә. Ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек йыл һайын яңы йорттар ҡалҡа.
Тимәк, ике ауылдың да киләсәге өмөтлө, ә бөгөн көн талабы һаналған социаль объекттың барлыҡҡа килеүе уларҙың үҫешенә тағы ла нығыраҡ этәргес бирәсәк.