Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт режиссерының уңышы
Нәсүр Йөрөшбаевтың “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы Төркиәлә беренсе урынды яулаған

Башҡорт режиссерының уңышыБашҡорт ауылында һәүетемсә генә үҙ көйөнә Сания әбей йәшәп ята. Бер мәл ҡыҙы ире һәм ике балаһы менән Владивостоктан ҡайтып төшә. Улар әбейҙе үҙҙәре менән бергә ҡалаға китергә өгөтләй башлай, сөнки янында ҡала алмайҙар. Әлбиттә, ауылда йәшәп өйрәнгән кеше баш тарта. “Атай нигеҙен нисек ҡалдырайым?” – тип ғәжәпләнә ул. Шунан балалары уға ҡарттар йортона урынлашырға тәҡдим итә. Берҙән-бер ҡыҙының һүҙенә ҡаршы килә алмай әбей һәм ризалаша... Әммә... Был яҙмалар барыһы ла билдәле режиссер Нәсүр Йөрөшбаевтың фильмынан.



“Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы аша беләбеҙ беҙ Барҙа егете, милләттәшебеҙ Нәсүр Йөрөшбаевты. Рәшиҙә Ишем­бәтова әҙерләгән “Башҡорттар” тапшырыуында ул “Нигеҙ йорт” тип аталған фильмын төшөрөүе хаҡында хәбәр иткәйне инде.
Һәм бына, ниһайәт, Төркиә­нән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Үҙенең сценарийы буйынса төшөргән “Нигеҙ йорт” фильмы Аланьяла үткән халыҡ-ара “Беҙ бергә” кинофести­валендә “Иң шәп актер роле өсөн” номинацияһында беренсе урын яулаған. Кино Туймазы районының Темәнәк ауылында төшөрөлгән, ролдәрҙе Туймазы драма театрынан Башҡортос­тандың халыҡ артистары Римма Ключарева менән Алик Зайлалов башҡара. Италия, Франция фильмдарын артта ҡалдырып, был ҡыҫҡа метражлы әҫәрҙең геройҙары баһалама ағзаларын үҙҙәренең оҫталығы менән әсир иткән.
Кинофестивалде ойоштороу­сылар – Урыҫ мәҙәниәте ассо­циацияһы, “Lion Productions” кинокомпанияһы.
Киноны төшөрөргә Татар­с­тандың Мәҙәниәт министрлығы аҡса бүлгән. Бөгөн Нәсүр ошо ҡыуаныслы хәбәрҙәре һәм яңы фильмдар төшөрөү идеяһы менән Башҡортостанға килде. Уның Салауат Юлаев образына, милли тарихыбыҙға бәйле маҡсаттарын беҙҙә лә хуплап ҡаршы алырҙар, тип өмөт итәйек. Әйткәндәй, ул быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителде!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781