Нәсүр Йөрөшбаевтың “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы Төркиәлә беренсе урынды яулаған
Башҡорт ауылында һәүетемсә генә үҙ көйөнә Сания әбей йәшәп ята. Бер мәл ҡыҙы ире һәм ике балаһы менән Владивостоктан ҡайтып төшә. Улар әбейҙе үҙҙәре менән бергә ҡалаға китергә өгөтләй башлай, сөнки янында ҡала алмайҙар. Әлбиттә, ауылда йәшәп өйрәнгән кеше баш тарта. “Атай нигеҙен нисек ҡалдырайым?” – тип ғәжәпләнә ул. Шунан балалары уға ҡарттар йортона урынлашырға тәҡдим итә. Берҙән-бер ҡыҙының һүҙенә ҡаршы килә алмай әбей һәм ризалаша... Әммә... Был яҙмалар барыһы ла билдәле режиссер Нәсүр Йөрөшбаевтың фильмынан.“Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы аша беләбеҙ беҙ Барҙа егете, милләттәшебеҙ Нәсүр Йөрөшбаевты. Рәшиҙә Ишембәтова әҙерләгән “Башҡорттар” тапшырыуында ул “Нигеҙ йорт” тип аталған фильмын төшөрөүе хаҡында хәбәр иткәйне инде.
Һәм бына, ниһайәт, Төркиәнән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Үҙенең сценарийы буйынса төшөргән “Нигеҙ йорт” фильмы Аланьяла үткән халыҡ-ара “Беҙ бергә” кинофестивалендә “Иң шәп актер роле өсөн” номинацияһында беренсе урын яулаған. Кино Туймазы районының Темәнәк ауылында төшөрөлгән, ролдәрҙе Туймазы драма театрынан Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Ключарева менән Алик Зайлалов башҡара. Италия, Франция фильмдарын артта ҡалдырып, был ҡыҫҡа метражлы әҫәрҙең геройҙары баһалама ағзаларын үҙҙәренең оҫталығы менән әсир иткән.
Кинофестивалде ойоштороусылар – Урыҫ мәҙәниәте ассоциацияһы, “Lion Productions” кинокомпанияһы.
Киноны төшөрөргә Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы аҡса бүлгән. Бөгөн Нәсүр ошо ҡыуаныслы хәбәрҙәре һәм яңы фильмдар төшөрөү идеяһы менән Башҡортостанға килде. Уның Салауат Юлаев образына, милли тарихыбыҙға бәйле маҡсаттарын беҙҙә лә хуплап ҡаршы алырҙар, тип өмөт итәйек. Әйткәндәй, ул быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителде!