Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мажаралар илендә
Мажаралар илендәТеатр сәнғәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә балалар өсөн ҡуйылған әкиәттәрҙе лә билдәләү зарур. Мәҫәлән, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн бихисап әкиәт уйналып килә. Шулар араһында “Чиполлино” мауыҡтырғыс мажараларға бай булыуы, шуҡлығы, шаянлығы менән алдыра.


Джанни Родариның киң билдәле был әкиәтен Йәштәр театры сәхнәһенә Рөстәм Хәкимов режиссер булараҡ сығарһа, инсценировка авторы Лилиә Исҡужина икән. Һуғанбаш Чиполлино һәм уның башҡа йәшелсә дуҫтарының мажаралары 2014 йылдан алып ҡуйылып килә.
Балалар әкиәтте ҡарап ултырып ҡына ҡалмай, ә уның барышында сәхнә геройҙары менән аралаша ла ала, сөнки Чиполлино һәм уның дуҫтары йыш ҡына кескәйҙәргә мөрәжәғәт итеп, теге йәки был киҫкен хәлдә кәңәш һорай, һорауҙарына яуап эҙләй, ҡул бирә, әкиәт аҙағында һәр кемде яндарына бейергә лә саҡыра.
Әкиәткә заманса һулыш өрөлгән булыуы ла иҫтә уйылып ҡала. Чиполлиноның (Шәһит Хамматов) рэп уҡып ебәреүе, ҙур бер ҡап “Mentos” һағыҙын тотоп сығыуы үҙенә күрә бер мәрәкә булһа, мажаралар урыны-урыны менән уйланырға ла мәжбүр итә, сөнки Лимония иленең хакимы Принц Лимондың (Нәғим Нурғәлин) сәйә­сәте буйынса бар йәшелсә, емеш-еләк хатта һулар һауа өсөн һалым түләргә тейеш, имеш. Яуым-төшөм өсөн дә. Һибәләп кенә киткән ямғырҙың хаҡы ҡойоп яуғанынан айырыла, әлбиттә. “Һалымығыҙҙы түләгеҙ ҙә тыныс йәшәгеҙ!” – ти Ли­мондың ярандары ябай йә­шелсәләргә.
Шәхсән минең уйымса, ололар өсөн спектаклдәргә ҡарағанда, әкиәттәрҙә уйнауы ҡыйыныраҡтыр, сөнки кескәй тамашасылар бигерәк талапсан, бигерәк тынғыһыҙ, уларҙың иғтибарын оҙаҡ ваҡыт бер урында ғына тотоп ҡара! “Чиполлино”ны һәр бәләкәс йотлоғоп, мауығып ҡараны, ҡыҙыҡ урындарында ихлас ҡысҡырып көлдө.
Чиполлино (Шәһит Хамматов), Чиполлиноның атаһы Чиполлоне (Мәғәфүр Усманов), Ашҡабаҡ бабай (Венер Камалов), Редисҡай (Гөлшат Ғайсина), Принц Лимон (Нәғим Нурғәлин), синьор Помидор (Илнур Лоҡманов), Принц Лимондың һаҡсылары (Радмир Абдуллин һәм Илгиз Таһиров), Сейәләр – графинялар (Гүзәл Әйүпова һәм Аида Ҡулбаева), Граф Сейә (Алтынай Хамматова), синьор Помидорҙың Мастино исемле эте (Рәмзил Сәлмәнов) ихлас уйнауҙары, шаян йөҙҙәре кескәй дуҫтарыбыҙҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779